

– Әлбиттә, шаршауҙың ни өсөн шулай аталыуы менән ҡыҙыҡһынмай, һүҙҙең тамырын асыҡламайынса, уның тәғәйенләнешенә, ҡулланылышына төшөнөп китеп булмаҫ ине... Телебеҙҙең бик боронғо, үҙенсәлекле икәненә күп эҙләнеүҙәрем, асыштарым бар минең. Был һүҙ менән дә бөтөнләй төпкә төшөп китергә насип булды! Һүҙҙең тәүге өлөшө шар тамыры тауыш, өн сығарыу менән бәйле икәненә түбәндәге һүҙҙәр теҙмәһе ышандыра: шарт-шорт, шаран-яра, шарҙыуан, шар-шор, шарҡылдау, шарлауыҡ, шаршы (шаран) – шарлап-урғылып ағыусы шишмә, шарпанлау, шарпылдау; шыр-шыр танау тартыу; шырҡ – ҡапыл ғына көлгән өҙөк тауышты белдергән һүҙ.
Әллә ни алыҫҡа китмәй генә, рус телендәге Ш, Р тартынҡылары булған тамырҙаш һүҙҙәрҙе барлаһаҡ, улар ҙа ошо уҡ мәғәнәгә эйә икән: шарманка, шаркать, шуршать, шорох.
Төпкәрәк китһәк, тағы дауам итеп була был теҙмәне:
Инглиз телендәге share – бүлеү, бүленеү (делиться) һәм рус телендәге ширма – йыймалы, күсермәле стена, йәшереп, ҡаплап, бөркәп тороусы нәмә булараҡ, мәғәнәләре буйынса шаршауҙың ниндәйҙер ике арауыҡты «бүлеп тороусы» тәғәйенләнешенә тап килеп торасы! Ошо мәғәнәгә ярашлы үҙебеҙҙең һүҙҙәрҙе лә өҫтәргә була: шыр – үтә алмаҫлыҡ ҡуйы; шырлыҡ – үтеп сыҡҡыһыҙ ҡуйы ағаслыҡ; шыршы – япраҡ урынынына ҡуйы энәлектәрҙән торған ылыҫлы ағас; шәре – ҡыш көнө ҡалҡып сығып боҙ өҫтөн ҡаплап алған һыу.
Кешелек донъяһына ярағанды ярамағандан, хәләлде харамдан айырырға өйрәткән Ислам дине төшөрөлгән ғәрәп теленә лә барып индек һүҙ тамырын юллап: шәр – яуызлыҡ, яман эш; шәриғәт – дәүләт дине булып ислам һаналған илдәрҙә мосолмандар өсөн мәжбүри булған ҡанундар йыйылмаһы; тыйыуҙар. Ысынлап та, кешелектең бер атанан һәм бер әсәнән таралғанына ап-асыҡ бер дәлил булып тора төрлө телдәргә инеп киткән Ш, Р тартынҡылы шар/шәр, шор/шөр, шыр/шир, шур/шүр тамырҙаш һүҙҙәр!
ШАРШАУ һүҙенең икенсе өлөшөнә күсәйек: 1. Шау, шау-гөр, шаурау, шауҙырлау, шаулау, шау-шыу ҡубыу тигәндә, бөтәһе лә күмәк, дауамлы тауыш сығарыу менән бәйле икәне тойола. 2. Шау – бөтөнләйе менән, тотош ҡапланылған тигән мәғәнәлә лә ҡулланыла: мәҫәлән, шау сәскәле ялан, шау биҙәкле туҡыма. Инглиз телендә лә show – шоу, күренеш, күрһәтеү мәғәнәһендә ҡулланыла. Ошо һүҙлек эше арҡылы шаршау феноменының әһәмиәтен, боронғолоғон иҫбатланыҡ, бар халыҡтарға ла уртаҡ төшөнсә икәнен асыҡланыҡ буғай. Тимәк, шаршау – яраған-ярамағанды айырыу, тыйылған менән тыйылмағанды бүлеү, зарар килтереүсенән, шау-шыуҙан һаҡланыу, яман күҙҙән ҡурсалау, йәшерен булырға тейешлене йәшереү, шаран-яра асыҡ булыуҙан ҡаплау кеүек функцияларҙы үтәүсе ҡорма.
М. Ҡаһарманова әңгәмәләште