Кесерткән төнәтмәһе. 10 литрлы биҙрәнең яртыһы тулғансы кесерткән һалабыҙ ҙа өҫтөнә һыу ҡоябыҙ. 5 көн буйы тотабыҙ. Артабан 1:10 иҫәбенән һыуға ҡушып ҡыяр төбөнә һибәбеҙ. Бер үҫемлеккә 1 литр кесерткәнле һыу кәрәк.
Сүпрә лә яҡшы үҫтерә. 100 грамм сүпрәне 10 литр һыуға һалып, йылы урында 3 тәүлек тотҡандан һуң ашлама әҙер. Бер үҫемлек төбөнә ярты литр һибәләр. Йәй буйына 2-3 тапҡыр ҡулланыу етә.
Икмәк тә сүпрә кеүек үк тәьҫир итер. Бер биҙрә һыуҙа бер икмәкте (икмәк ҡатыларын) ебетеп ҡуябыҙ. Төн сыҡҡас, 10 миллилитр йод, артабан 10 өлөш һыу өҫтәйбеҙ. Ошо ҡатнашманы ҡыярға бөркәбеҙ.
Икмәкте йылы урында ҡаплап, бер аҙна төнәтергә мөмкин. 1:3 нисбәтендә һыу ҡойоп болғатҡас, бер үҫемлеккә ярты литр иҫәбенән һибергә була.
Һуған ҡабығы – яҡшы ашлама, шул уҡ ваҡытта ҡоротҡостарҙан һәм ауырыуҙарҙан ярҙам итә. Бының өсөн 20 грамм һуған ҡабығына 5 литр йылы һыу ҡойоп, 4 көн төнәтәбеҙ, һөҙәбеҙ.
Тауыҡ тиҙәгенә 1:20 иҫәбенән һыу һалып, бер нисә көн тоталар, ул арала болғатып торалар. Һөҙөп, ҡыярҙың төбөнә һибергә мөмкин. Бер үҫемлеккә ярты литр ашлама етә.
Кебләнән ҡотолайыҡ
Йәй башланыу менән кеблә ҡотороп китеүсән. Ул йәшелсәләрҙе лә, сәскәләрҙе лә, ағас-ҡыуаҡтарҙы ла ярата. Емеш ағастарын махсус төнәтмә менән эшкәртәләр. 50 грамм һуған ҡабығы, 80 грамм һарымһаҡ, 400 грамм помидор һабағын (ғәҙәттә, ҡырҡып ташлаған ботаҡтарын файҙаланалар) 3 литр һыуҙа 12 – 15 сәғәт төнәтәләр. Һөҙөп, кеблә баҫҡан ағас-ҡыуаҡтарға һиптерәләр, ботаҡтарын ошо һыуға тығып алырға ла мөмкин. Быны 6-8 көн аша 3-4 тапҡыр ҡулланыу бик яҡшы һөҙөмтә бирә.
Кейәү үләнен, меңъяпраҡ, әремде бер үк миҡдарҙа алып, 1:2 нисбәтендә һыу ҡоялар ҙа һүрән утта ярты сәғәт самаһы ҡайнаталар. 10 литрға еткергәнсе һыу өҫтәйҙәр, ҡырғыстан үткәрелгән 50 грамм кер һабыны ҡушалар. Һабын иреп бөткәс, һөҙөп, йәшелсәләрҙе эшкәртәләр. Быны аҙна һайын ҡабатларға мөмкин.
Ҡырмыҫҡанан
Ҡырмыҫҡаны файҙа килтереүсе бөжәк тип беләбеҙ. Тик баҡсалағы иләүҙәр артыҡ ҡыуандырмай. Улар үҫемлектәргә зарар килтерә, етмәһә, махсус рәүештә кебләне үрсетеүе билдәле. Нисек ҡотолорға һуң? Ҡырмыҫҡалар насар еҫте яратмай. Кәрәсингә манылған сепрәкте улар эйәләшкән ергә һалып ҡуйһағыҙ, ҡасыу яғын ҡарарҙар.
Бор кислотаһы ла – ҡырмыҫҡаға ҡарата борондан ҡулланылған сара. Бер нисә киҫәк шәкәргә бор кислотаһын һеңдереп, ҡырмыҫҡалар йөрөгән ергә ҡуйырға кәрәк. «Татлы тамаҡтар» был ағыуҙан оҙаҡламай юҡҡа сығыр.
Ҡарағат, крыжовник эргәһенә сәселгән пәйғәмбәр тырнағы үҙенә ҡамҡаларҙы саҡырып торор. Белеүебеҙсә, был бөжәктәр кеблә менән туҡлана.
Аш содаһы баҡсала
Аш содаһының ҡулланыу даирәһе киң. Баҡсала ла ул – ҙур ярҙамсы. Ағас-ҡыуаҡтарҙы зарарлы бөжәктәрҙән, ҡабаҡ, ташҡабаҡ, ҡыярҙы онло ысыҡ (мучнистая роса) ауырыуынан ҡотҡарыу өсөн 4 ҡалаҡ аш содаһын, 2 ҡалаҡ шыйыҡ һабынды 10 литр һыуға һалып яҡшылап болғатабыҙ. Ошо ҡатнашманы үҫемлектәргә һәм ағастарға бөркәбеҙ.
Помидорҙағы фитофторозды булдырмау өсөн 3 ҡалаҡ аш содаһын, шунса уҡ һабынды 10 литр һыуҙа иретеп, 7 – 12 көн һайын йәшелсәләргә бөркөү ярҙам итә.