+14 °С
Облачно

Вәкил Шәрәфетдинов. Осһоҙ кәләш. Юмореска

– Һаумыһығыҙ, мин иғлан буйынса. Һеҙҙә бөгөн акция, дөрөҫмө? Ыҫпай ғына кейенгән, утыҙ йәштәрҙәге мөләйем ирҙе түшенә РӘМЗИӘ тип кенә яҙылған ҡабул итеүсе шатланып ҡаршы алды. Бындай затлы клиенттар һирәгәйҙе шул, күберәк таушалып бөткәндәр менән эш итергә тура килә. – Эйе, дөрөҫ. Акция аҙна буйы бара, илле процент ташлама. Аңлауым буйынса, һеҙгә кәләш кәрәк, шулаймы?..

Вәкил Шәрәфетдинов. Осһоҙ кәләш. ЮморескаВәкил Шәрәфетдинов. Осһоҙ кәләш. Юмореска
Вәкил Шәрәфетдинов. Осһоҙ кәләш. Юмореска

– Һаумыһығыҙ, мин иғлан буйынса. Һеҙҙә бөгөн акция, дөрөҫмө?

Ыҫпай ғына кейенгән, утыҙ йәштәрҙәге мөләйем ирҙе түшенә РӘМЗИӘ тип кенә яҙылған ҡабул итеүсе шатланып ҡаршы алды. Бындай затлы клиенттар һирәгәйҙе шул, күберәк таушалып бөткәндәр менән эш итергә тура килә.

– Эйе, дөрөҫ. Акция аҙна буйы бара, илле процент ташлама. Аңлауым буйынса, һеҙгә кәләш кәрәк, шулаймы?..

– Эйе. Институт тамамланым, эшләп йөрөйөм, аяҡҡа баҫтым тип әйтергә була. Өйләнергә ваҡыт та бит, күңелгә оҡшағаны табылмай, аптырағас, һеҙгә мөрәжәғәт итергә булдым. – Егет ҡыйыу булып күренергә тырышһа ла, оялғаны һиҙелеп тора.

– Һәм бик дөрөҫ эшләгәнһегеҙ, – тип дәртләндереп ебәрҙе уны Рәмзиә. – Беҙҙең картотека бик бай, ниндәйен теләйһегеҙ, табып бирербеҙ. Анкета ғына тултырығыҙ ҙа. – Ул бланк бирҙе лә ситтәрәк торған креслоға ишара яһаны. – Һорауҙарығыҙ булһа, мин әҙер.

Клиент беренсе һорауға ғына үҙе яуап бирә алды. «Айнур Салауат улы Булатов» тип яҙҙы ла өҫтәл янына ҡабат килеп баҫты.

– Ғәфү итегеҙ, бында бик сәйер һорауҙар. Мәҫәлән, һеҙгә нәмәгә ул кәләш? Былай ҙа билгеле түгелме ни?

Рәмзиә, үҙенең кәрәк булыуына шатланып, аңлатырға кереште:

– Юҡ, яңылышаһығыҙ... Бына, мәҫәлән, һеҙ машина һайлайһығыҙ. Әйткәндәй, һеҙҙең машинағыҙ бармы?

Айнур өндәшмәй генә барсеткаһын һелкетеп алды.

 – Аңлайым, бар. Үәт, юлһыҙ ауылға ҡайтып йөрөү өсөн «Нива» ла ярай, ә инде текә бизнесмен булһағыҙ, шәп иномарка кәрәк. Кәләш тә шулай. Бына ул һеҙҙең өйҙә ниндәй эштәр эшләргә тейеш?

Айнур әҙ генә уйланып торҙо.

– Ниндәй эштәр... Ул, әлбиттә, бешерә, кер йыуа, өйҙө йыйыштыра...

Рәмзиә тиҙ-тиҙ генә клавиатура­ға баҫҡылап алды...

– Әһә. Тимәк, һеҙгә хеҙмәтсе кәрәк. Бына варианттар.

Мониторҙа төрлө йәштәге, төрлө ҡиәфәттәге һындар калейдоскопта­ғы кеүек алмашына башланы.

– Мин бит ғаилә ҡороу, бала табыу тураһында һүҙ алып барам.

– Шулай тип әйтергә кәрәк ине тәүҙә үк. Бала табыу өсөн төнгө тормош та кәрәк бит әле, һеҙ уны әйтмәнегеҙ. Нисә тапҡыр файҙала­ныр­ға уйлайһығыҙ кәләшегеҙҙе ул маҡсатта? – Рәмзиә еңел генә биргән һорауға Айнур уңайһыҙла­нып, ҡыҙарып китте.

– Нисә тапҡыр... Ну... Өс-дүрт тапҡыр.

– Йылынамы? – Рәмзиә ҡыҙыҡһынып Айнурға ҡараны.

– Көнөнә! – Айнурҙың асыуы килә башланы, ә Рәмзиәнең ғәжәпләнеүе бермә-бер артты.

– Анкетала ундай вариант юҡ, йә йылына, йә айына ғына. Айына өс-дүрт тапҡыр тип яҙам.

– Хәҙер... Компьютер әйтә, һеҙҙең өсөн иң һәйбәт вариант –  хеҙмәтсе ялларға һәм һөйәркәгә йөрөргә, тей. Бына варианттар...

Айнур, ҡәнәғәтһеҙлеген белдереп, уның һүҙен бүлдерҙе:

– Һеҙ мине аңламайһығыҙ. Миңә ғаилә кәрәк, балалар. Һөйәркә кәрәкмәй миңә.

– Бик яҡшы. Нисәү?

– Ну... Ике-өс булһын икән, ти.

– Һеҙ беләһегеҙме, ауырлы ҡатын байтаҡ ваҡыт һеҙҙең енси талаптарығыҙҙы үтәй алмаясаҡ. Бәлки, тәүҙә ошо инструкция менән танышып алырһығыҙ. – Рәмзиә Айнурҙың алдына матур итеп төшөрөл­гән, русса яҙылған брошюра һалды.

– «Жена. Инструкция по пользованию», – тип уҡыны ла Айнур ҡул һелтәне.

Рәмзиә брошюраны алып ҡуйҙы.

– Шулай итеп, һеҙҙең кәләшегеҙ аш бешерергә, кер йыуырға, өй йыйыштырырға, бала табырға тейеш була. Һорау – балаларҙы кем ҡарарға тейеш?

– Кәләш, әлбиттә, минең эшем күп, бушамайым.

– Тағы өҫтәмә талаптарығыҙ бармы? – Рәмзиәнең һорауҙары бөтмәгәйне әле.

– Юҡ... Әй, бар... Юҡ, шикелле... Юҡ, бар... – Айнур, тырыша торғас, фекерен тупланы. – Минең кәләштең эш хаҡы һәйбәт булырға тейеш. Үҙе матур, зифа буйлы булһын һәм гел йылмайып торһон.

 Рәмзиә ауыр һулап ҡуйҙы һәм тағы компьютерға төңөлдө.

– Улай булғас, һеҙгә ҡәйнә кәрәк буласаҡ, ундай варианттар ҙа бар...

Айнур урынынан тороп уҡ китте.

– Ҡәйнә? Ҡәйнәһеҙ генә ярамаймы ни?

Рәмзиә көлөмһөрәп кенә ҡуйҙы.

– Ҡәйнәһеҙ ҙә була ул. Тик ул ваҡытта үҙегеҙгә балаларҙы ҡарарға, ашарға бешерергә тура килә, ә һеҙ бит уға риза түгел. Няня яллап була ла бит, тик ул вариант бик ҡиммәт.

– Ә кәләш ни өсөн? – Айнур ҡәйнәгә теше-тырнағы менән ҡаршы ине.

– Кәләшегеҙ көнө буйы эштә, ә ял көндәре тренажерға, массажға, матурлыҡ салонына йөрөргә кәрәк буласаҡ. Ул матур, зифа буйлы булһын, тинегеҙ бит. Артабан – шопинг, йәғни магазиндар. Әйткәндәй, һеҙ уға айына күпме аҡса бүлергә уйлайһығыҙ? Бүләк һәм башҡалар.

Айнурҙың төҫө үҙгәреп киткәнен күреп, һүҙен үҙгәртергә ашыҡты:

– Сәскә бүләк итерһегеҙ бит инде, моғайын.

Айнурҙың өҫтөнән ауыр таш төшкәндәй булды.

– Әлбиттә, сәскә. Тыуған көнөнә. Тик бер шартым бар, яҙып ҡуйығыҙ, ул мине алдан иҫкәртеп ҡуйырға тейеш. Барыһы күпмегә төшә инде ул миңә?

Экрандағы хаҡты күреп, Айнур телдән яҙа яҙҙы. Рәмзиә уға ярҙамға килде.

– Ә һеҙ нисек уйлағайнығыҙ? Өс бала, ҡәйнә, өҫтәүенә, зифа буйлы кәләш. Әле был акция буйынса.

Боролоп сығып китергә уңайһыҙланған Айнур һорау биргән булды:

– Әҙерәк уйлап ҡарарға яраймы? Тағы варианттар бармы?

Рәмзиә уға бөтә булған варианттарҙы күсереп бирҙе лә иҫкәртеп ҡуйҙы.

– Акция иртәгә тамамлана, һуңламағыҙ, договор төҙөрбөҙ.

Тышта туҡтап яңы анкеталарҙы ҡарап тора ине, ишек асылып китте лә йәш кенә бер сибәр ҡыҙ килеп сыҡты, ярһығаны күренеп тора. Үҙе ҡысҡырып һөйләнә:

– Үәт, мин алйот! Тапҡанмын ир эҙләр урын! Шарлатандар! Шарашкина контора! –Ҡулындағы ҡағыҙҙарҙы тәүҙә йыртҡылап, шунан йомарлап, ҡайҙа ташларға тип алан-йолан ҡаранған сағында Айнурҙы күреп ҡалды ла туп-тура уға йүнәлде.

– Һеҙ ҙә ошонда килгәйнегеҙме? Кәләш эҙләнегеҙме? Таптығыҙмы? Юҡмы? Булмаҫ та! Бында шарлатандар ултыра! Бына миңә нимә яҙып бирҙеләр. Мин бешерергә, кер йыуырға, өй йыйыштырырға, бала табырға тейеш булам. Ә ул миңә – йылына бер тапҡыр сәскә! Уныһы ла мин иҫенә төшөргәндән һуң. Йә, нисек?

– Акция буйынса йүнлерәктәрен осһоҙлата алып бөткәндәрҙер инде, –тип мығырҙанды Айнур, өндәшмәй тороуҙы уңайһыҙ һанап. Үҙе, оялып, ер тишегенә инерҙәй булды. Ҡыҙ дауам итте.

– Ошонда эшләп тә, шуны аңламайҙар. Һәр ҡыҙ үҙенә терәк эҙләп кейәүгә сыға. Яҡын дуҫ, киләсәккә ышаныс бирерлек иптәш кәрәк уға. Һеҙҙән дә һорағандарҙыр, кәләш ниңә кәрәк, тип. Нисек яуап бирҙегеҙ?

Айнур, бик оят булһа ла, юғалып ҡалманы:

– Минең яуап... – Тултыра башлаған анкетаһын йомарлап ташланы ла дауам итте. – Миңә яҡын дуҫ кәрәк. Кемгәлер терәк булғым килә, бүләктәр биреп, уның бәхетле йылмайыуын күргем килә...

Ул ҡыҙҙың әле генә әйткән һүҙҙәрен, үҙе лә һиҙмәй, ысын күңелдән ҡабатлай ине.

– Һеҙ ниндәй һәйбәт кеше икән. Нишләп миңә һеҙҙе тәҡдим итмәй, йылына бер сәскә бүләк итергә лә иҫенә төшөрөргә кәрәк ниндәйҙер кешене димләйҙәр. Бүтән бында аяҡ та баҫмайым. – Ул, ҡапыл боролоп, шәп-шәп атлап китеп барҙы.

Аҙыраҡ иҫенә килгәс, Айнур йүгереп тигәндәй һылыуҡайҙы ҡыуып етте.

...Айнур менән Гөлсәсәк (ҡыҙҙың исеме шулай булып сыҡты) туйҙа төшкән фотоларын шаяртып ҡына үҙҙәрен осраштырған контораға бүләк иттеләр. Әле ул фотолар, ҙурайтылып, реклама булып, шул контораның фасадын биҙәп тора.

 

Р. Шәйхелисламов һүрәте

Автор:
Читайте нас