-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
18 Октябрь 2021, 19:01

Эш эҙләйһеңме? Кил!

21 октябрҙә Өфөлә социаль килешеү буйынса эшкә урынлашыу мөмкинлеге биргән күп профилле йәрминкә үтә. #миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

Эш эҙләйһеңме? Кил!
Эш эҙләйһеңме? Кил!

21 октябрҙә Өфөлә социаль килешеү буйынса эшкә урынлашыу мөмкинлеге биргән күп профилле йәрминкә үтә.

#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан

 

14 октябрҙә Өфө ҡалаһы мәшғүллек үҙгендә йәштәр өсөн эш урыны һәм вазифалар йәрминкәһе ойошторолдо. Эш эҙләүселәргә 197 эш урыны һәм вазифа тәҡдим ителде. Акцияла ҡатнашыусылар өсөн түләүһеҙ компьютер диагностикаһы үтеү, төрлө һорауҙар буйынса консультация алыу мөмкинлеге бирелде, тип хәбәр итә БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

21 октябрҙә үтәсәк эшкә урынлаштырыу буйынса акцияға социаль килешеү буйынса эшкә урынлашырға теләгән граждандар саҡырыла.

Эш табыу буйынса социаль килешеү эш эҙләгән һәм эшкә урынлашырға теләгән аҙ килемле граждандарға күрһәтелгән адреслы социаль ярҙам булып тора.

Сара Өфө ҡалаһы мәшғүллек үҙәгендә (адресы – Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 47/1) сәғәт 10-дан 12-гә тиклем була. Белешмәләр өсөн телефон: 251-51-55.

Фото – БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: