+20 °С
Дождь

Ендәр хаҡында риүәйәттәр

Башҡорт фольклорында ен-бәрейҙәр, бисуралар, биреләр һ.б. тураһында легенда-риүәйәттәр тулып ята. Боронғоларҙан ишетә беләбеҙ, элек был заттар кешегә бик яҡын булған, йыш ҡына күҙгә салынған, ҡайһылары хатта әҙәм йәнәшәһенә баҫып, намаҙ уҡыған. Мәҫәлән, Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылында һуғыштан алдағы йылдарҙа ошондай ваҡиға була. Урындағы мәзин *Уйылдан бабай таңдан мәсеткә аҙан әйтергә килгәндә уны мосолман ендәре ҡаршы ала торған булған. Эйе, был йәндәрҙең барлығы дин тарафынан да инҡар ителмәй. Изге Ҡөрьән аяттарында ендәрҙең уттан әле кеше яратылғанға тиклем үк барлыҡҡа килтерелеүе һәм уларҙың төрлө ҡиәфәткә инә алыуы тураһында әйтелә. Улар кешеләргә сәбәпһеҙ зыян килтерә алмай, ҡайһылары хатта Аллаһы Тәғәләгә буйһоноп, ғибәҙәт ҡылып йәшәй.

Ендәр хаҡында риүәйәттәрЕндәр хаҡында риүәйәттәр
Ендәр хаҡында риүәйәттәр

Ендәр, тигәс, билдәле яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманованың «Әсебар» хикәйәһе иҫкә төшә. Автор барыһын да шул тиклем тәбиғи итеп һүрәтләй. Ышанмаҫ ерҙән ышандырып ҡуя... Әҫәрҙәге ваҡиғалар Бөрйән районындағы «Әсебар» тәбиғәт заказнигында бара. Ҡаланан тыуған ауылына ҡайтып барған студент ҡыҙ юл ыңғайында Әсебар яланындағы көтөүселәр йортона һуғыла. Барып инһә, барыһы ла хас та уның бала сағындағы кеүек – көтөүселәр торлағын йылытҡан, ашарға бешергән. Ҡыҙ, йорттағылар берәй ҡайҙа сыҡҡандыр тип, ошонда йылынып, бер аҙ сәй эсеп ала һәм юлын артабан дауам итә. Тыуған йортона ҡайтып еткәс, яҡындары уға утарҙа бер кемдең дә ҡуна ятып, мал көтмәүе, өй мейесенең күптән һүтелеүен, был урынға ендәр эйәләшеүе тураһында хәбәр итә.

Ололар ҙа был тирәлә ен юлының үтеүен дәлилләй. Мәҫәлән, Мәһәҙей ауылынан 69 йәшлек Солтан Хәсәнов «Таң» гәзите журналистарына ошоларҙы һөйләй:

– Заповедникта эшләп, хаҡлы ялға сыҡтым. Шунда һаҡсы булып эшләгәндә бер сәйер хәлгә тарыным. Мәһәҙей яғынан Һарғаяға киткән ерҙә (ҡурсаулыҡ билә -мәһенә ингән сиктә) Башарт тауында охрана будкаһы бар. Шунда төнгө дежурға ҡалдым. Төн уртаһында мин ултырған өй янына геүләшеп әллә күпме кеше килде бит. Ныҡ шаулашҡас, ипләп кенә соланға сығып, тәҙрәһенән күҙ һалдым. Өйҙән алыҫтараҡ күҙҙәре генә бызлап, әллә күпме кеше баҫып тора. Икәүһе өй янына уҡ килеп еткән. «Бар, сығарығыҙ шуны», – тип бойора алыҫтағылары. Тегеләре: «Инеп булмай, эттәре бар», – ти. Ысынлап та, соланда ике көсөгөм бар ине. Фонаремде биттәренә тоҫҡайым тиһәм, арттарын ҡуялар. Ҡулға балта тотоп алғанмын. Теге бәрейҙәрҙе ҡурҡытмаҡ булып, үҙем төрлөсә ҡысҡырам. Йоҡо ҡайғыһы булманы. Таңға тиклем ыҙалаттылар ҙа, яҡтырғас, юҡҡа сыҡтылар. Кистән ҡырпаҡ ҡар яуғайны. Мине алмаштырыусы килгәс, тегенең менән төндә «кешеләр» баҫып торған ерҙе барып ҡараныҡ. Ысынлап та, ул тирә тапалып бөткән. Тик ҡайҙандыр килгән эҙ ҙә, киткән эҙ ҙә юҡ. Шул ерҙә зым-зыя юҡ булған да ҡуйғандар. Осоп киткәндәрме инде, кем белһен. Шунан һуң будкаға артыш алып килеп элдек, мулланан аят яҙҙырып алып, ишек башына ҡуйҙыҡ. Башҡаса ундай хәл ҡабатланманы.

Бала саҡта атайым һөйләгән ваҡиғаларҙан ендәр барлығына ышанып үҫтем. Баймаҡ районының Хәсән һәм Йәнйегет ауылдары араһында бер шомло урын бар. Хәсәндән бер-ике саҡрым алыҫлыҡта, юлдың уң яғында бәләкәй генә һаҙға барып сығаһың. Шул урында ниңәлер кешеләр сәйер хәлгә тарый. Тиҫтә йылдар элек атайым кисләтеп ат менән ауылға ҡайтып барған. Баяғы ергә еткәс, аты туҡтаған да ҡуйған. Һаҙҙан ниндәйҙер кеше ҡысҡырған, бала илаған ауыштар ишетелә башлаған. Атын өркөтмәй генә, ары ҡыуған, барған һайын тауыш нығыраҡ көсәйә, ти. Бер мәл ҡысҡырып уйнап-көлөшкәндәре, гармун тартҡандары асыҡ ҡына ишетелә башланы, ти. Бар белгән доғаһын ҡабатлап, ҡысҡырып ебәргән икән, шау-гөр тынып ҡалған. Илла-алла менән, аты манма тиргә батып, саҡ ҡайтып еткән. 

Был урында күптәр ғәҙәти булмаған хәлгә осрай. Йәнйегет ауылында йәшәүсе бер ағайҙың һөйләгәндәренән: «Атайым шул урынға еткәс, аты ҡапыл өркөп китә лә өйөнә тиклем сабып алып ҡайта. Уның күҙенә бер ни ҙә күренмәй». 

Ошоға оҡшаш ваҡиғаны билдәле ғалимә Фирҙәүес Хисамитдиноваға Белорет районында йәшәүсе Хәйҙәр Искәндәров һөйләп ҡалдыра. Уның инаныуы буйынса, ендәрҙең хатта машиналары ла бар икән.

«Миңә ун ике йәш булғандыр. Атайым ауылдан өс саҡрым ерҙә картуф ултырта торғайны. Көҙ уңышты йыйып өлгөрмәнек, ҡар яуҙы. Ҡырҡ сантиметр ҡалынлығында булғандыр. Атайым, инәйем, апайҙарым менән ҡар аҫтынан картуф алабыҙ. Төшкө сәғәт ике-өс тирәһендә көслө тауыш килә башланы. Был тауыш беҙҙән 100 – 150 метр алыҫлыҡтағы урман аша ауыл яғына үтте. Машина гөрһөлдәүе, йыр, музыка, кешеләрҙең ҡысҡырып һөйләшеүе, бәпәй илауы, балалар тауышы, ат кешнәүе, һыйыр баҡырыуы, эт өрөүе, арба шығырлауы кеүек һәр береһе айырым-асыҡ ишетелгән һанап сыҡҡыһыҙ өндәрҙән тора ине ул. Бөтәбеҙ ҙә аяғүрә баҫып тыңлап оҙаттыҡ. Атайым: «Ендәр күсенде», – тине. Ҡайтышлай юлдарҙы байҡағайныҡ, бер ниндәй ҙә эҙкүрмәнек».

Фольклорҙы тәрән өйрәнгән ғалимә, ендәр ҙә кешеләр кеүек ғаилә ҡороп, бала-сағалы булып, мал-тыуар тотоп йәшәй, улар кешегә зыян итергә лә мөмкин, тип яҙа. Мәҫәлән, Белорет районының Инйәр ауылынан 3. Илһамова ендәр хаҡында бына нимә ти: «Малайыбыҙ илай ҙа илай. Инйәргә дауаханаға алып барырға булдыҡ. Электричкаға килдек, көтәбеҙ, кеше күп, ә ул һаман юҡ. Өшөнөк тә туҡталҡа эргәһендәге кешеләргә индек. Шунан аҡырып илаған бала тымып, йоҡланы ла ҡуйҙы. Электричкаға һуңланыҡ. Өйгә ҡайттыҡ. Бала иламай, тыныс ҡына көлөп тик ята. Әбей: «Күмәк кешеләр араһында аҙашып ҡалған теге ен», – ти. «Тиҙҙән ҡайта ул өйгә», – ти. Биш-алты көн тирәһе бала иламаны. Аҙаҡ тағы илай башланы. Мулла саҡырып, енде ҡыумайынса туҡтаманы. Әбей: «Ен – ҡатын-ҡыҙ затынан», – ти. Шуға ул ир баланы яратып, ҡытыҡлап, семтеп илата, үҙенсә уйната икән. Ен ҡәйнәмдеңдә ике улын илатып үлтергән. «Өй тынысһыҙ, ен быуып китте ике малайымды», – ти торғайны ул».

«Өләсәйемә ун өс йәш булған. Ҡояш байығанда ул мал аҙбарына сығырға теләй. Ишекте асыуға оҙон күлдәк кейгән ялбыр ҡатын өйгә инеп, түргә уҙа. Өләсәйем һуштан яҙып йығыла, өс ай буйына башын да күтәрә алмай сирләй. Берҙән-бер көндө уның күҙенә ауырып үлгән иптәш ҡыҙының һике аҫтына инеп китеүе һәм һикене дер һелкетеүе күренә. Ошонан һуң өләсәйемдең хәле тағы ла насарая. Ата-әсәһе мулла саҡыртып, уны өшкөртөргә мәжбүр була. Шунан һуң ғына һауыға. Теге ялбыр ҡатын ен булған икән», – тип һөйләй Ә. Хәйретдинова.

Фольклор материалдарында ен ҡасырыу йә ҡыуалау кеүек йолалар ҙа айырым урыналып тора. Борон, ен эйәләшкән өйҙөң дүрт мөйөшөнә мылтыҡ атып, өйгә ат индереп, артыш яндырып, ауырыуҙы өшкөрөп кенә ендәрҙе ҡыуып була, тигәндәр. Башҡорт ышаныуҙары буйынса, ен эйәләгәндә генә түгел, хатта ен ҡағылғанда, һуғылғанда ла ауырыйҙар. Ғәҙәттә, психик сир менән ауырығанда, ен һуғылып ауырый, тиҙәр. Мәләүез районының Һыртлан ауылында яҙып алынған мәғлүмәт буйынса, ен һуғылып ауырыған кешегә мулла саҡырғандар. Ул өйҙә тәүҙә сыбыртҡы шартлата башлаған. Дүрт мөйөшөнә мылтыҡтан атҡандар. Шунан өйгә ҡара кәзә бәрәстәре индерергә, ауырыуҙы иҙәнгә һалырға ҡушҡан. Ауырыу ятҡас, бәрәстәрҙе ҡыуып, өҫтөнә мендерә, уларҙан тапата икән был. Үҙе әйтмешләй, мулла шулай итеп енде ҡыуып сығара. Фалиж һуғыуҙың сәбәбендә башҡорттар ен һуғыуҙан тип иҫәпләгән. Шуға ла уны элек өшкөрөп, ҡыуып ебәрергә тырышҡандар. Ирен осоноуының сәбәбен дә халыҡ ен төкөргән аш-һыу ашап-эсеүҙән йәки ирен-морондо ен ялауҙан, тешләүҙән күргән.

Учалы районының Батал ауылынан Г. Әғзәмова шуларҙы бәйән итә: «Нариман менән Мөждәбә ағай бер йылы һарынаға барған. Мөждәбә ағай сәй ҡайнатырға һыуға төшһә, һап-һары оҙон сәсле, ҙур түшле ҡыҙ ултыра, ти, һыу буйында.

«Һай, был ҡыҙ нимә эшләп ултыра бында!» – тип көлгән дә ебәргән Мөждәбә ағай. Шунан теге ҡыҙ ел-дауыл булып, осоп килеп, уны ҡосаҡлаған да алған. Ә үҙе: «Нариманға әйтмә!» – ти икән. Мөждәбә ағай оҙаҡ ауырыны. Кеше араһында ултырғанда ла бисураһы килеп семтеп, көн дә бер күлдәк кейеп алып сығып йөрөгән. Үҙе шулай һөйләгән. Бисура килә лә: «Мин һине яратам», – тип әйтә, ти. Яратҡас, ашарға әпкил, тим. «Минең ҡулымдан ашаһаң, үлерһең», – ти икән теге бисура.

Һуғыш башланғас, Мөждәбә ағай фронтҡа алына. Әлеге бисураһы бергә киткән тегенең. Унда ла гел килеп йөрөгән икән. Аҙаҡ нишләптер килмәй башлаған. «Бер һуғышта илап тороп ҡалды», – тип һөйләгән Мөждәбә ағай үҙе».

Салауат районынан И. Зарипов яҙыуынса, ауырып ятҡан ауылдашы Нәғимулла ағай уға түбәндәгеләрҙе һөйләгән. «Жиге-ер йылғаһын сығып, ярҙан күтәрелгәйнем, ҡараһам, ун биш-егерме метр самаһы алда ике ҡатын-ҡыҙ китеп бара. Икеһе лә йәш кенә, матур итеп кейенгәндәр, ҡиәфәттәренә ҡарағанда, мәрйәләр. Уларҙы уҙып, 200 – 300 метркиттемме-юҡмы, бер көйө юртып килгән атым йығылды ла ҡуйҙы. Сананан төшөп, уны күтәрергә тырышып ҡарағайным, морононан ҡан килә башланы. Әлеге ҡыҙҙар минең менән тиңләшкәс, тегеләргә руссалап: «Атты күтәрергә ярҙам итегеҙ әле», – тинем. Улар: «Беҙ ҡандан ҡурҡабыҙ, атыңа яҡын бармайбыҙ», – тип уҙып китте. Ә үҙҙәре, ниндәй ирмәк күргәндәрҙер инде, шарҡылдап көлә. Аптырағас, атты туғарғайным, ул бер ни булмағандай ырғып килеп торҙо, морононан килгән ҡан да туҡтаны. Тиҙ генә егеп, ултырып киттем. Мәрйәләр уҙып китеүгә күп ваҡыт үтмәһә лә, алда бер кем дә күренмәне. Икенсе яҡҡа киткәндәрҙер, тиер инең, сана юлынан башҡа юл, эҙ ҙә юҡ. Шул мөғжизәгә иҫем китте, йәштәш. Әлегә тиклем юҡ-бар хөрәфәткә һис ышанмай торғайным, хәҙер ышандым инде», – тине ағай, көрһөнөп. Нәғимулла ағайҙы табиптар ҙа ҡараны, оло ағайҙар кәңәше буйынса бағымсы мәрйәләрҙе лә саҡырҙылар, ләкин файҙаһы теймәне, дүрт көн тигәндә ул яҡты донъя менән хушлашты».

Ишембай районынан 19-сы быуатта йәшәгән киң билдәле Мифтахетдин әүлиәнең тормош юлын өйрәнеүселәр ошондай юлдар яҙып ҡалдыра: «Мифтахетдин биш-алты йәштәр тирәһендә урамда ғына йөрөгән еренән аҙна самаһына юғалып тора. Аҙаҡ ауыл осонда пәйҙә булып, өйҙәренә ҡайтып инә. «Ҡайҙа булдың?» – тип һорауҙарына ул: «Күмәк малайҙар, ҡыҙҙар уйнап йөрөгән ҙур йорт эсенә алып керҙеләр. Ике кис йоҡлағас, ҡабаттан ауыл осона килтереп ҡалдырҙылар», – тиеүҙән башҡаны һөйләй алмай. Бынан һуң ул, алмаштырылған кеүек, белемгә, уҡыуға тартыла башлай. Тиҙ арала уҡырға, яҙырға өйрәнеп, иҙән уртаһында үҙалдына лыбырлап китап уҡып ултырырға әүәҫләнеп китә. Шуға ла уға үҫмер сағында «Ен алыштырған Мостаҡ» тигән ҡушаматтатағалар».

Бөгөн параллель донъя, ен-бәрейҙәр һәм шайтандар кеүек төшөнсәләргә шул тиклем күнегеп бөткәнбеҙ, хатта ҡайһы саҡ уларға әһәмиәт тә бирмәйбеҙ. Күрәһең, боронғолар тәбиғәткә, тыуған төйәгенә яҡын булған, улар донъяла ниҙәр барын белеп, тойоп йәшәгән, тимәк, уйланаһы урын барҙыр...

*Уйылдан Ваһап улы Исхаҡов 1882 йылдаДәүләкән районының Мерәҫ ауылында тыуған. 1904 – 1905 йылғы рус-япон һуғышында ҡатнаша, унан яраланып ҡайтҡандан һуң, Ауырғазы районының Төрөмбәт ауылы мәсетендә дин эштәрен алып бара, мәзин булып тора. 1937 йылда ҡулға алынып, «халыҡ дошманы» тигән мөһөр менән атыуға хөкөм ителә. Ҡатыны Ҡунаҡбикә алты бала менән Төрөмбәт ауылында яңғыҙы тороп ҡала. 

Мираҫ ЙӘНГИЛДИН

 

Фото Әлфинә Юлсурина

Автор:
Читайте нас