+11 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл

Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш

Мәккә – Мәккә әл-Мөкәррәмә. Мәҙинә -  Менәүәрәнән 460 км алыҫлыҡта урынлашҡан.  Мәҙинәнән 10 км  самаһы киткәс, Зүл – Хүләйфәгә туҡтайбыҙ. Зүл- Хүләйфә – Мәҙинә яғынан Мәккәгә килгәндәр өсөн миҡат урыны. Миҡат – ул ихрамға инеү хәле. Ихрам – хаж йә кесе хаж үтер өсөн ниәт алып, таҙалыҡ хәленә инеү, тәлбиә әйтеү. Тәлбиә – махсус доға. Һөйөклө рәсүлебеҙ хушлашыу Хажын үтергә ниәт иткәндә лә ихрам хәленә тап ошо урында инә.Зүл Хүләйфә мәсете матур архитектура комплексы, бик һоҡланғыс. Әлбиттә, мосолмандар өсөн ул тәрән дини мәғәнәгә эйә урын – сөнки ошонан мөһим ғибәҙәтебеҙ башлана.  Бөтәһе урын –еренә еткереп башҡарылғас, мәсет тышына сығып,  тирә-яғына күҙ һалабыҙ: күҙҙе иркәләр  сәскә ҡыуаҡтары, пальмалар, ял итеү урындары, сатырҙар, аҫта матур күренеш. Алда оҙон юл, юлда – тәлбиә әйтеү, мәсеттәрҙә туҡтап ваҡыты ингән намаҙҙы уҡыу.

Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөшИзге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш

Юлдар тигеҙ, яҡшы. Тирә-яҡ һоро тауҙар, тауҙарҙа бары сәнскәк ҡыуаҡтар ғына үҫә. Уны дөйәләр ашай бит әле! Беҙҙәге һыйыр көтөүе кеүек бында дөйә көтөүҙәре йөрөй. Юлдар уртаһында эшләнгән канау һымағыраҡ һыҙат үтә: был һирәк кенә булһа ла яуған ямғыр һыуы аҡһын өсөн икән, юғиһә, ер һыуҙы һеңдермәй, ҡатҡан  балсыҡ кеүек тә,  ташлы ерҙәр бында.

 Ниһайәт!.. алда Абрадж әл Бейттың  сәғәте  күренә, күңелдәр йылынып, тулҡынланып китә. Отелгә килеп туҡтағас, бүлмәләргә урынлашып , сумаҙандарҙы ҡалдырып, ашап алдыҡ та  әл Хәрамға юл тоттоҡ. Беренсе Ғүмрәбеҙҙе үтергә!.. Төнгө 12 –се яртыларҙа  әл Хәрамдабыҙ! Халыҡтың күплеге! Ә шулай ҙа этеш- төртөш юҡ, бөтәһе лә тәртип буйынса ғына, бер яҡтан мәсеткә ағылалар, икенсе буйҙан сығыу юлына киләләр. Бындағы һауа махсус кондиционерҙар менән сафландырып торола. Алға китеп әйтеп, шуны әйтәйем: бындай тәртип булһын өсөн меңләгән кеше хеҙмәт итә икән бында. Кемеһе юлдағы (мәсет территорияһын әйтәм)тәртипте көйләй, берәүҙәр тик таҙалыҡ өсөн, икенселәре тик Зәм-зәм һыуы өсөн яуаплы (бактарға һыу тултырып алып килеп торалар, бушағанын алып китеп торалар), мәсеттең эсендә лә һәр нимә өсөн айырым кешеләр яуап бирә. Бер туҡтауһыҙ төҙөлөш бара: Оло Хаж миҙгеленә әҙерлек бара тип аңланым. Әле халыҡ сағыштырмаса әҙерәк ваҡытта эшләнәлер. Ә быныһын видеонан күрҙем: йөҙләгән кеше мониторҙан һәр ерҙәге тәртипте ҡарай. Шунһыҙ булмай инде.

Әл Хәрам – Ислам донъяһындағы төп һәм иң ҙур мәсет, 900 мең кеше һыйҙырышлы, Оло Хаж ваҡытында 4 млн кшене һыйҙыра. Бейеклеге 95 метр булған 9 манаралы, 4 ҡапҡалы, 44 инеү урынлы,  мәрмәр колонналарлы, 357кв.м. майҙанды алып торған мәсет. Мәсеткә төкөтөп, 2011 йылда Абрадж Әл Бейт башняһы ҡалҡып сыға.

Мәсеттең эсенә инеп, экскалаторҙа өҫкә мендек, барабыҙ, барабыҙ һәм майҙанға килеп сыҡтыҡ: йә илаһым, Ҡәғбәтуллаһ!!! Күҙҙәргә йәш тула, телдәр бер туҡтауһыҙ зикер әйтә, доға ҡабатлай... СүбхәәнәлЛааһ! Иии, Раббым, мин һиндә ҡунаҡта! Ғәләмдәр Раббыһы! Мин һинең ҡаршыңда! Ер йөҙөндәге иң –иң изге урында...

Ҡәғбә –Әл Хәрам мәсетенең уртаһында урынлашҡан, мосолмандар өсөн изге бер бина. Ул ҡара япма()кисүә) менән ҡаплап ҡуйыла. Япмаға алтын менән аяттар сигелгән, хаж ваҡытында уны алыштыралар.

Ҡәғбә тирәләй әйләнеп йөрөүсе төркөмгә ҡушылабыҙ, хәҙер таүәф ҡыла башлайбыҙ: ул “ҡара таш ” тәңгәленән башлана, йәғни, таүәф - Ҡәғбә тирәләй сәғәт уғына ҡаршы йүнәлеш тотоп үтеү йолаһы. Тейешенсә үтәп сыҡҡас, ике рәкәғәтлек намаҙ уҡыла. Таүәфтан һуң Ҡәғбәгә ҡарап Зәм- зәм һыуынан ауыҙ итәбеҙ. Артабан сәғи – Сафа һәм Мәрүә убалары араһында йөрөү. Ислам риүәттәренә ҡарағанда был йоланың килеп сығышы тураһында бер нисә фараз бар. Иң таралғаны – мосолмандар инәһе Һәжәр һәм уның улы Исмәғилдең иҫтәлегенә ҡылына. Сарҙауҙан үлеп барған улына һыу эҙләп Һәжәр Сафа һәм Мәрүә убалары араһынан ете тапҡыр йүгереп үтә.  Сабыйы Исмәғил (ғәләйһис сәләм) тибенеп илап ятҡан урындан Аллаһы тәғәләнең рәхиме менән уның үксәһе аҫтынан шишмә атылып сыға. Ул ныҡ итеп урҙылып шул епҙе баҫа башлағас, Һәжәр р.ғ. һыуҙы тыйырға тырышып “зәм-зәм”(“сеү-сеү” тигән кеүек) тип әйтеп ағымды сикләп ҡуя. Сафа һәм Мәрүә араһын үтеү – Хаж йәки ғүмрәнең фарызы, йәғни мотлаҡ үтәлергә тейеш ғәмәле. Ошо урында Зәм –зәм тураһында әйтеп китәйем. Зәм-зәм – Ер йөҙөндәге иң изге, иң шифалы һыу. Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәте инде! Ҡәғбә менән зәм-зәм ҡоҙоғо араһы 21 метр. Үҙенең барлыҡҡа килгән көнөнән ул таҙа һыу, бысрамай, ылымыҡ үҫмәй, унда бактериялар үрсемәй, бер туҡтауһыҙ сығып тора,  һәм шуныһы, Хажға күпме кеше килә барыһына ла етерлек сыға был һыу.Оло хаж мәлендә бер көндә Әл Харамда ғына 2 млн (!) литр һыу китә! Махсус торбаларҙан үтеп килеп еткән һыуҙы цистерналарға тултырып көн дә Мәҙинәгә оҙаталар. Уның бөтә сифаттары һаҡланырлыҡ итеп эшләнгән цистерналар, уларҙың ҡапҡастары, стерилләнгән, дезинфекцияланған бактар, торбалар - барыһы еренә еткереп уйланылған, эшләнелгән.

ӘлхәмдулилЛәһ! Беренсе Ғүмрәбеҙ үтелде. Ҡабул булһын, Аллаһы тәғәлә беҙҙән риза булһын! Арығанбыҙ, талсыҡҡанбыҙ, әммә беҙ уны һиҙмәйбеҙ, һәр беребеҙҙең йөҙөнән нур һибелә, йөрәктәрҙә бөткөһөҙ рәхмәт тойғолары, шөкөр итеү. “Был минең менәнме?”- үҙемде семетеп ҡарайым. Йотлоғоп зәм-зәм уртлайым. Еңеллек, рәхәтлек, сафлыҡ... Отелгә ҡайтабыҙ... Сәғәт 3 тула ине буғай?.. Әә, отель тураһында . Отель -  “Новоотель” – Мәккәнең ситендә, төҙөлөш барған яҡта, яңы отель, тауҙарға терәлеп тора. Иҫ киткес ҙур, бейек, матур , бөтә уңайлыҡтар бар. Әйткәндәй, 20 минут һайын отелдән Әл Хәрамға автобус йөрөп тора, бушлай, һәр отелдең үҙенең автобусы бар. Отелдең  ресторанында эй тәмле ашаталар, бәрәкАллаһ. Самолетта ашамлыҡ әсе булғас, бында ла шулай булыр микән тигәйнем, ююҡ, төрлө, тәмле, туҡлыҡлы швед өҫтәле. Иртәнге һәм киске аш , ә көндөҙөн үҙебеҙҙең алып килгән бал менән сәйҙәр эсеп тороп алабыҙ. Шунһыҙ башҡорт түҙәме ни инде! Ресторанда ҙур тәҙрәләрҙән бейек тауҙар артынан ҡояш ҡалҡҡан мәлде күҙәтеп тәғәмләнеп ултырыу иҫләргә генә ҡалды инде. Ошонда шуны ла әйтеп китәйем әле: әлбиттә, турҙы ашау менән алырға кәрәк. Анаусама йөрөгәндән һуң ризыҡланыу урынын эҙләп йөрөүҙе күҙ алдына ла килтермәйем. Уның урынына көстө ғибәҙәт үтәүгә һаҡлайһың.

8 декабрь.  Әл Хәрамда икенде намаҙынан һуң шул – тирәләге изге урындар буйлап йәйәүләп экскурсия. Бына һөйөклө рәсүлебеҙ тыуған йорт. Хәҙер унда ислам әҙәбиәтен туплаған китапхана. Әл Хәрам тирәләй урынлашҡан мәсеттәргә барҙыҡ.

9 декабрь. Бөгөн изге урындар буйлап ҙур экскурсия.  Иртәнге аштан һуң сығып киттек. Беренсе Саур тауы. Мәккәнән 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Был тауҙың мәмерйәһендә Мөхәммәт сәхәбәһе Әбү Бәкер менән 622 йылда, күсенеү мәлендә уларҙы эҙәрлекләүсе дошмандарынан йәшенгәндәр. Ниндәй мөғжизә була һуң: улар мәмерйәгә ингәс, Аллаһы Тәғәләнең ҡөҙрәте менән мәмерйә ауыҙына үрмәксе ау үрә һәм күгәрсен оя ҡора . Улар артынан килеүселә,   мәмерйәлә оҙаҡ ваҡыт бер кемдең дә булмау билдәләре бит был тип, кире боролалар. Артабан юл алабыҙ: Хира мәмерйәһе. Ул Нур тауында урынлашҡан. Тап бына ошонда Мөхәммәт ﷺ-гә Ҡөрьәндең тәүге аяттары төшөрөлә- Әл Ғәләҡ сүрәһенең 5 аяты була ул. Был  хәл изге Рамаҙан айында була.Ҡараһаң, тау Ҡәғбә яғына ҡарап , сәждәгә киткәндәй... Киләһе изге ерҙәр -  Ғәрәфә. 20 км самаһы киттек. Был мосолмандарҙың Ғәрәфә көнөндә торған урыны –изгеләрҙән – изге ерҙәр, мөһим урын. Мина – тауҙар менән уратылған һырттар. Оло хаж ваҡытында хажиҙар күп көндәрен ошонда үткәрә. Улар өсөн палаткалар эшләнгән, һәр ил өсөн айырым урындар бүлеп бирелгән. Мөздәлифә Мина Ғәрәфә араһындағы изге урын. Ошонан йыйылған таштар шайтанға атыла. Тел осомда шағирә , хажиә Зөлфиә Ханнанованың шиғыры:

МӨЗДӘЛИФӘ* ДОҒАҺЫ

(Хаж көндәлегенән)

Мөздәлифә! Күкһел таштарыңды,

Барлай-барлай йыйҙым атмаға.

Теге шайтанға ул тейер, бәлки,

Туған телде йөрөй һатмаға.

 

Мөздәлифә! Ниндәй доға уҡып

Ҡурсалайым икән халҡымды?!

Туған теләкәйемде быуыр өсөн

Иблис ғәскәрҙәре ҡалҡынды.

 

Мөздәлифә! Эй тырышып йыйҙым,

Сәпкә тейер инде был таштар!

Тыуған илкәйемдә доға көтә

Тел һағына баҫҡан яҡташтар.

 

Мөздәлифә! "Аллаһ бөйөк!" — тиеп,

Һәр бер ташҡа ҡеүәт һораным,

Минең гонаһтарым ҡалһа ҡалһын,

Милләтемде ҡотҡар, Илаһым!

Эй, илаһым, ни тиклем изге урындарҙа булдыҡ. ӘлхәмдүлиЛәһ! Инде икенсе Ғүмрәбеҙҙе үтергә  Әл Хәрамға юлландыҡ. Был Ғүмрәмде әсәйем мәрхүмәгә ниәтләп китеп барам. Мәсеткә етеп кенә килгәндә ойоп киткәнмен. Төш күрәм: алһыу ғына, матур бер күлмәктәмен, ҡырҙа ғына ҡәнәғәт кенә йөҙ менән торған әсәйемде күрәм, мәсеткә йөрөгән күлдәгендә, йәшел камзулын, аҡ яулығын ябынған... Иии, рухтары риза ғына булып тороуылыр инде...

10 декабрь. Таңғы өстән тороп Тәхәджүдкә барҙыҡ, Аллаға шөкөр. Бөгөн Худайбиә тигән ергә барабыҙ, ул Мәккәнән 22 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Был Худайбиә килешеүе төҙөгән урын. Миҡат өсөн шулай ситкә сығып килергә кәрәк. Юл ыңғайы бедуиндарҙың дөйә фермаһына индек. Кемдер шифалы тип, дөйә һөтө ала, кемдер дөйәлә йөрөп килә.

11 декабрь. Иртә менән Таиф тигән ҡалаға юлландыҡ. Мәккәнән көньяҡ – көнсығышта , 70 км алыҫлығында урынлашҡан. “Раузалар ҡалаһы”  тип йөрөтөлә икән. Сөнки бында розалар плантацияларында легендар Таиф раузаларын үҫтерәләр, уларҙан ҡиммәтле эфир майы алалар, парфюмерия етештерәләр. Йәшеллек, һауа саф, матур ҡала .Ҡаланың архитектураһы ла матур. Беҙҙе розанан төрлө парфюмерия, миск эшләүҙе күрһәткән ергә алып килделәр. Төрөк телендә лекция тыңланыҡ – еп-еңел аңланыҡ!  Магазинына инеп сыҡтыҡ, роза таждарынан эшләнгән төрлө нимәләр алдыҡ. Юлдағы изге урындар тураһында хәҙәрәтебеҙ аңлатып, һөйләп бара. Ҡабат әл Хәрамға килдек. Күпме тәпәйләйбеҙҙер ул, автобуста күпме юл үтәбеҙ, Аллаһы тәғәлә еңеллеген бирә, ауыртып торған ерҙәрҙең ҡайһы тирәлә икәне лә онотолдо, шөкөр! Бар иғтибарҙы, көстө, ваҡытты ғибәҙәткә генә бирәбеҙ. Әл Хәрамдағы бер намаҙың ғына 100 мең намаҙға торошло. Мең шөкөр, Раббым! Ниндәй оло ниғмәттәр насип булды!

12 декабрь. Йома. Көндәрҙең олоһон Әл Хәрам мәсетендә! Иҫ киткес, йә Аллаһы тәғәләм! Иртәрәк барып, урын алдыҡ, аллаға шөкөр. Был көн мәсеттән ҡайтманыҡ тиерлек.

13 декабрь. Хушлашыу таүәфе ҡылабыҙ.  Иртәгә юлға! Йыйынабыҙ...

14 декабрь таңғы өстә үк торҙоҡ та , Джидда аэропортына киттек. Джидда –Сәғүд Ғәрәбстанының экономик баш ҡалаһы, ҙурлығы буйынса икенсе урында тора. Ҡыҙыл диңгеҙ ярында урынлашҡан. Аэропортҡа етмәҫ борон туҡтап, иртәнге намаҙҙы уҡып алдыҡ. Таможняны үттек. Самолетҡа ултырҙыҡ. Иллюминатор янында ғына икән урыным . Аҫты ҡарап барам: сүллек, һоро тауҙар, сүллек... Мәккәлә туристарҙы ҡыҙыҡтырырлыҡ матур тәбиғәт, диңгеҙ юҡ, был Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәте: һин бында тик ғибәҙәт ҡылаһың, һинең ниәтең ошо ғына...  Ҡыҙыл диңгеҙ өҫтөнән осабыҙ, зәңгәр күк менән диңгеҙ тоташҡан – зәңгәрлееек...матурлыҡ...

Шарджаға килеп еттек.Берләшкән Ғәрәп Эмираттарында ҙурлығы буйынса 3 – сө ҡала.Аэропортында ҡалған риалдарыбыҙға кофе алып эсәбеҙ. Инде риал аҡса берәмегенә өйрәнеп бөткәйнек, бында дирхем икән аҡса берәмеге, тиҙ нгенә аңлап бөтөп булмай. Өфөлөләрҙе осрата башланыҡ, бында хижап кеймәгән ҡатын –ҡыҙҙар осрай башланы – ял итеп ҡайтып килеүсе туристар. Джиддала хатта аэропортта эшләп ултырған ҡыҙҙары ла ниҡапта ине.

Бына изге сәфәребеҙ тамам. 11 көндө был яҙмаға ғына һыйҙырып бөтөп булмай инде... Һеҙ нидәйҙер мәғлүмәт, файҙа алһағфҙ, мин шат. Иң мөһиме –Ғүмрәбеҙ ҡабул булһын , Аллаһ беҙҙән риза булһын.

Шулай ҙа мин беҙҙең сәфәребеҙҙе ойоштороуҙы тулыһынса үҙ өҫтөнә алған “Умма тур” компанияһына рәхмәтемде белдергем килә. Был рекламалау түгел, ысын күңелемдән сыҡҡан рәхмәт тойғолары. Тур һатып алған көндән Өфөлә аэропортта ҡаршы алғанға тиклем беҙҙең менән булдылар. Һинең изге ғәмәлеңде үтәүгә бөтөн уңайлыҡтар булдырылған : билет алынған, виза эшләнгән, отелдә урының бар , тәүлектең 24 сәғәтендә лә һорауҙарыңа яуап биреүсе хәҙрәтебеҙ беҙҙең менән. Төп эшең – ғибәҙәтеңде ҡылыу менән генә булаһың .

Ғүмрә ҡылыу – ул сөннәт. Ул Оло Хаж кеүек фарыз булмаһа ла , үтә сауаплы. Хаҡ тәғәлә әйтә: “Аллаһ ризалығы өсөн Хаж һәм Ғүмрәне тулыһынсам үтәгеҙ.”. Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр.

15 декабрь – мин өйөмдә, ӘлхәмдуЛилләһ. Алып ҡайтҡан нурыбыҙҙы оҙон-оҙаҡҡа һаҡларға яҙһын!

Әйткәндәй, Йәнтеш ауылынан Ғүмрә ҡылып ҡайтыусылар арыуыҡ ҡына. Йәйгеһен " Йома" тапшырыуы алып барыусыһы Морат Лоҡмановтың ауылға тапшырыу эшләргә килгәндә әйткән һүҙен ошонда яҙып киткем килә: " Болондо сәскә биҙәгән кеүек, ауылығыҙҙы хажи - хажиәләр биҙәп тора"- тигәйне.
Тәүгеләрҙән булып минең ҡайным Рамаҙан хәҙрәт һәм бейемем Миңһылыу Арыҫланова оло хажға барып ҡайттылар. Унан һуң, Миңһылыу Арыҫланова, Зилә Торомтаева, Венера Әхмәтова, Рәмилә Байғусҡарова, Руфина Әхмәтова, Юныс ағай Иштанов Ғүмрә ҡылып ҡайттылар.Һәм бына Әнисә Иштанова менән беҙгә кесе хаж ҡылырға насип булды, матур исемлеккә өҫтәлдек,ӘлхәмдүлиЛләһ.

Бөттө.

 

Гөлдәр Арыҫланова.

Хәйбулла районы

Йәнтеш ауылы.

 

Фотолар авторҙыҡы.

1. Мәҙинә, Ән Нәбәүи , йәғни Пәйғәмбәребеҙ мәсете. Йәшел көмбәҙ аҫтында рәсүлебеҙ ерләнгән.

2. Әл Ғамәмәһ мәсете.

3. Куба мәсете.

4. Һәр урам исеме ислам тарихын һөйләй. Мәсет тирәләй бик күп отелдәр урынлашҡан.

5. Иң ҡәҙерле бүләк Рауданан сыҡҡас, ошо Зәм- зәм һыуын күстәнәскә биреп торалар.

6. Өхөд тауы.

7. Ҡиблатайн - ике Ҡибла мәсете.

Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш
Изге ерҙәрҙә - бәхетле көндәр. 2-се өлөш
Автор:
Читайте нас