

“Халыҡ-ара бизнес аҙнаһы – 2021” сиктәрендә “РиаПласт” предприятиеһының “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында ҡатнашыуы тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды.
#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан
– Әле Башҡортостанда “Хеҙмәт етештереүсәнлеге” милли проектында 130 предприятие ҡатнаша. План буйынса 90 ойошма булырға тейеш ине. Шулай итеп, ҡатнашыусыларҙы йәлеп итеү буйынса күрһәткес 40 процентҡа арттырып үтәлгән, – тип хәбәр итә БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – БР иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов.
“РиаПласт” 300 – 3000 килограмм йөк һыйҙырышлы йомшаҡ контейнерҙар, формаһын һаҡлаусы һауыттар һәм башҡа продукция етештерә, тип хәбәр итә БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Фото – БР Иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәте.