+23 °С
Ямғыр

Йөрәк инаныуы

Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмилә Сәлимгәрәева менән аралашҡанда уның саф ихласлығына, самимилығына таң ҡалаһың. Күңел бөтөнлөгө, ябайлығы менән арбай ул үҙенә. Журнал уҡыусыларыбыҙҙы актрисаның  ҡайҙа юғалыуы, нисек йәшәүе, ни менән шөғөлләнеүе күптән ҡыҙыҡһындыра ине. Хаҡлы ялда булған, Санкт-Петербург ҡалаһында йәшәгән Рәмилә ханымдың телефон номерын табыу еңелдән булманы. Әммә йөрәктәр яҡын булғанда аралар алыҫлығы бер ни тормай икән.

Йөрәк инаныуыЙөрәк инаныуы
Йөрәк инаныуы

Был тормошта һәр әҙәми зат донъяға үҙ манараһынан баға. Бөгөнгө көндә выждан тойғоһо ла, тыуған илебеҙгә мөнәсәбәт тә һәр кемдә тик үҙенсә. Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙының күңелендә лә – ил һыҙланыуҙары, мәңге уңалмаҫ әсә һағышы, етем ҡалған балаларҙың күҙ йәше, ғәрип яугирҙәр яҙмышы... Нисә тапҡыр военкомат тупһаһын тапай ул. «Сколько лет?» – тип һорайҙар ҙа поста, «75» – тигәнде ишетеү менән, «Больше не пускать ее, старая!» – тип кире боралар. «Күҙ йәшенә төйөлөп ҡайтып китәм дә ҡабат барам», – телефон сымы­ның теге осонда тауышы ҡалтырап, ауыр итеп көрһөнә Рәмилә апай. Мин бер минутҡа албырғап та, һоҡланып та тын ҡалам. Оло йөрәк­ле ханым, яу яланына алмаһалар ҙа, госпиталдәге яралыларға ярҙам итәм, тигән изге ниәтенән төңөлмәй барыбер: көн һайын тиерлек оло ҡоймалар менән уратылған хәрби госпиталь ишеген ҡаға, етәкселек менән һөйләшә-һөйләшә, дауаханаға инеү юлын таба. Ә унда бар яҡтан да энә күҙәүенән үткәреп, ентекле тикшереп, тик ҡан туғандарын ғына индерәләр.

– Госпиталь – үҙе бер ҡаласыҡ, тормош бында үҙенсә ҡайнай, бере­һен килтерәләр, икенсеһен алып китәләр, яралыларҙы дауалау, иғти­бар, мөнәсәбәт юғары кимәлдә, – ти Рәмилә апай. Ауыр йәрәхәтле, аңын юғалтып, иҫһеҙ ятҡан, аяҡһыҙ-ҡулһыҙ һалдаттар янында, тәҙрәгә һыйынып, үҙе белгән доғаларын уҡып, Раббыға өндәшә ул. «Йыһан менән минең ябай әҙәми зат тоймаҫ айырым бәйләнешем булғандай. Быға бала саҡта күҙ алмаларымдың күрмәүе сәбәпселер, бәлки. Палатала халҡыбыҙҙың йырҙарын йән һыҙла­уым менән башҡарҙым. Ул моң күңел түренән үҙенән-үҙе түгелде. Ихластан, ялбарып һораған үтенесемде күктәр ишетте, иншаалаһ – комала ятҡан һалдат бер аҙға күҙҙәрен асҡандай булды! Ул күҙҙәрҙең зәңгәрлеге – ап-аяҙ күктең үҙе! Моңло йырҙарыбыҙҙың ҡөҙрәте лә тәьҫир итмәй ҡалмағандыр, моғайын. Тик йүнәлер, тигән өмөттәр генә аҡланманы, тыуған илкәйенә иҫән килеш ҡайтырға насип булманы уға, һауыҡтыра алманылар... Яугирҙең ҡарашы мәңгелеккә йөрәгемә уйылып ҡалды, төштәремә инеп һыҙландыра, әрнетә. Ике улын да яу ҡырында юғалтҡан ата-әсәһенә Хоҙай Тәғәлә күркәм сабырлыҡтар бирһен, тип теләйем һәм барса батырҙарыбыҙ алдында түбәнселек менән башымды эйәм! Ошо урында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың яугирҙәребеҙгә, уларҙың ата-әсәләренә, туғандарына күрһәткән оло хәстәрлеге, ғәйәт ҙур ярҙамы хаҡында телгә алмау һәм рәхмәт әйтмәү мөмкин түгел».  

Госпиталгә оло йөрәкле ҡатын өс тапҡыр бара, һуңғыһы Яңы йыл төнөнән һуң. «Һөйөклө ҡыҙым менән таңға тиклем ғаилә усағына һыйынып, күңелем бөтәйеп ултырҙым. Иртәгәһенә ошо йылылыҡты, күңел нурымды, татлы ризыҡ-күстәнәстәремде өләшергә госпиталгә ашыҡтым, байрамдың тәүге көнө, дежурҙар ғына, эскә инеүе шул тиклем ауыр булды, ләкин өмөтөм бойомға ашты. Яңы йылда изге теләктәрем менән яралылар янында була алыуыма мең шөкөр», – ти ул. Бөгөн дә Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы яу ҡырындағы хәрби яланға барып, аҙ ғына булһа ла һалдаттарға ярҙамым тейер ине, тигән өмөт менән яна. Үҙен физик яҡтан да ныҡлы әҙерләй ул: көн һайын әллә нисәмә мең саҡрым аҙым үтә, Өфөлә морж булыуын бында ла дауам итә, һыуыҡ һыу менән ҡойона, күнекмәләр яһай, ә эске тәүәккәллеге, рухи ҡеүәте уның, ай-һай, күптәребеҙ һоҡланырлыҡ әле!

 

Айзилә Мортаева.

Автор:
Читайте нас