+1 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
6 Октябрь 2021, 10:31

Заманса һөнәргә эйә булғың киләме?

Октябрҙә Өфө дәүләт нефть техник университеты ”Һанлы һөнәрҙәр” белем биреү проекты сиктәрендә тәҡдим иткән курс-интенсивтар дауам итә. Уҡыу өсөн ярты хаҡын ғына түләргә кәрәк. #миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

Заманса һөнәргә эйә булғың киләме?
Заманса һөнәргә эйә булғың киләме?

Октябрҙә Өфө дәүләт нефть техник университеты ”Һанлы һөнәрҙәр” белем биреү проекты сиктәрендә тәҡдим иткән курс-интенсивтар дауам итә. Уҡыу өсөн ярты хаҡын ғына түләргә кәрәк.

#миллипроект #национальныепроекты #нацпроекты #нацпроектыБашкортостан

 

– Һөнәрегеҙ бар, уны камиллаштырырға йә ИТ-һөнәргә эйә булырға теләйһегеҙ икән, ”Һанлы һөнәрҙәр” проекты буйынса белем алырға мөмкинлек бар. Цифрлы иҡтисад өсөн кадрҙар әҙерләү маҡсатында дәүләт өҫтәлмә белем алыу курстары хаҡының яртыһын түләй. Программа аҙағында диплом тапшырыла, – ти БР дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министры урынбаҫары Рәсүл Тайыпов.

С телендә программалау нигеҙҙәрен өйрәнергә йәки мобиль ҡушымталар булдырыу нескәлектәрен белергә теләгәндәр курстарға ошо һылтанмалар буйынса яҙа ала: https://clck.ru/Xm6tZ, https://clck.ru/Xm7Hj.

Был программалар буйынса уҡыу 2021 йылда тамамлана. Сайтта теркәлеп, каталогта курсты һайлау, килешеүгә ярашлы хаҡтың яртыһын түләү менән уҡыу башлана, тип белдерә БР Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығының матбуғат хеҙмәте. Уҡыу өсөн аҡса “Һанлы иҡтисад” милли проектының “Һанлы иҡтисад өсөн кадрҙар” федераль проекты сиктәрендә бүленә.

Фото – БР Дәүләт идаралығын һанлы үҫтереү министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: