+3 °С
Облачно
Камиллыҡҡа ынтылыш
14 Ноября 2024, 06:03

"Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай..."

Бар йәһәттән дә уңған, маҡсатлы, матур һылыуҡайҙарыбыҙ үҫеп килеүе һөйөндөрә.  Шишмә районы ҡыҙы Гөлназ Мәзитова ла шундай аҫыл ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе. Бөгөнгө көндә ул Башҡорт дәуләт медицина университетында белем ала. Хыялы ла ниндәй матур уның –яҡшы табиб булыу һәм шәхси проектын асыу. Кешеләргә һаулыҡ өләшеү – минең изге  маҡсатым, ти ул. Өлгөр ҡыҙ профессиональ  рәүештә йыр, бейеү, моделинг менән шөғөлләнә, фәнни тикшеренеү эштәре  алып бара, актёрҙар оҫталығы буйынса дәрестәргә йөрөй.

"Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай...""Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай..."
"Көтмәгәндә шундай ҡыҙҙар осрай..."

 “Төрлө мода күрһәтеүҙәрҙә ҡатнашам, клиптарҙа төшәм. Әҙәби китаптар, шиғырҙар уҡырға яратам,үҙем дә ҡәләм тибрәтәм”, – ти Гөлназ.
Егерме генә йәшлек гүзәлкәйҙең еңеүҙәре лә байтаҡ. “Башҡортостан гүзәле – 2023”(үҫмерҙәр төркөмө), "Башҡортостан гүзәле –2024”(өлкән төркөм), "Рәсәй Һылыуҡайы – 2023”, "Рәсәйҙең Камиллыҡ гүзәле – 2024" конкурстарында Гран-при яулаған.  2025 йылда Дүшәнбе ҡалаһында үтәсәк “Мисс Азия – Донья көнсығышы” Халыҡ-ара матурлыҡ бәйгеһенә саҡырыу сертификаты менән бүләкләнгән. Матурҡайға киләсәктә лә уңыштар юлдаш булһын!

Автор:
Читайте нас