-8 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Ҡоймаҡ

Күмертауҙан Розалия Хәйруллина ҡоймаҡ рецебы менән бүлеште. Әйҙәгеҙ әле, беҙ ҙә йәмле ял көнөндә ғаиләбеҙҙе тәмле ҡоймаҡ менән һыйлап алайыҡ, ҡыҙҙар!

Ҡоймаҡ
Ҡоймаҡ

Йылы һөт - 0,500

Көнбағыш майы - 2 аш ҡалағы

Шәкәр - 2 аш ҡалағы

Тоҙ – 1 сәй ҡалағы

Ҡоро әсетке - 1 аш ҡалағы.

3 күкәй (йомортҡа ла ярай))))

Бөтәһен дә яҡшылап бутарға.

Он өҫтәй-өҫтәй бутайбыҙ, шыйыҡлығы ҡаймаҡ кеүек булырға тейеш.

Йылы урынға  1 - 1,5 сәғәкә ҡуябыҙ. Мин ҡамырлы һауытты пленка менән ҡаплайым.

Табаға 1 аш ҡалағы көнбағыш майы һалабыҙ. Әҙер ҡамырҙы ижау менән таба уртаһына ипләп кенә ҡоябыҙ, ул үҙе таралып китергә тейеш. Ҡоймаҡтың бер яғы ҡыҙарғас әйләндереп, икенсе яғын да бешереп алабыҙ.

Һәр әҙер ҡоймаҡты көнбағыш майы менн майлайбыҙ.

Тәмле булһын ашығыҙ!

 

Розалия Хәйруллина.

Автор фотоһы.

Автор:
Читайте нас