-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Хоҡуҡи әлифба
1 Август 2022, 13:15

«Әйҙәгеҙ, дуҫ йәшәйек!»

Закондарҙы эшкә егеп, донъяны миһырбанлыраҡ, ғәҙелерәк итергә ынтылыусы билдәле адвокат, Рәсәй Юристар ассоциацияһы ағзаһы, Башҡортостан Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе урынбаҫары Надежда Николаевна КРЫЛОВА ҡасандыр популяр йәнһүрәт геройы – Леопольд бесәйҙең: «Әйҙәгеҙ, дуҫ йәшәйек!» – тигәнен бөтә замандар өсөн иң аҡыллы көнүҙәк саҡырыу тип һанай. Айырылышыусы ғаиләләрҙең күбәйеүе хафаға һала уны һәм тәжрибәле хоҡуҡ белгесе, әүҙем йәмәғәтсе, ялҡынлы йөрәкле шәхес булараҡ, был күренештең сәбәптәре, зыяны хаҡында уйҙары менән уртаҡлаша, уның эҙемтәләрен бигерәк тә балалар өсөн нисек йомшартыу тураһында бәйән итә.

«Әйҙәгеҙ,  дуҫ йәшәйек!»
«Әйҙәгеҙ, дуҫ йәшәйек!»

– Совет дәүере йәнһүрәтендәге Леопольд тигән бесәйҙе хәтерләйһегеҙме? Ул – иң яратҡан геройым. Леопольд бер ҡасан да тормошта ығы-зығы, ыҙғыш ҡуптармай, бөтә бәхәсле ваҡиғаларҙы тыныс юл менән хәл итергә тырыша. «Әйҙәгеҙ, дуҫ йәшәйек!» тигән һүҙе нисәмә быуын өсөн ҙур тәрбиәүи мәғәнәгә эйә ҡанатлы әйтемгә әйләнде. Уның был тотошо – йомшаҡлыҡ күрһәтеүҙән түгел, ә әхлағынан, әҙәбенән, эске көсөнән, ғәҙеллек һөйөүенән. Йәмғиәтебеҙгә ошондай йәшәү принциптары ҡағиҙә итеп һалынһа, күп бәләләр беҙҙе ситләп үтер ине.
– Һеҙҙе иң борсоған мәсьәләнең береһе – ул...
– Мине бөгөн тарҡалған ғаиләләрҙең ныҡ артыуы етди борсоуға һала. Ғаилә емерелеүен икәү эше тип кенә ҡарау тамырынан дөрөҫ түгел. Ғаилә – йәмғиәт, дәүләт нигеҙе, ҡыйралыусы парҙар күплеге уны ҡаҡшата.
Был тәңгәлдәге статистикаға күҙ һалайыҡ әле. Мәҫәлән, Башҡортос­танстат мәғлүмәттәре буйынса, айырылышыусы парҙарҙың иң күбеһе – 28,6 проценты – биш-туғыҙ йыл бергә йәшәүселәр, 13,5 проценты – егерме йыл һәм унан күберәк бергә ғүмер кисергән кешеләр. 2021 йылда йәмғеһе 16 704 ғаиләнең тарҡалыуын билдәләп үтәм. Уларҙың 61,5 процентының бәлиғ булмаған балалары бар. Айырылышыу сигенә еткәнсе был ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыу өсөн нимә эшләнгән?
– Ләкин һәр осраҡ айырым тарих түгелме? Мәҫәлән, икәү араһындағы мөхәббәт юҡҡа сыҡһа?..
– Килешәм: һәр осраҡ – үҙе бер ҡиссалыр, бәлки. Ләкин һөйөүҙең һүрәнәйеүе, хатта юҡҡа сығыуы ла, минеңсә, ғаиләне селпәрәмә килтереү өсөн етерлек сәбәп түгел. Шундай парҙар менән эшләү тәжрибәмә, иң мөһиме – ата-бабаларыбыҙҙың сал быуаттарҙан килгән, һыналған аҡылына таянып белдерәм был турала. Бигерәк тә ғаиләлә сабыйҙар үҫә икән, ете ҡат үлсәп, бер ҡат киҫеү фарыз. Атай менән әсәйҙең айырылышырға ҡарар итеүе балаларҙың әле нығынмаған йәненә, ғөмүмән, уларҙың мәнфәғәтенә, киләсәгенә һәр яҡлап зыян һала. Балаларҙың тулы ғаиләлә үҫеүе өсөн мөмкин булғандың, хатта булмағандың бөтәһен дә эшләү мотлаҡ, тигән уйҙамын.
Тарҡалыусы ғаиләләр йыл һайын артыуы нилектән, тиһегеҙме? Иң элек – икәүҙең мөнәсәбәттәр, берлектәге яҙмыштары өсөн яуаплылыҡ алырға, күңел хеҙмәте һалырға теләмәүенән, унан – заман шауҡымынандыр. Аяуһыҙ бөгөнгө дәүерҙә тормош тәжрибәһе, сабырлығы етмәгән йәштәр оло быуын иғтибарына, кәңәшенә, хәстәрлегенә үтә мохтаж. Сетерекле хәлдәр килеп тыуғанда, яндарында уларҙың бергә ҡалыуын ихласлап ҡайғыртҡан кешеләрҙең булыуы мөһим. Йыш ҡына нәҫел ҡурсалауы квалификациялы психотерапевҡа мөрәжәғәт итеүҙән дә яҡшыраҡ һөҙөмтә бирә.
Минеңсә, йәмәғәт ойошмалары ла, дәүләтебеҙ ҙә ҡыйралыу сигендәге ғаиләләрҙе һаҡлап ҡалыу йәһәтенән бөтә мөмкинлек­тәрҙе файҙаланмай әле. Ошо юҫыҡта айырым эш алып бары­лырға, төптән уйланылған закондар ҙа, һис шикһеҙ, ҡабул ителергә тейеш, тигән фекерҙәмен.
– Артабан бергә йәшәү форсаты бөтөнләй ҡалмаған саҡта атай йәки әсәйҙең бала менән аралашыуын билдәләүсе килешеүҙәр төҙөү хаҡында үткән һандағы мәҡәләлә бер аҙ әйткәйнек. Шул турала ентекләберәк туҡталһағыҙсы.
– Эйе, һәр осраҡта ла тормош дауам итә. Ундай ваҡыттарҙа сабый мәнфәғәте нисек күҙәтелергә тейешлеге Рәсәйҙең Ғаилә кодексында билдәләнә, Бала хоҡуҡтары хаҡында халыҡ-ара конвенцияла ла шул турала һүҙ бара...

Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 7-се (2022) һанында уҡығыҙ.

 
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: