Ғафури районы хакимиәте тарафынан буласаҡ инвесторҙар өсөн бизнес-тур ойошторола башлаған. Киләсәктә туризмды үҫтереү маҡсатында райондың хозур тәбиғәтле урындарына сәйәхәт ҡылғандар.
Туризм тармағындағы мөһим эшмәкәрлекте ғәмәлгә ашырыу өсөн бер нисә маҡсатты күҙ уңында тотоу талап ителә: уңайлы урын булыуы, юл транспортының барып етеү мөмкинлеге, туристарҙы йәлеп итерҙәй үҙенсәлек, мөһабәт тәбиғәт. Һәр проект, шул иҫәптән ҙур булмағаны ла, республикабыҙҙың туристик инфраструктураһын үҫтереүгә, халыҡ мәшғүллеген тәьмин итеүгә, килемде арттырыуға булышлыҡ итәсәк.
Турҙа ҡатнашыусылар Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан уникаль тәбиғәт объекттары һаналған Киндерле мәмерйәһе, Аҡташ, Уҡлыҡая менән дә танышып өлгөргән.
Киләсәктә эшҡыуарҙар өсөн бизнес-турҙар даими үткәреләсәк. Турға яҙылырға теләүселәр түбәндәге телефон буйынса мөрәжәғәт итә ала: +7 (34740) 2-10-39, + 7(34765) 2-14-06, + 79050003684.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтынан.