+23 °С
Дождь

Урман шауы

Уның хеҙмәт кенәгәһендә бер генә яҙыу: «Балаҡатай урман хужалығы». Ул яҙма 45 йыл элек теркәлгән. Рәсәйҙең Почетлы урман хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы Вәлимә Харун ҡыҙы НОҒМАНОВА тураһында булыр һүҙебеҙ. «Тубырсыҡты йыяһың, орлоҡтарын алаһың, Өфөгә апробацияға алып барып сифатын тикшертәһең, питомникка сәсәһең һәм түҙемһеҙләнеп шытып сыҡҡанын көтәһең. Артабан утарға кеше йыяһың, үҫентеләр ауырып китһә, эшкәртәһең. Бала кеүек ҡарап үҫтергән ағас үҫентеләрен урманға алып барып ултыртаһың. Уларҙың ерегеп, ҡалҡынып китеүенә тағы бер кинәнәһең...» – яратҡан эше тураһында шулай ябай ғына итеп һөйләй ул. Бер яҡтан ҡараһаң, был һөнәргә осраҡлы ғына килеп эләккән кеүек. Осраҡлымы икән?

Урман шауыУрман шауы
Урман шауы

Унынсы синыфтан һуң педагогия институтының тарих-инглиз теле факультетына уҡырға инергә уйлай, тик конкурстан үтмәй. Студент апаһына килгәндә ятағы янындағы  матур ғына бинаға иғтибар итә. Уның урман хужалығы техникумы икәнен белгәс, шунда барып ҡарарға була. Еңел генә имтихандарҙы тапшырып, үтеп тә китә. «Уҡырға ингәнмен икән – уҡырға, ҡушҡандар икән – эшләргә. Шундай минең холҡом. Ғаиләлә биш ҡыҙ үҫтек. Мин – дүртенсеһе. Йыуаш, шым, яй, әммә эшсән, ныҡыш һәм маҡсатҡа ирешеүсән булдым», – ти ул үҙе тураһында. Төркөмдәге биш ҡыҙ бер бүлмәлә йәшәй. Бер әхирәтенең ағаһы һеңлеһенең хәлен белергә йыш ҡына инеп йөрөй. Дәрес әҙерләп ултырған һылыуҙарға ҡарап: «Ҡыҙҙар, интекмәгеҙ ҙә, берегеҙ ҙә урманға бармаҫһығыҙ, Вәлимә генә эшләйәсәк һөнәре буйынса», – тип ҡабатлай гелән. Нимәгә ҡарап улай тип әйткәндер?

Йәш белгестәрҙе Силәбе, Төмән, Иркутск өлкәләренә, Краснодар крайына һәм илебеҙҙең башҡа төбәктәренә ебәрәләр. Башҡортос-танға ике генә йүнәлтмә була. «Балаҡатай районы һинең тыуған ереңә яҡын, һин Черниковка урман хужалығын миңә ҡалдыр инде», – тигән егетте тыңлап, республиканың төньяҡ-көнсығышына йүнәлә ул. Тыуған ауылы – Салауат районының Башҡорт Илсекәйе – бик алыҫта кеүек тойола ул машинаһыҙ саҡтарҙа.

Егермеһе лә тулмаған йәш ҡыҙ урман мастеры булып эш башлай. Урмандан сыҡмай: диләнкә бүлә, ағас ултырта... Бер үҙе йәйәүләп йөрөп ауылдарҙы кешеләрҙән һорашып таба. Ҡурҡыуҙы белмәй. Хеҙмәттәш ир-егеттәр бит әле аҡ күлдәк кейеп, матур һүҙ генә һөйләгән интеллигенттар түгел – «бывалыйҙар». «Бер саҡ шулай бергә йыйылып ултырабыҙ. Тәмәке төтөнөнә, кем әйтмешләй, балта элерлек (ә минең атайым да тартмай торғайны). Ирҙәрҙең ике һүҙенең береһе – һүгенеү. Түҙмәнем: «Туҡтайһығыҙмы, юҡмы!.. Күпме тыңларға була һеҙҙе!» – тип әсе итеп һүгенеп күрһәттем. (Шулай тинең дә, аҙаҡ үҙең танауыңдан алып ҡолағыңа саҡлы сөгөлдөр кеүек ҡып-ҡыҙыл булдың, тип иҫләй ине аҙаҡ үҙҙәре). Ошо осраҡтан һуң урмансылар минең алда бер тапҡыр ҙа һүгенмәне, йыйнаҡланып киттеләр, хатта ҡурса-лап йөрөттөләр. Тора-бара эшемә ҡарап хөрмәт итә башланылар. Урманда икәүҙән-икәү генә йөрөгәндә лә бер генә ирҙән дә насар һүҙ ишетмәнем, бәйләнмәнеләр, тиң күрҙеләр», – ти Вәлимә апай.

Коллективта башлыса – урыҫтар. Етәксе ауыл балаһының отчетын, дөрөҫ түгел, ти ҙә ситкә һала. Хатаһын күрһәтмәй. Вәлимә ятағына ҡайтып, төнө буйы илай-илай китаптарын уҡып, хатаһын төҙәтеп, иртәнге сәғәт  туғыҙҙа яңынан килтереп һала. Етәксе бер ни өндәшмәй генә алып ҡала. Ә ул ҡағыҙҙа йә өтөрө, йә һыҙығы төшөп ҡалған була. Көн дә иртән эшкә: «Бирешмәйем!» – тип үҙенә маҡсат ҡуйып килә. Шулай сыныға, холҡон нығыта ҡыҙ. Свердловск ҡалаһында Урал урман-техник институтында белем алырға ла өлгөрә.

Ике йыл эшләгәс, Малаяҙға саҡыралар, тик министрлыҡ аша яңынан ҡайтарып алалар. Артабан ул бар баҫҡыстарҙы үтә, инженер, баш лесничий булып эшләй. 2008 йылдан алып Балаҡатай урман хужалығын етәкләй. Инде хаҡлы ялда булһа ла, эшләүен һорайҙар. Тәжрибәле белгестәр юлда ятмай шул.

«Бер ҡасан да үкенмәнем ошо һөнәрҙе һайлағаныма, башҡа эште белмәйем дә, аңламайым да, – тип һөйләй ул. – Был өлкәлә лә белгестәргә ҡытлыҡ ҙур, йәштәр атлығып тормай. Ҡалаға ынтылалар. Ә бит шул уҡ аҡсаны ошонда ла эшләп була. Ғаиләң янында, ниндәйҙер вагончикта ун кеше түгел, тормош юлдашың менән үҙ карауатыңа ятып йоҡлайһың, бала-ларың күҙ алдында, мал да тота алаһың, өйҙәге эштәреңде башҡараһың. Аҡса ла ваҡытында түләнә... Урмансы һөнәренә бер килгән кеше иһә ғәҙәттә оҙаҡ йылдар эшләй. Коллективым оҡшай, бик тырыш, матур күңелле кешеләр йыйылған», – ти ғорурлыҡ менән етәксе.

Үҙенең ойоштороу һәләтенән дә күп нәмә торалыр инде. Был тормошта ата-әсәһе биргән матур тәрбиә ҡанундарына таяна ул. «Атайым иҫ киткес ғәҙел, бөхтә, кешелекле ине. «Бына бөгөн бер тинде урланың, һиҙмәнеләр, иртәгә ике тин алырһың – һиҙмәҫтәр, ә нәфсе үҫкәндән-үҫә. Бер ҡасан да кеше малына ҡул һуҙмағыҙ», – тип өйрәтте ул. Был һүҙҙәр ғүмер буйы оҙата килде. Ферма мөдире булып эшләп хаҡлы ялға киткәндә һауынсылар иланы. Үлер алдынан әсәйемә: «Ғүмер буйы, улым юҡ, тип һинең башыңды сереттем. Ир булып маташыуым ғына ине ул. Ысынында ҡыҙҙарым менән гел ғорурландым, малайҙарға биргеһеҙ бит үҙҙәре!» – тине. Наҙлыбикәләр булып ҡына ултырманыҡ. Бесәнен дә саптыҡ, утынын да ярҙыҡ, ауыл ерендәге эште үҙегеҙ беләһегеҙ. Тағы ла бер васыяттары: кемегеҙҙер байып китер, икенсегеҙ хәйерсе генә йәшәүе бар, ниндәй хәлдә лә бер-берегеҙҙе ташламағыҙ, тинеләр», – ғәзиздәре тураһында һөйләгәндә Вәлимә апайҙың күҙҙәренә йәш килә.

Үҙенең дә ғаиләһенә күҙ теймәһен. Иптәше Илдус Ғарифулла улы водитель булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. «Эшемдең тынғыһыҙ яҡтары күп, көнө-төнө ир-егет араһындамын. Киске сәғәт 10-11-гә тиклем ҡалған осраҡтар ҙа була, бер нисә көнгә республика семинарҙарына киткән саҡтар ҙа. Ситтән ҡарағанда, иртән бер ир менән сығып китәм, эштән һуң икенсеһе килтереп ҡуя. Иптәшем бер ҡасан да ҡырын ҡараманы, ауыр һүҙ әйтмәне. Ике улыбыҙ ҙа ярҙамсыл, эшлекле булды. Һуңлап ҡайтҡанда һыйырҙы һауып, ҡош-ҡортто ҡарап, эште бөтөрөп ҡуйҙылар. Ғаиләмдең терәген тойҙом, уларға рәхмәтлемен. Яҡын-дарым аңлап тормаһа, 45 йыл ошонда эшләй алыр инемме ни?» – ти Вәлимә апай.

Баҡса үҫтерергә ярата, эштән ҡайта ла төнгә тиклем еләк-емеше, йәшелсәһе менән була ул. Бәшмәк, еләк йыйып, ҡышҡа әҙерләү ҙә – яратҡан шөғөлө. «Өләсәй, беҙ һеҙгә туҡһан көнгә килдек!» – тип шат тауыш менән ҡайтып ингән биш ейән-ейәнсәрен тәмлекәстәр менән һыйларға ярата. Юҡ, «ир-егеттәр һөнәре» күңелен ҡатырмаған уның.

Эш башлағанда ултыртҡан ағастары инде ҙур булып үҫкән. Юл буйлап теҙелгән һомғол ҡарағайҙарға һоҡланып, сәләм биреп уҙа ул. Ана һинең эҙең, тип ҡуя үҙенә. Ҡайынды, сағанды (йондоҙнамә буйынса уға тап килгән ағас), ҡарағайҙы, имәнде ярата, улар менән серләшә лә.

Яҙ тәбиғәттең уянған мәле әсир итә уны. Ә көҙгө урман үҙенсә матур. Ниндәй генә төҫ юҡ унда! Бөйөк Пушкин юҡҡа ғына «алтын көҙ» тип шиғырҙар яҙмаған шул. Ҡышҡы урмандағы саф һауа – үҙе бер дауа. Тик матурлығы менән барыһын һоҡлан-дырған бәҫ ҡунған йә ҡарға мансылған ағастарҙы йәлләй ул. Ауырлыҡҡа бирешмәһәләр ярар ине, тип теләй. Ағастарҙы тере кешеләргә оҡшата. Үҫкәнен күҙәтеп, бер көн ауып ятҡанын күреүе бигерәк ауыр. Йығылған уҫаҡты ҡартайып үлгән ҡартҡа оҡшата.

Ағастар барыһы ла күркәм, тигән «урман хужабикәһе» үҙен ниндәй ағасҡа оҡшата икән? «Ҡайын, – ти ул. Бер аҙ торғас, өҫтәп ҡуя, – тағы ла ҡарағай. Ҡайын матурлығы менән үҙенә арбай. Ә ҡарағай һәр саҡ яҡтылыҡҡа ынтыла».

Яҡын-тирәләге урмандарҙы арҡыры-буйға йөрөп сыҡҡан. Башҡа тағы бер «тоҙһоҙ» һорау килә: урмандың теләһә ҡайһы еренә алып барып ҡуйһалар ҙа, ҡайтыр юлды табыр инеме? «Урман үҙгәрә. Бер нисә йыл бармаһаң, танымай тораһың. Ағастар ҡырҡыла, урынына икенселәре ултыртыла. Бында улай түгел ине бит, тип һушың китеп ҡарап тораһың ҡай саҡ. Шулай ҙа юғалып ҡалмаҫмын. Йылғаны табып, шуның буйынса китер инем. Йылға барыбер кеше йәшәгән урынға сығара», – тип яуаплай ул.

Беҙ уны боландар менән фотоға төшөрөргә хыялланған инек. Өфөлә саҡта урман шулайыраҡ булып күҙ алдына килә, барыһы ла еңел генә тойола шул. Ысынында мышы, ҡыр кәзәһе, ҡуян-маҙар күп осрай. Бер саҡ ҡуйы үләнде асып ҡына ебәреүе була, мышы менән йөҙгә-йөҙ осраша ла ҡуя. Айыуҙы йыраҡтан ғына күргән.

Бер ваҡиға иҫендә. Тау башында мышы үкереп тора. Баҡһаң, балаһы аҫтағы һаҙлыҡҡа дүрт тояғы менән инеп батҡан. «Бергә булған урмансы мине руль артына күсереп ултыртты ла үҙе ипләп кенә китте. Ишектәрҙе асыҡ ҡалдырҙыҡ. Мышы һөжүм итә башлаһа, мин йүгереп килеп ултырырмын, шундуҡ ҡуҙғалырһың, ти. Хайуанға матур ғына итеп өндәшә үҙе. Тегенең балаһын һөйрәп сығарҙы, ҡоро ергә һалды һәм ипләп кенә машинаға килеп ултырҙы. Мышы ҡатҡан кеүек тора. Яйлап ҡына ҡуҙғалдыҡ. Бер аҙ барғас, көҙгөнән күрәбеҙ, теге балаһы эргәһенә төшөп китте».

Ҡыҙғаныс хәлдәр ҙә осрай. Һунарсылар бер айыуҙы атырға барған. Килеп сыҡҡанын көтөп ултыралар икән. Тап шул ваҡыт бер ҡатын ҡурай еләге йыйып йөрөгән. Ҡыуаҡтар араһынан ҡапыл килеп сығыуы булған, һунарсы уны айыу тип уйлап, мылтығының төймәһенә баҫҡан...

Һуңғы йылдарҙа урман кейек-януары кеше араһында, юлдарҙа, ауылдарҙа, хатта ҡалалар янында күренә башланы. Бының сәбәбен аныҡ ҡына әйтеүсе юҡ. Аҙыҡты теләһә ҡайҙа ташлау сәбәпсе түгелме икән быға? Төлкө-фәлән дә йыш ҡына ауылдағы сүп һауыттарына килеүсән. «Кешегә өйрәнгән йәнлектәр беҙҙең өсөн бик хәүефле булыуы бар. Бында шаярыу урынһыҙ. Бүре балаһын бүреккә һалһаң да урманға ҡарай, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит инде. Зоопарктарҙа ла «Ашатырға ярамай!» тип яҙылған икән – ярамай. Иҫкәртеүҙәргә иғтибар итмәүселәр күп шул. Йәнлектәрҙең артыуына һунар өсөн сикләүҙәрҙең күбәйеүе лә килтерәлер. Был, әлбиттә, бик ыңғай күренеш. Шул уҡ ваҡытта зыянлы яғы ла бар. Мәҫәлән, мышылар йыш ҡына беҙ ултыртҡан үҫентеләрҙе тапап юҡ итә. Сыбыҡ-сабыҡ араһынан йөрөгәнсе һөрөлгән йомшаҡ ерҙән атлауҙы хуп күрә улар. Ҡышын йәш үҫентеләрҙе ашайҙар», – ти тәжрибәле урмансы. 

Элек мышы итен эшкәртеүгә тапшыра торған булғандар. Быҡтырылған консерваларҙан урмансыларға төшкө аш бешергәндәр. Хәҙер ундай эш башҡарылмай. Емеш-еләк йыйып эшкәртеү өсөн дә бихисап сертификат юлларға кәрәк. Балаҡатайҙың йүкә балы юғары баһалана. Хужалыҡтың умарталығы яҡшы эшләй. Тик умартасы ауырып киткәс, артабан был шөғөлдө дауам итер кеше табылмай. Урман эштәренән тыш ағас эшкәртеү менән ныҡлап шөғөлләнәләр, ике пилорамдары бар.

 

Гөлшат ҠУНАФИНА.

 

Фото: А. Королев.

Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас