Башҡортостаныбыҙ буйынса “Хәтер тупрағы” республика марафоны бара. Был – ысын-ысындан илһөйәрҙәр акцияһы. Республика ҡалаларынан һәм райондарынан изге тупраҡ, гильзаға тултырылып, баш ҡалабыҙ Өфөлә Рәсәй Геройы – Генерал Миңлеғәли Шайморатовтың буласаҡ һәйкәле нигеҙенә һалынасаҡ. “Хәтер тупрағы” марафонына кисә, 4 майҙа, Әлшәй районы ла ҡушылды.
“Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында Әлшәйҙән 50-нән ашыу яугир хеҙмәт иткән. Улар араһында Советтар Союзы Геройы Хоҙат Сәлимйән улы Булатов та булған. Һәләк булған фронтовиктар хаҡындағы иҫтәлекте ҡәҙерләп һаҡлау, эргәбеҙҙә йәшәүсе һуғыш ветерандарын, тыл эшсәндәрен иғтибар һәм хәстәрлек менән солғап алыу – бөгөн һәр беребеҙҙең бурысы”, – тине Әлшәй районы хакимиәте башлығы Дамир Мостафин, марафонда ҡатнашыусыларҙы сәләмләп.
“1945 йылдың тап ошо көндәрендә – 25 апрелдән 8 майға тиклем Берлин операцияһы барған, унда легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла туранан-тура ҡатнашҡан”, – тип билдәләне Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Артур Әлибәков.
“Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Башҡортостан халыҡтары илебеҙҙең ҡораллы көстәре сафтарында Ватаныбыҙҙы яҡлауға ҡушылған. Дошман оккупациялаған территорияларҙан беҙгә меңдәрсә кешеләр күсерелгән. Айырым производстволарҙың 172 предприятиеһы эш башлаған. “Бөтәһе лә фронт өсөн, бөтәһе лә Еңеү өсөн!” тигән һүҙҙәр төп тормош девизына әйләнгән”, – тип һөйләне, утлы йылдарҙы байҡап, Республика Хәрби дан музейы директоры Илшат Үтәев.
Тантанала шулай уҡ Әлшәй, Миәкә, Благовар, Бишбүләк, Дәүләкән, Миәкә, Стәрлебаш, Шишмә, Бүздәк, Бәләбәй райондары вәкилдәре лә ҡатнашты.
“Хәтер тупрағы” республика марафоны 2022 йылдың 3 майынан 8 майына тиклем Башҡортостандың туғыҙ зона үҙәгендә үтәсәк.