

Башланғыс мәктәпте тамамлағас, атаһы уны ат менән Ишембай районындағы данлыҡлы Маҡар мәктәбенә уҡырға илтә. Бишенсе класс уҡыусыһы сит-ят ерҙә, кешелә тороп, уҡып алып китә. Атаһы уны йылына ике тапҡыр ғына ат менән барып ала: ҡышҡы һәм йәйге каникулдарҙа. Яҡшы итеп уҡып, Стәрлетамаҡ уҡытыусылар әҙерләү институтына инә. Мейес яғып, дөйөм ятаҡта йәшәйҙәр. «Матрас та юҡ, күп итеп һалам килтереп түгәләр ҙә, шуны кәпрәнгә тултырып алып керәбеҙ», – тип иҫләне ул. Аҙаҡ Стәрлетамаҡ районы Айыусы мәктәбенә математика, физика уҡытыусыһы итеп ебәрәләр. Беҙҙең ғаилә альбомында Айыусы мәктәбе уҡыусылары һәм уҡытыусылары менән төшкән бер матур фото бар. Уны ҡараған саҡта әсәйем: «Быларҙың күбеһе һуғышта ятып ҡалғандыр инде», – тип ауыр һулай ине. Аҙаҡ Ауырғазыға ҡайта, Төрөмбәт мәктәбендә эш башлай. Тиҙҙән Бөйөк Ватан һуғышы башлана.
Өлкән йәштәге Мөхәррәм ағай Ильясовты хеҙмәт армияһына алалар ҙа урынына әсәйемде мәктәп директоры итеп ҡуялар. Аслыҡ, яланғаслыҡ китә, етем ғаиләләр күбәйә. Уҡытыусылар һәм олораҡ балалар менән 7-8 километр алыҫлыҡҡа утынға йөрөй, шулай итеп мәктәпте йылыталар. Өйҙәр һалҡын, күп балалар мәктәпкә йылынырға килә. Таубаҙындағы* һөт комбинатынан эремсек һыуы менән май һыуын алып ҡайтып, исемлек менән уҡыусыларға эсерәләр. Ошо исемлекте аҙаҡ отчет итеп тапшыралар. Һаулыҡтары ҡаҡшаған балаларға шул да ярҙам итә.
1944 йылда, бер аяғын юғалтып, фронтовик Самат Назаров ҡайтып төшкәс, уны мәктәп директоры итеп ҡуялар, ә әсәйемде Мораҙым мәктәбенә күсерәләр. «Мәктәп ете йыллыҡ, аты ла бар ине, – тип һөйләй ине әсәйем. – Колхоздан ике гектар ер алып, тары сәстек, шуның ярты гектарында мәктәп аты өсөн һоло үҫтерҙек. Һаламын нимә эшләтергә икән, тибеҙ. Уҡыусым, Фәнүзә Нәҙершинаның атаһы, бер-ике үгеҙ быҙауы алып бирһәң, үҙем ҡарар инем, тине. Ул мәктәп атын да ҡарай ине, бесәнен дә үҙе әҙерләне. Шул артып ҡалған тары һаламына алыштырып, ике быҙау алдыҡ. (Фәнүзә Айытбай ҡыҙы Нәҙер-шина ҙур ғалимә, профессор булып китте аҙаҡ)».
Ауылда радио юҡ, уҡытыусылар өйҙәргә йөрөп фронт яңылыҡтарын һөйләй. Ғәрәп хәрефтәрен һәм латинды етеҙ уҡыған әсәйем уҡый-яҙа белмәгәндәргә хаттарын да уҡый, яуабын да яҙа. Фронтҡа бейәләйҙәр, ойоҡбаштар, шарфтар бәйләп, картуф киптереп оҙаталар.
Эвакуацияға эләккәндәргә лә ярҙам күрһәтә ул. «Гохштейн тигән ҡатынды килтерҙеләр, нимә эшләтергә белмәйем. Аслыҡтан теләһә нәмә ашап ҡорһағы күпкәйне, сапсан кеүек иҫке ҡара шинель кейгән, күптәнән йыуынмаған. Аптырағас, үҙемдең Сәлих ауылына барып, колхоздан 20 килограмдай бойҙай яҙҙырып алып ҡайттым, – тип ғәжәп хәлдәрҙе лә бәйән итә ине ул. – Бер ҡараһам, теге бойҙайҙы шул көйө ашап йөрөй. Тарттырып он итеп бирҙем. Мәктәпкә немец телен уҡытырға алдым. Үҙе бик грамоталы ине. Бер аҙ эшләгәс, өҫтөнә алып кейеп, тамағы туйып, бөтәйеп алды, матурланып китте. Һуғыш бөткәс, Талбазыла уҡытты. Мораҙымда саҡта Ленинградтан Эльза Вильмаровна Лаунштейнды килтергәйнеләр. Уға ла шулай уҡ ярҙам иттем».
Үҙенең дүрт бәләкәй туғанын да ҡарай ул. Олатайымды трудармияға алалар. Унда ла аслыҡ, кешеләр күпләп үлә. Әсәйем уға эш хаҡының бер өлөшөн ебәреп тора. Оҫта ҡуллы олатайым шунда ла ҡул тирмәне яһап ала, сабынырға мунса эшләй Шулай бирешмәй, иҫән ҡайтып төшә ул.
«Беҙ дәрестә инек. Ауыл советына райондан вәкил килеп Еңеү хаҡында әйтеп киткән. Ышанып булмай. Линейка яһаныҡ. Скрипка, гармун, мандолиналарҙы алдыҡ та клубҡа киттек. Халыҡ йыйылды. Шатлыҡтан иланыҡ та, көлдөк тә, йырланыҡ та», – тип һөйләгәйне ул Бөйөк Еңеү көнө хаҡында.
Атайым Зәйнулла Әхмәтзакир улы Шәкүров, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, 1940 йылда Армия сафына алынып, бөтә һуғыш мәхшәрен үтеп, 1946 йылда ғына яраланып ҡайтып инә. Ә әсәйемә миҙалдары Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы тылда намыҫлы хеҙмәте өсөн СССР-ҙың Юғары Советы тарафынан тапшырыла. Әсәйемдең һуңғы йылдары Әлшәй районы Ҡармыш ауылында үтте. Атайым менән биш балаға ғүмер бирҙеләр. Мәктәптә директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булды, математика уҡытты.
Был инәйҙәргә, погонһыҙ һалдат-тарға, һәйкәл ҡуйырлыҡ. Ә һәйкәл-дәр, хәтирәләр тереләр өсөн. Улар киләсәк быуынға Ер йөҙөндә тыныс-лыҡтың нисек яуланғанын мәңге иҫкәртеп торһон.
Люциә Аҙнағолова-Шәкүрова.
Әлшәй районы,
Ҡармыш ауылы.
*Таубаҙы – Талбазы. Унда тау ҡыуыш-лыҡтары, мәмерйәләр күп булғанға шулай атағандар.
Фотолар авирпҙың ғаилә архивынан