Баймаҡ районы ауылдарының береһендә бер апай (исемен әйтмәүҙәрен үтенделәр) ике тапҡыр Ҡәҙер төнөндә күк ҡабағының асылыу мәлен күргән.
Тәүгеһендә ул ҡыҙы менән Ҡәҙер төнөн көтөргә тип урамға сыҡҡан булғандар. Ауылдағы ҡарағайҙар үҫеп ултырған тирәлә булғандар. “Бер мәл ҡапыл күк йөҙө асылып, донъя яҡтырып китте. Төн булһа ла, ерҙәге бөтә нәмә һалам, үләнгә тиклем яҡшы, айырым-асыҡ күренде: Мин тиҙ арала Алланан кешегә, балаларыма, үҙемә ярҙам һораным. Балаларымдың уй-зиһендәренең асыҡ булыуын, именлек, тауфиҡ һораным. Теләгән ерҙәренә уҡырға инеүҙәрен, һау-сәләмәт булыуҙарын һораным”, - ти ул. Ысынлап, балалары юғары уҡыу йорттарында белем алып сыҡтылар.
“Икенсе тапҡырында мин Йәнйегет бауылында инем. Йыйылышып, өйҙә ултыра инек. Тәҙрә аша күрҙек күк ҡабағын асылыуын”, - тип һөйләй ул.
Апай үҙе бик иманлы, изге, етем балалрға ярҙам итә, донъға яңы бала тыуһа, бүләген алып барып бирә, ураҙа тота, ураҙа ваҡыттарында ифтар үткәрә.