+18 °С
Дождь

Эй, ҡымыҙы, ҡымыҙы!

Йәйҙәрҙә кинәнә бар тирә-әйләнә, тигәндәй, көләс йәй – үҙе бер ожмах инде! Ана, шаян ҡолонҡайҙар болонда ғәмһеҙ сабып уйнай! Һауала туғай сәскәләре еҫе аңҡый. Уларға ҡымыҙ тәме ҡушылып, йәнгә әйтә алмаҫлыҡ кинәнес бирә. Бөйөк рус яҙыусыһы Антон Чехов үҙе килеп дауаланған гүзәл Әлшәй ере – ҡымыҙсылар төбәге. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйындырған мәлдә, беҙ ҙә Ыҫлаҡ ауылындағы Әлфиә Ғәниеваның ҡымыҙныйында ҡунаҡтабыҙ.

Эй, ҡымыҙы, ҡымыҙы!Эй, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Эй, ҡымыҙы, ҡымыҙы!

Ҡымыҙ еҫе аңҡый һауаларҙа,

Эй, йәйҙәрҙең хозур иртәләре!

Уйнаҡлап та сапҡан ҡолонсаҡҡа

Оло донъя – ялан кәртәләре...

 

Йәйҙәрҙә кинәнә бар тирә-әйләнә, тигәндәй, көләс йәй – үҙе бер ожмах инде! Ана, шаян ҡолонҡайҙар болонда ғәмһеҙ сабып уйнай! Һауала туғай сәскәләре еҫе аңҡый. Уларға ҡымыҙ тәме ҡушылып, йәнгә әйтә алмаҫлыҡ кинәнес бирә. Бөйөк рус яҙыусыһы Антон Чехов үҙе килеп дауаланған гүзәл Әлшәй ере – ҡымыҙсылар төбәге. Йәйҙең бер көнө ҡышты туйындырған мәлдә, беҙ ҙә Ыҫлаҡ ауылындағы Әлфиә Ғәниеваның ҡымыҙныйында ҡунаҡтабыҙ.

 

Ҡымыҙсылыҡ менән инде егерме йыллап шөғөлләнгән уңған хужабикә ул Әлфиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы. Шифалы эсемлегенең даны бөтә республикаға билдәле тиһәк, һис тә арттырыу булмаҫ. Оҫта ҡымыҙсы исемен ул төрлө республика ярыштарында күп һанлы еңеүҙәре менән әленән-әле раҫлап тора. Ата-бабаларҙан ҡалған изге кәсепте үҫтереүсе Әлфиә ханым 2013 йылда тәүге тапҡыр Учалы ра­­йонында ҡымыҙ байрамында ҡатнашып, өсөнсө урын яулай. Ыҫлаҡ ҡымыҙы «Иң тәмле» номинацияһында билдәләнә. 2019 йылда Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында уҙған башҡорт ҡымы­ҙы­ның «Йәйләү» этно-фестивалендә республиканың иң яҡшы ҡымыҙ яһаусыһы тип таныла ул. Егер­менән ашыу ҡымыҙсы ҡатнашҡан оҫталыҡ бәйгеһендә төп бүләк – башҡорт тоҡомло айғыр тап Әлфиә апайҙың өлөшөнә төшә. Ә 2022 йылда Баймаҡ районында үткән «Башҡорт аты» фестивалендә икенсе урынға лайыҡ була. 

Сығышы менән Белорет районы Үткәл ауылынан булған  Әлфиә апай – Әлшәй районы  килене. Барыһын да баштан хәтерләгәндә, ул саҡта тормош иптәше Айрат Әүхәт улының ике генә бейәһе була. Ике баш малдан ҡымыҙ эшләп булмай, әлбиттә, ғаилә ҡуртымға бейәләр һәм айғырҙар ала. «Ҡымыҙҙы бешә лә белмәй инек, тәжрибә лә юҡ, үҙебеҙсә генә эшләгән булабыҙ. Шунан күрше Ҡармыш ауылынан ун һигеҙ йыл бейә һауған Гөлниямал апайҙы саҡырҙыҡ. Ул беҙҙә йәшәп ҡымыҙ бешеү серҙәренә өйрәтте», – тип һөйләй Әлфиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы.

Ҡымыҙсылыҡ менән шөғөлләнәм тиһәң, егәрленең дә егәрлеһе булырға кәрәк. Таң һарыһы беленмәҫ элек, төнгө сәғәт өстә тороп, бейәләрҙе ҡолондарынан айыра Әлфиә апай. «Ҡолонсаҡтар бер ай тирәһе имә, һуңынан инде киптерелгән һөт болғатып эсерәбеҙ, көрпә, һоло ашай. Улар нығынғас, әсәләренән айырабыҙ ҙа бейәләрҙе көноҙоно дүрт сәғәт аша (етелә, ун берҙә, өстә, киске етелә) һауабыҙ. Иртәнге етелә – тәүге һауым, ярты сәғәттән – икенсеһе. Уларында ярты литрҙай ғына сығырға мөмкин, ләкин нәҡ һуңғы һауымда – һөттөң иң ҡуйыһы  һәм иң шифалыһы. Һауым бөткәс, бейәләргә ҡолондарын ҡушып утлауға ебәрәбеҙ», – ти хужабикә.

Күптәрҙе ҡыш һатылған ҡымыҙ ҡыҙыҡһындыра. Мин дә Әлфиә апайға ошо һорауҙы бирмәйенсә түҙмәнем.

«Бейәләр башлыса февраль-апрель айында ҡолонлай. Йылҡы малы ҡолонон 11 ай ҙа 11 көн йөрөтә. Әгәр ҙә бейәләр һуң ҡолонлаһа, мәҫәлән, июлдә йә сентябрҙә, ҡышҡыһын аҙ миҡдарҙа булһа ла ҡымыҙ бешергә мөмкин. Ғинуар, февралгә тиклем һауғаныбыҙ ҙа бар. Ләкин ундай ҡымыҙҙың сифаты, тәме йәйге йәшел үлән һөтө кеүек түгел, – тип аңлатты хужабикә. – Үпкәгә шифалы, тын юлдарын таҙартыр эсемлеккә бер ниндәй ҙә өҫтәмәләр ҡушмайбыҙ. Тәбиғи, традицион башҡорт ҡымыҙын тик ҡул менән генә һауабыҙ ҙа йүкә көбөлә боронғоса бешәбеҙ. Уның да үҙ нескәлеге бар: былай ғына бутамайһың, ә аҫтағы һөт өҫкә күтәрелеп, кислород менән байытылғансы, яңы айыртылған ҡаймаҡ, май тәме сыҡҡансы, ҡуйыра төшкәнсе бешәһең дә бешәһең. Көбөләрҙе Шафран оҫтаһы Азат исемле уҙамандан ала инек, быйыл тәүге тапҡыр Бөрйән районынан Самат ағай яһап бирҙе. Ул йүкәнән эшләй. Көбөләрҙе әленән-әле яңыртып торор кәрәк, сөнки эсе ярылып, араланып китә».

Билдәле булыуынса, ҡымыҙ бешкәндә һыйыр һөтөн ҡушып ебәреүселәр ҙә осрай. Тик Әлфиә апайҙың хужалығында быға юл ҡуйылмай. Ул һыйыр малын бөтөнләй аҫрамай ҙа. Ҡымыҙ эшләгәндә иң мөһиме – яҡшы ҡур (әсетке), ти ул. Уны күп һалырға ла ярамай, һөттөң миҡдарына ҡарап самаһын белеп кенә ҡулланыу шарт, юғиһә эсемлек тәмһеҙләнә, ҡырҡыу була. Кемгәлер йәш ҡымыҙ – сөсөһө оҡшай, бәғзеләрҙең күңеленә уртаса йәки әсерәге хуш. Ашҡаҙан сирлеләргә әсе бармай, яңы эшләнгәне файҙалы. Һөт һәм ҡаймаҡ тәме килгән ҡымыҙҙы балалар ҙа үҙ итә. Шуға яңы бешелгәне ныҡ әсеп, ҡырҡыуланып китмәһен өсөн, көбөнән тура махсус һауыттарға тултырып, бер аҙ һыуыҡ һыуҙа ултыртып торалар ҙа, һыуытҡыстарға оҙаталар. Ыҫлаҡ фермерҙарының ҡымыҙын район­да яраталар. Ғөмүмән, шифалы эсемлек кибеткә сығыуы була, тиҙ арала таралып та бөтә.            

Әлфиә ханымдың хужалығы ныҡлы, әлеге көндә унда 60-тан ашыу башҡорт тоҡомло ат иҫәпләнә, шуларҙың 28-е – һауын бейәһе. Уларҙы өйрәтеүҙең дә үҙ сере бар, ҡапылғара ҡулға эйәләштереп, яҡын килеп, ултырып һауа башлау мөмкин түгел. Күп осраҡта аяҡтарын бәйләп өйрәтәбеҙ, – ти һәр бейәһенең исемен, холҡон белгән уңғанбикә. Ә исемдәре ниндәй һуң! «Ҡарлуғас», «Һандуғас», «Йондоҙ», «Аҡморон», «Сирен» – саф башҡортса исемдәргә артабан «Лимон», «Машка», «Гуля», «Галя», «Ромашка»лар ҙа ҡушылып китә. Уңған хужалыҡта көн һайын 100 литрҙан ашыу ҡымыҙ етештерелә. Бер бейәнән уртаса һигеҙ литр һөт сыға.

Эшселәр махсус вагонсыҡтарҙа йәшәй. Зөлфирә Рәхмәтуллина – һауынсы, уға хужабикә үҙе лә һауыша. Ә Зөлфиә Мирзәлиева – ҡымыҙ бешеүсе. Ҡымыҙ бешмәк – йән сыҡмаҡ, тиҙәр. Бына ун бер йыл инде Әлфиә Ғәлиәхмәт ҡыҙының уң ҡулы, ышаныслы терәге ул. Ике көтөүсенең береһе – көндөҙ, береһе төндә көтә. Ауылға терәлеп кенә ятҡан Мөстәҡим тауында юшарға ярата аттар, ҡылған ашағанға һөттәре лә тәмле.

«Етештергән продукциябыҙҙы тәүге йылдары Өфөләге «Альдо», «Пятерочка» магазиндарына һатыуға сығара инек, баш ҡалаға үҙебеҙ алып киләбеҙ. Биш көндә һатылып бөтмәһә, ҡымыҙҙың ҡулланыу мөҙҙәте сыға, түгергә йәл, кире барып алабыҙ ҙа ҡолондарға эсерәбеҙ. Мәшәҡәте лә, юл йөрөүҙәр ҙә арыта ине. Хәҙер, Аллаға шөкөр, ауыл ситендә үҙ кибетебеҙ бар, һатып алыусыларыбыҙ күп. Бына йәй башланды, Себерҙән оҙайлы ялға ҡайтыусы даими клиенттарыбыҙ өҙөлмәй», – тип һөйөнә Әлфиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы. Кибете ҡышҡыһын да буш тормай: ҡаҙы һәм йылҡы ите һатыла унда. Ҡара көҙҙән егерме-егерме бишләгән йылҡы малын  һимертеүгә ҡуйып, һуғымға әҙерләйҙәр. Ҡымыҙ мәле үтһә, көҙ-ҡышҡыһын шулай ит миҙгеле башлана. «Унда ла үҙ һатып алыусыларыбыҙ бар. Йәйен дә ит һораусылар бихисап, ләкин был ваҡытта йылҡы итенең бигүк таты булмай, ҡыҙара, һуйып, эш итеүе лә еңел түгел, ул тик ҡыш көнө – һуғым мәлендә генә тәмле була», – ти ул. Ә ҡаҙыны Әлфиә апай йылҡының артҡы бот итен, ҡаҙылыҡ майын, тоҙ, борос һәм әҙ генә һарымһаҡ ҡушып эшләй.

Әлфиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы ҡымыҙ етештереү күләмен арттырыу маҡсатында 2021 йылда «Агрос­тартап» грант программаһын­да ҡатнаша. «Конкурста еңеп сыҡтыҡ һәм 2,7 миллион һум аҡса алыуға өлгәштек. Дәүләт ярҙамына башҡорт тоҡомло ун йәш тай, трактор, йөк тейәгес һатып алдыҡ», – ти ул был хаҡта.

Ҡымыҙ – уникаль эсемлек­тәр­ҙең береһе, тажзәхмәт таралған мәлдә Ғәниевтарҙан Өфөнән дә, күрше райондарҙан да 60–80 литрлап шифалы эсемлеккә заказ биреп, дауаланыусылар күп була. «Ҡымыҙ ғына түгел, бейә һөтө лә бик файҙалы. Йәш бейә һөтөнән дарыу эшләп, яман шешкә ҡаршы ҡулланыусыла­ры­быҙ ҙа бар. Бер йылда «Шафран» шифаханаһынан яңы ғына бешелгән йылы ҡымыҙҙы килеп алып, яман сирлеләргә эсерҙеләр», – ти ул.

Әлфиә апайҙың өс ҡыҙы һәм бер улы бар. Хужалыҡта иң ҙур ярҙамсыларының береһе Альбина – кибеттәрендә һатыусы. Себерҙә вахта ысулы менән эшләгән тормош иптәше Айбулат менән йәш ярымлыҡ Айлинаны тәрбиә­ләйҙәр. Уртансы ҡыҙҙары Алһыу – студентка, Өфө ҡалаһында уҡый, Айгөлө етенсегә бара. Ә өс бала атаһы булған улы Айҙар – махсус хәрби операцияла. Улы өсөн йөрәге һыҙлай Әлфиә апайҙың, уның хаҡында телгә алғанда күҙҙәре йәшләнеп, йөҙөн һағыш күләгәһе ҡаплай. Күңел болоҡһоуын эш менән баҫып, яуҙа йөрөгән егеткә бар яҡлап та терәк-таяныс булырға тырыша ул. Командирын йөрөткән водитель улына машинаһын ремонтлауға ла, запас частар алыуға ла аҡсалата ярҙамын мул ебәреп тора. 82 йәшлек әсәһен ҡараған, өс балаһын яңғыҙы үҫтерергә мәжбүр булған Гөлдә­ниә киленен дә ҡурсауынан өҙмәй оло йөрәкле ҡатын. Йыш ҡына тыуған яҡтарына юлланып, хәлдә­рен белешеп, ярҙамлашып килә. Айҙарының именлегенә бағышлап ҡорбан салдырып, һәр көнгә яҡты өмөттә, ышаныс-доғала йәшәй Әлфиә Ғәлиәхмәт ҡыҙы.

Фото А. Королев

Эй, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Эй, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Эй, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Эй, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Эй, ҡымыҙы, ҡымыҙы!
Автор:
Читайте нас