

Ҡалтасы ирекмәндәре “Ҡар десанты” акцияһы ойошторҙо – яңғыҙ йәшәгән оло йәштәгеләрҙең ихатаһын, йорт алдын ҡарҙан таҙартып бирҙе.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
Мул яуған ҡар ауыл кешеләре, айырыуса оло йәштәгеләр өсөн мәшәҡәттәр тыуҙыра. Хәрәкәт итеү ауыр булған пенсионерҙарға ҡар баҫҡан ихата аша тышҡа сығыуы ла ауыр. Райондың Йәштәр эштәре, физик культура һәм спорт буйынса комитеты ирекмәндәре “Мәғариф” милли проектының ”Социаль әүҙемлек” төбәк проекты сиктәрендә “Ҡар десанты” акцияһы ойошторҙо, тип хәбәр итә Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар, көрәк алып, оло йәштәгеләргә ярҙамға ашыға. Был акция йәштәрҙең күңеленә оло быуынға ҡарата изгелек, миһырбанлыҡ орлоҡтары һалыр, тип ышана ойоштороусылар.
Фото – Ҡалтасы районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.