+13 °С
Облачно

Бөтә донъя буйынса 600-ҙән ашыу майҙансыҡта диктант яҙҙыҡ

«Башҡорт теленән диктант-2026» халыҡ-ара мәғариф акцияһы үҙенең географияһын киңәйтеүен дауам итә. Быйыл акцияға 615 офлайн-майҙансыҡ ҡушылды, ә ҡатнашыусылар өсөн дөйөм урындар һаны 31 400-ҙән ашып китте.

Бөтә донъя буйынса 600-ҙән ашыу майҙансыҡта диктант яҙҙыҡБөтә донъя буйынса 600-ҙән ашыу майҙансыҡта диктант яҙҙыҡ
Бөтә донъя буйынса 600-ҙән ашыу майҙансыҡта диктант яҙҙыҡ

Акция 2026 йылдың 17 апрелендә онлайн һәм офлайн форматтарҙа үтте. Теләгән һәр кем, йәшенә, белем кимәленә һәм йәшәү урынына ҡарамаҫтан, ҡатнашты.

Майҙансыҡтарҙың төп өлөшө – 613-ө Рәсәйҙә урынлашҡан, шул уҡ ваҡытта акция халыҡ-ара кимәлгә лә сыға: диктантты Румынияла һәм Үзбәкстанда ла яҙҙылар.

Төбәктәр араһында Башҡортостан Республикаһы алдынғы урында – барлығы 558 майҙансыҡ эшләне.

Шулай уҡ әүҙем ҡатнаштылар:

  • Силәбе өлкәһе – 21 майҙансыҡ
  • Ырымбур өлкәһе – 7 майҙансыҡ
  • Ҡурған өлкәһе – 2 майҙансыҡ
  • Свердловск өлкәһе – 2 майҙансыҡ
  • һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәре

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, диктант өс кимәлдә үтте:

  • башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр – 418 майҙансыҡ
  • башҡорт телендә иркен аралашыусылар – 163 майҙансыҡ
  • башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар – 34 майҙансыҡ

Башҡортостандың баш ҡалаһында диктант ғәҙәттәгесә ҡаланың ҙур мәғариф һәм мәҙәни майҙансыҡтарында үтте, улар араһында:

  • Башҡорт дәүләт педагогия университеты,
  • Өфө фән һәм технологиялар университеты
  • "Торахан" тарихи-мәҙәни комплексы
  • Башҡортостан Республикаһының мәғарифты үҫтереү институты

Роза Хөснуллина фотоһы

Автор:
Читайте нас