-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

САЛАУАТТЫҢ РУС ҠЫҘЫН АЛҒАНЫ. Легенда.

Салауат Красноуфимскиға барып йөрөгән икән. Шунда бик  һылыу бер рус ҡыҙына күҙе төшкән. Рус ҡыҙы ла Салауатты күңел   иткән. 

САЛАУАТТЫҢ РУС ҠЫҘЫН АЛҒАНЫ. Легенда.
САЛАУАТТЫҢ РУС ҠЫҘЫН АЛҒАНЫ. Легенда.

Шулай итеп бер-береһен бик яратышып киткәндәр.
Салауат Красноуфимскиҙан киткән сағында үҙенең һөйгәненә;
— Ну, сын родится — мой будет, девочка родится — твоя будет,
— тигән дә, атына менеп, юлға сыҡҡан.
Салауат һөйгән ҡыҙы-янына тиҙ генә бара алмаған.
Бер-ике йылдан һуң барһа, теге ҡыҙы килеп сығып, Салауатты
ҡосаҡлаған да:
— Твой будет, — тигән.
Салауат быны аңлап, йүгереп өйгә ингән, ти. Өйҙә бер дәү малайҙың
сәңгелдәктә ятҡанын күргән. Малайҙы ҡосаҡлап алған, ти.
Яу ваҡыты булғас, Салауат был бисәһе янында оҙаҡ тора алмаған.
Малайҙы айыу тиреһенә төрөп, үҙ ҡуйынына ҡыҫтырып,
алып киткән, ти.
Дошман ғәскәренең һуғышҡа әҙерләнгәнен белгәс, Салауат:
«Баланы алып йөрөп әрәм итмәйем, берәй кешегә ҡалдырайым»,—
тип, уны Ҡыйғы ауылының иң осонда тороусы бер әбейгә биреп
 ҡалдырған, ти. Салауат әбейгә: «Мин һуғыш бөткәс килеп алырмын,
инәй, был баланы һин үҙ балаңдай күреп ҡара инде»,,— тип
-әйткән, ти. Шунан ул үҙе ғәскәре менән Ҡатау яғына киткән. Шул
китеүҙән әйләнеп ҡайта алмаған. Бала ни эшләгәндер, кем бул-
гандыр, тереме, үлеме, һис хәбәр-хәтер булмаған .

Салауаттың рус ҡыҙын алғаны. 1940 йылда Мәсетле р-ны Оло Аҡа
ауылы Ҡаһарман Хәсәновтан С. Кулибай яҙып алған. — Усманов* 1945, 50—
51-се б.: БХИ, РЛ, Кя 229; БПЛ, Кя 163; БНТ, ПЛ, Кя 294. Вар.: БНТ, 11Л»
Кя 283.
1 «Салауат рус ҡыҙын алған» мотивы Степан Злобиндың «Салауат Юлаев» романы һәм шул уҡ исемдәге кинофильм йоғонтоһонда таралған булырға тейеш.
Тарихи документтарҙан күренеүенсә, Салауаттың өс ҡатыны булған. Улар балалары менән бергә батыр ҡулға алынғанға тиклем үк аманат1 (заложник) сифатында Өфөгә килтерелгәндәр. Бер ҡатыны улы менән ҡала коменданты
С. С. Мясоедов ҡарамағында булған, икенсе ҡатынын генерал Ф. Ю. Фрейман* өсөнсөһөн урындағы түрә, офицерҙар алған. — Гвоздикова. С. 189. Салауат
ғаиләһенең артабанғы яҙмышы хаҡында билдәле түгел. Фольклор матери алдарына ҡарағанда, батырҙың ҡатындарының исеме: Әминә, Зөләйха, Гөлбәзир (Гөлнәзирә). Салауаттың өс ҡатыны булыуы тураһында йырҙа ла әйтелә:
Салауаттың кейгәне —
Ҡыҙыл да түгел, һары буҙ.
Салауаттың һөйгәне —
Икәүһе еңгә, береһе ҡыҙ.
(Ғилми архив. ф. 3, оп. 12, д. 275, л. 12.)
Салауаттың рус ҡыҙын алыуы тураһында тарихи документтар билдәле түгел.

 

"Ҡыҙыҡлы топонимика" төркөмөнән

 

Фото Р. Хисаева

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас