+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
24 Ноябрь 2021, 15:18

Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлылар

Дәүләкән районында “Әүҙем оҙон ғүмерлек” клубы асылды. Оло йәштәгеләр өсөн клуб “Изге эш” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләй. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлылар
Сәләмәт йәшәү рәүеше яҡлылар

Дәүләкән районында “Әүҙем оҙон ғүмерлек” клубы асылды. Оло йәштәгеләр өсөн клуб “Изге эш” социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә эшләй.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

Клуб эшендә 60 кеше ҡатнаша. Уңайлы булһын өсөн күнекмәләр дүрт майҙанда үткәрелә.

Күнекмәләр барышында оло йәштәгеләр скандинавса йөрөүҙең дөрөҫ техникаһын өйрәнә. Уларҙы Зилә Байматова үткәрә.

Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге хәбәр итеүенсә, “Әүҙем оҙон ғүмерлек” клубы эше “Демография” милли проекты сиктәрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты аҡсаһына асылған. Үҙәктең етәксеһе Лариса Иванова әйтеүенсә, күнекмәләр 2022 йылдың февраленә тиклем дауам итә. “Әүҙем оҙон ғүмерлек” клубы ағзалары ҡала бассейнына ла түләүһеҙ йөрөй.

Фото –  Дәүләкән районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: