+10 °С
Ясно
Милли проекттар
22 Декабря 2021, 10:12

Заманса китапхана

Дыуан китапханаһының 120 йыллыҡ бай тарихы бар. Ул даими үҫешеүҙән туҡтамай. 2019 йылда “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән социаль-мәҙәни үҙәк бинаһына күсһә, быйыл ошо уҡ проект буйынса заманса йыһазландырыу өсөн 7,5 миллион һум алды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Добавить в предпочтительные источники Google
Заманса китапханаЗаманса китапхана
Заманса китапхана

Дыуан китапханаһының 120 йыллыҡ бай тарихы бар. Ул даими үҫешеүҙән туҡтамай. 2019 йылда “Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән социаль-мәҙәни үҙәк бинаһына күсһә, быйыл ошо уҡ проект буйынса заманса йыһазландырыу өсөн 7,5 миллион һум алды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Юғары технологиялы йыһаздар мәғлүмәт биреүҙә яңы мөмкинлектәр аса. Яңыртылған китапханала ғәҙәти уҡыу залы менән абонементты электрон китап биреү, хәрәкәте сикләнгән граждандарҙы хеҙмәтләндереү, ижад, IT, интерактив, мәҙәни-ял саралары үткәреү, интеллектуал уйындар, бәләкәй балалар өсөн уйын зоналары алмаштыра. Улар уңайлы мебель, заманса техника менән йыһазландырылған, тип хәбәр итә Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Китап фонды 2,5 мең дана яңы баҫмаға арта. Бында хәҙер һәр йәштәге килеүселәргә лә ҡыҙыҡлы, фәһемле булыр, тигән фекерҙә китапхана хеҙмәткәрҙәре.

Фото – Дыуан районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас