1-се фото - Атайым- Фәттәхов Баян Хәбир улы, алыҫ Польша ерендә хеҙмәт иткән.
2-се фото - Ағайым- Фәттәхов Раян Баян улы. 1986-89 йылдарҙа Тымыҡ океан флотында хеҙмәт итә. 1986-87 йылдарҙа Владивосток ҡалаһында, Руси утрауында, хәрби әҙерлек үтә, кораблдә электромеханик була. 1989 йылдың декабрендә Севастополдән дембелгә ҡайта.
3-сө фото - Ҡайнағам- Һибәтов Фәрит Сәрүәр улы. 1985-87 йылдарҙа, Мордовияла, СССР-ҙың Эске эштәр министрлығында эске ғәскәрҙәр сафында хеҙмәт юлын үтә.
4-се фото - Тормош иптәшем- Һибәтов Йәүҙәт Сәрүәр улы, ракета ғәскәрҙәрендә Ҡазан эргәһендә хеҙмәт итә.
5-се фото - Ҡустым- Фәттәхов Илһам Баян улы, Ленинград өлкәһендә телеграфист була.
6-сы фото - Улым- Фәттәхов Айтуған Илһам улы, 2019 йылда 12-я айырым гвардия инженер бригадаһында хеҙмәт итә.
7-се фото - Улым- Һибәтов Ғәлинур Йәүҙәт улы, Өфө авиация-техник университетының хәрби кафедраһы, 2014-2016 йылдар, запастағы лейтенант.
8-се фото - Кейәүебеҙ - Аралбаев Буранбай Фәрит улы. Рәсәй Хәрби-диңгеҙ флоты, Төнъяҡ флоты.