

Иглин районында район үҙәгенән алып Кальтовка ауылына тиклем юл участкаһын реконструкциялау эше тамамланған. Уның оҙонлоғо – 7,5 саҡрым.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Юл дүрт ауылды – Иглин, Еләкле, Сыбаҡай, Кальтовканы тоташтыра, шулай уҡ күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр күпләп йәшәгән “Ҡояшлы” биҫтәһенә инеү өсөн төп юл булып тора. Шулай уҡ ул М5 трассаһына сыға, тип хәбәр итә БР Транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Юл участкаһы “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә реконструкцияланған.
Фото – БР Транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.