+5 °С
Облачно

Баймаҡ районы Татлыбай ауылында батыр яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...

– ...2022 йылда махсус операция башланғас, Әбделғәфәр Йәғәфәр улы Ниғмәтуллин да ситтә ҡалманы. 2024 йылда үҙ теләге менән хәрби бурысын үтәргә МХО-ға юлланды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Украина ерлегендә батырҙарса көрәшеп һәләк булды, ул һәр ваҡыт беҙҙең иҫтә мәңге ҡаласаҡ, – тине һалдат иҫтәлегенә арналған матәм митингыһында Баймаҡ ҡалаһы һәм районы хакимиәте башлығы исеменән хәрби комиссариат вәкиле Булат Миҙхәт улы Байрамғолов.

Добавить в предпочтительные источники Google
Баймаҡ районы Татлыбай ауылында батыр яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...Баймаҡ районы Татлыбай ауылында батыр яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...
Баймаҡ районы Татлыбай ауылында батыр яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...

Туғандары, яҡындары, синыфташтары Әбделғәфәр Йәғәфәр улын оҫта гармунсы, йырсы, ихлас, ышаныслы ғаилә башлығы, ҡыйыу ил егете тип беләләр. Һалдатты иҫкә алғанда, шулай уҡ йәштәргә абруйлы ағай булыуы, тәжрибәле ауыл хужалығы белгесе – механик икәнлеге, армия хеҙмәтенән дә ситтә ҡалмауы – моряк булып диңгеҙҙә лайыҡлы хеҙмәт итеүе хаҡында ла хөрмәтләп иҫкә алдылар. Кәләше Лилиә менән яратышып, ғаилә ҡороп ебәргәс, дүрт балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Иленең ысын патриоты булараҡ, махсус хәрби операцияға үҙ теләге менән контракт төҙөй. Ҡаты бәрелештәрҙең береһендә ауыр яралана, дауаланып, аяҡҡа баҫа һәм кире Ватанды һаҡлаусылар сафына ашыға. Яуҙа ул ҡатыны Лилиәнең балаға уҙыуын, уның малай икәнен белгәс, бик шатланып, тулҡынланып ҡабул итә, һәм ҡанатланып: “Һөйөклөм, буласаҡ улыма Замир тип исем ҡуш, тыныслыҡ килтерһен. Ғәрәп телендә ул хыял, намыҫ, аҡыл тигәнде аңлата икән. Үҙеңә таяныс булһын киләсәктә”, – тип әйткән була һуңғы шылтыратыуында яугир, һиҙенгән кеүек. “Ғаиләбеҙгә “Хәбәрһеҙ юғалды” тигән ҡайғылы хәбәр килгәс, был ҡот осҡос хәлдең булыуы мөмкин түгел һымаҡ ине, сөнки яңы тыуған бәләкәс Замир хаҡына аталары тере, ғүмерле булырға тейеш ине...” – ти күҙ йәштәренә быуылып һалдаттың хәләл ефете Лилиә Нурислам ҡыҙы Ниғмәтуллина. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, көткән өмөттәр селпәрәмә килә – мөғжизәгә ышаныс юғала... Ата – улын, ул – атаһын бер ваҡытта ла күрмәйәсәк...

Тыныс йоҡла, батыр һалдат Әбделғәфәр Йәғәфәр улы. Балаларығыҙ һеҙҙең дауам булып лайыҡлы үҫәсәктәренә ышанабыҙ. Яҡындары, туғандары, ауылдаштары, синыфташтары йөрәгендә ул ҡыйыу яугир булып мәңге һаҡланасаҡ!

Баймаҡ районы Татлыбай ауылында батыр яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...
Баймаҡ районы Татлыбай ауылында батыр яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...
Баймаҡ районы Татлыбай ауылында батыр яугирҙы һуңғы юлға оҙаттылар...
Автор:
Читайте нас