+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
3 Декабрь 2021, 17:08

Еңеү паркы төҙөкләндерелә

Ике йыл эсендә Шишмә районы үҙәгендәге парк биләмәһендә кәрәкле инженер селтәрҙәре үткәрелгән, юл һалынған. Сәхнә, бәҙрәф, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, балалар уйын майҙансығы яңыртылған. Киләһе йылда балалар автоҡаласығы, скейтпарк, ГТО снарядтары ҡуйыу ҡаралған. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Еңеү паркы төҙөкләндерелә
Еңеү паркы төҙөкләндерелә

Ике йыл эсендә Шишмә районы үҙәгендәге парк биләмәһендә кәрәкле инженер селтәрҙәре үткәрелгән, юл һалынған. Сәхнә, бәҙрәф, яҡтыртҡыстар ҡуйылған, балалар уйын майҙансығы яңыртылған. Киләһе йылда балалар автоҡаласығы, скейтпарк, ГТО снарядтары ҡуйыу ҡаралған.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

2020 йылда шишмәләр төҙөкләндереү объекты һайлағанда тап ошо парк өсөн тауыш бирҙе. Тәүге һөҙөмтәләр күренә лә инде, тип хәбәр итә БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Парк “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты сиктәрендә төҙөкләндерелә.

Еңеү паркы Шишмә ауылының төп Яңы йыл майҙансығы ла булып тора. Әле унда шыршы ҡуйылған. Байрам ҡаласығы төҙөү күҙаллана.

Фото –  БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: