Зәлиә менән Айрат Әлмөхәмәтов-тарҙың йәшлеге Салауат ҡалаһында үтә. Тормош иптәше – химия заводында, үҙе почта бүлексәһендә эшләй. Зыянлы хеҙмәттә хаҡлы ялға иртә сыға ире һәм, күптәнге хыялдарын тормошҡа ашырып, саф һауалы тыуған ауылдарына күсенеп ҡайталар. Зәлиә апай һауынсы булып урынлаша. Ҡырмыҫҡалы районы Түбәнге Төкөн ауылында йорт күтәреп, баҡса үҫтереп, матур итеп донъя көтөп алып китәләр. Әммә был бәхет оҙаҡҡа бармай, ирендә яман шеш табыла. Айратының һуңғы тын алышына тиклем хәстәрләп баға уны ҡатыны. Ҡәҙерлеһен юғалтҡандан һуң, Зәлиә апайға йорто ғына түгел, ә бар ауыл йәнһеҙләнеп, бушап ҡалған төҫлө тойола. Ахырҙа бар ихтыярын туплап, ҡалаға юллана ул. Улдарының һәм яҡындарының, пенсия алдынан Өфөлә һиңә кем эш бирһен, өлкәнһең, ауыр була бит, ҡуй, йөрөмә, тигән һүҙҙәре лә уны туҡтата алмай.
Бөгөн Зәлиә апайҙың эше оло, донъяһы киң – бейек йорттар алдындағы урам-һуҡмаҡтар һәм балалар майҙансығы. «Ҡайһы бер йыл ҡарлы килә, унда инде бөтөнләй ялһыҙ эшләйбеҙ. Төнгө сәғәт өстә тороп, тәҙрәнән ҡарайым: ҡар яуһа, шундуҡ тышҡа атлығам. Ә былай ҡышҡыһын еңелерәк тә кеүек миңә. Аяҙ көндәрҙә «козырька»ларҙы, эскәмйәләрҙе генә таҙартам. Хатта бураны ла оҡшай, эсемдәге һағышты ҡыуа, – тип йылмая үҙе. – Яҙын аҡлау, буяу эше башлана. Йәйҙәрен үлән баҫып китә лә аҙна һайын тиерлек триммер менән сабып торорға кәрәк. Көҙөн япраҡтар, сүп-сар менән көрәшәм. Ҡый һауыттарын да ваҡытында бушатып, ышҡып йыуып ҡуям һәм ишектәрҙәге иғландарҙы аҡтарып таҙартам. Бына майҙаным ялтырап тора, шөкөр», – тип яратып һөйләй ул эшен.
Зәлиә апайға бүлмә биргәндәр, ыҡсым ғына, йылы, тыныс һәм унда татлы аш еҫе аңҡый. Ул һис бойоҡмай, киреһенсә, күңел йылылығы, ихласлығы менән арбай.
Альбина Ғөбәйҙуллина
Автор фотоһы