-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь , 13:13

Ярҙам ваҡытында килһен

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың 10 медицина учреждениеһына тиҙ ярҙам машинаһы асҡысы тапшырҙы. Яңы техника Октябрьский, Нефтекама, Сибай ҡала, Дәүләкән, Белорет, Мәсәғүт, Нуриман, Благовещен, Бөрө үҙәк район дауаханаларына оҙатылды. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ярҙам ваҡытында килһен

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың 10 медицина учреждениеһына тиҙ ярҙам машинаһы асҡысы тапшырҙы.

Яңы техника Октябрьский, Нефтекама, Сибай ҡала, Дәүләкән, Белорет, Мәсәғүт, Нуриман, Благовещен, Бөрө үҙәк район дауаханаларына оҙатылды.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Беҙ төбәктең социаль өлкәгә ҡараған учреждениелары автопаркын даими яңыртыу традицияһын дауам итәбеҙ. Ҡала йәмәғәт транспорты, мәктәп автобустары, махсус медицина машиналары һәм башҡаларҙы алабыҙ. Бөгөн тапшырған Ульяновск автозаводы сығарған тиҙ ярҙам машиналары юлһыҙ ерҙә лә йөрөй ала. Шуға ла уларҙы башлыса ауыл еренә ебәрәбеҙ. Уларҙың халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүҙә ярҙам итеренә ышанам, – ти Радий Хәбиров.

10 машинанан торған партия федераль ҡаҙнанан бүленгән аҡсаға алынды. 2021 йылда һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын яңыртыу программаһы буйынса республикаға 23 тиҙ ярҙам автомобиле, медицина персоналын йөрөтөү өсөн 77 еңел машина алынды, тип хәбәр итә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Фото – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан.

Автор:Гөлшат Ҡунафина