

Ҡырмыҫҡалы районында Булгаков – Боҙаяҙбаш автомобиль юлы тулыһынса яңыртылды. Биш саҡрымға һуҙылған юлда ремонт эштәрен “Башкиравтодор” ойошмаһы башҡарҙы. Килешеүҙең хаҡы – 58,3 миллион һум.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
Юлды яңыртыу өсөн һалҡын ресайклинг технологияһы ҡулланылды, тип хәбәр итә БР Транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте. “Яңы технологиялар ҡулланыу һөҙөмтәһендә юл полотноһының ныҡлығы, ҡатылығы арта. Машиналар күп йөрөүгә ҡарамаҫтан, автомобиль юлы оҙағыраҡ хеҙмәт итер”, – ти Башҡортостандың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев.
Юл “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты сиктәрендә ремонтланлы.
Фото – БР Транспорт хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.