-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Мең дә бер кәңәш
11 Апрель , 10:38

Сәс тәрбиәләү серҙәре

Оҙон, матур толомдар һәр бер ҡыҙҙы биҙәй, күркәмлек өҫтәй. Шуға ла сәстәрҙе дөрөҫ тәрбиәләргә, таҙа, ҡупшы йөрөтөргә кәрәк. Сәсте ныҡ ҡайнар йәки һап-һалҡын һыу менән йыуырға ярамай. Сәс майлыраҡ булған һайын, һыу һалҡыныраҡ булһын. Күпселек ҡатын-ҡыҙҙар кис сәсен йыуа ла еүеш сәс менән йоҡларға ята. Был айырыуса зыянлы. Сәтәрегеҙҙе һәр ваҡыт киптереп ятығыҙ. Кис йоҡлар алдынан сәс төптәренә массаж эшләргә иренмәгеҙ. Был ҡан йөрөшөн яҡшырта һәм сәс шуның менән туҡлана. Витаминдар менән байытылған яҡшы шампунь ҡулланырға тырышығыҙ. Сәскә алоэнан эшләнгән ҡатнашма ыңғай йоғонто яһаясаҡ: 2 ҡалаҡ алоэға 2 ҡалаҡ бал, 1 йомортҡа һарыһы, 2 балғалаҡ һарымһаҡ һуты ҡушып, яҡшылап бутарға. Килеп сыҡҡан ҡатнашманы башҡа һөртөп, ярты сәғәттән йыуып төшөрөргә.

Сәс тәрбиәләү серҙәре
Сәс тәрбиәләү серҙәре

Гәрсис (горчица) ҡатнашмаһын да ныҡ маҡтайҙар: 2 ҡалаҡ үҫемлек майына  2 ҡалаҡ гәрсис онтағын, 2 ҡалаҡ ҡайнар һыу, 1 йомортҡа һарыһы һәм 2 балғалаҡ шәкәр ҡушып бутайһың. Уны сәс төптәренә һылап,  шыптыр ябынып, таҫтамал менән башты урайһың да 15 минуттан һуң ҡатнашманы йыуаһың. Гәрсистән тиренең әсетеүе ихтимал, шуға уны үтә оҙаҡ тотмағыҙ.

Бындай файҙалы ҡатнашмаларҙы аҙнаһына 2-3 тапҡыр ҡулланһағыҙ, сәсегеҙ нығынып, йомшарып, ялтырап китер.

Автор:
Читайте нас: