-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Альмина Закированан кәңәштәр

Сюцай психологияһы белгесе, ҡыҙыҡлы һандар донъяһын өйрәнеүсе  үҙенсәлекле шәхе - Альмина Ғәбдрәшит ҡыҙы Закирова менән таныштырғайныҡ инде. Бөгөн Альмина Закированан файҙалы кәңәштәр бирәбеҙ. Энергияны күтәреү өсөн түбәндәгедәрҙе эшләргә кәрәк ти ул: 

Альмина Закированан кәңәштәр
Альмина Закированан кәңәштәр

– Энергияны туплау һәм арттыра барыу өсөн түбәндәгеләрҙе эшләргә:

                иртән ас ҡарынға 45 градусҡа тиклем йылылыҡтағы һыу эсергә;

                көн һайын иртән сәғәтенә биш километр тиҙлек менән алты саҡрымдан ашыу йәйәү атларға;

                атлап йөрөгәндән һуң йылы һыу эсергә;

                 иртәнге ашты атлап килгәндән һуң бер сәғәттән генә ашарға тырышығыҙ (әсе еләк-емеш серотонинды күбәйтә);

                 аҙнаһына ике тапҡыр мунса инергә. Эләүкәгә ятып тирләргә, тир ағып төшөргә тейеш.

 

Фото А. Королев

Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас