+23 °С
Дождь

Ҡаҙыршамдың бер көнө

Ҡәрсәйем менән ҡартайым тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, яҡындарым  хаҡында бер аҙ һөйләп үтәйем әле. Уларҙың йылыһын, наҙын, һөйөүен тойоу мөмкинлеге булғанға, үҙемде сикһеҙ бәхетле хис итәм. Оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп, ҡунаҡтар саҡырып, беҙгә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Ҡасан ғына ҡайтһаҡ та, яҡты йөҙ, киң күңел, өҫтәл тулы ризыҡ менән ҡаршылайҙар. Ҡартайым 85-се йәш менән барһа ла, һаман да етеҙ генә бағана башына менеп китә, ҡәрсәйем бешеренеп тә, бәйләп тә, хатта улар әйтмешләй, «һыйпай торған» телефонда интернетта ла ултырып өлгөрә.

Ҡаҙыршамдың бер көнөҠаҙыршамдың бер көнө
Ҡаҙыршамдың бер көнө

Һүҙ бәләкәйҙән күңелемә яҡын Йылайыр районы Ҡаҙырша ауылында үткән бәхетле, йылы хәтирәләргә бай йәйге көнөм хаҡында барыр. Күгәрсен яҡтарында тыуып буй еткерһәм дә, ысын ауыл мөхитен ҡартәсәйем менән ҡартатайым донъя көткән ерҙә генә тойоп була. Көс, дәрт, илһам биргән урын ул атайымдың атайсалы.

Йәйге аҡһыу офоҡта һыҙылып, беленер-беленмәҫ кенә таң ата. Яңы көн башланыуын хәбәр итеп әтәс ҡысҡыра. Төнө буйы өйҙө һаҡлаған Аҡтырнаҡ дуҫтың да «тиҙерәк тороғоҙ» тип өрөүө ҡолаҡҡа салына. Мин ҡояш нурҙарына иркәләнеп, торғом килмәй ятам. Әммә өйҙәгеләрҙең инде эшкә тотонғанын белеп, йүгереп тышҡа сығам. Ауылдың саф һауаһынан, хозур тәбиғәтенән хатта тыным ҡыҫылғандай. Йорттоң бейек тупһаһынан бар матурлыҡ күренә: болоттарға олғашҡан мөһабәт тауҙар, ҡолас йәйеп үҫкән ағастар. Ҡәрсәйем малды оҙатып, сепарат ҡороп, һөттө айыртырға йөрөй. Ауыл бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, көтөү йолалары һаҡланған әле, халыҡ сиратлап мал көтә. Мин битте һалҡын һыу менән сайҡатам да эшкә керешәм. Тәүҙә ҡош-ҡортҡа ем, һыу һалып тынысландырам. Көндәр эҫе торғас, баҡсаға иртә менән һыу һибеп сығам. Кискелеккә әҙер торһон тип, һыу һауыттарын тултырам.

Иртәнге аш ваҡыты ла етә. Сәйгә тыштағы ҡоҙоҡтан һыу алып инергә йүгерәм. Ауылдың йәшәү шарттары үтә еңел түгел шул. Оло кешеләрҙе бигерәк тә йәлләйем, шуға ла ҡунаҡҡа ҡайтһам, хәлемдән килгәнсә ярҙам итәм. Ә уларҙың иҫтәре лә китмәй, «хәрәкәттә – бәрәкәт» тип йүгерә бирәләр. Һаулыҡтары ла Аллаға шөкөр генә әле. Бутҡа бешереп, ҡарағат япрағы һалынған тәмле сәй эсеп алабыҙ.

Ҡәрсәйем менән ҡартайым тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, яҡындарым  хаҡында бер аҙ һөйләп үтәйем әле. Уларҙың йылыһын, наҙын, һөйөүен тойоу мөмкинлеге булғанға, үҙемде сикһеҙ бәхетле хис итәм. Оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, мал-тыуар, ҡош-ҡорт тотоп, ҡунаҡтар саҡырып, беҙгә ҡулдарынан килгәнсә ярҙам итеп йәшәйҙәр. Ҡасан ғына ҡайтһаҡ та, яҡты йөҙ, киң күңел, өҫтәл тулы ризыҡ менән ҡаршылайҙар. Ҡартайым 85-се йәш менән барһа ла, һаман да етеҙ генә бағана башына менеп китә, ҡәрсәйем бешеренеп тә, бәйләп тә, хатта улар әйтмешләй, «һыйпай торған» телефонда интернетта ла ултырып өлгөрә.

Артабан, иртәнге сәйҙән һуң, тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эшкә тотонабыҙ. Түтәл утайбыҙ, ҡарағат сүпләйбеҙ, алма йыябыҙ. Бар урамға яңғыратып «Юлдаш» радиоһын тыңлайбыҙ. Күңелле! Ҡәрсәйем менән йырлаша-көлөшә ҡатын-ҡыҙҙар эше менән булабыҙ. Ул йыш ҡына үткәндәренән ҡыҙыҡлы ваҡиғалар һөйләй, һабаҡ алырҙай тарихтар менән дә бүлешә. Мин ауыҙымды асып тыңлайым. Ҡартай ейәндәрен эйәртеп, балыҡҡа юллана. Оҫта балыҡсы ул. «Һаҡмарҙа балыҡтар уға үҙҙәре хәл белешергә килә, көтөп тора», – тип мәрәкәләйбеҙ хатта.

 

Илүзә Ҡыҙрасова,

«Башҡортостан ҡыҙы» журналының практиканты.

Автор:
Читайте нас