-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
18 Декабрь 2025, 16:11

Бәпәй еҫе (хикәйә). Миләүшә Ҡаһарманова. Башы.

Саҡ түҙҙе Асия. Бар сабырлығын төйнәп тотоп, көскә сыҙаны.

Бәпәй еҫе (хикәйә). Миләүшә Ҡаһарманова. Башы.
Бәпәй еҫе (хикәйә). Миләүшә Ҡаһарманова. Башы.

Өйҙәгеләр менән хушлашып сығып, машинаға ултырғас та эсендә ажғырған ярһыуын баҫырға тырышып көсәнде. Тик бер ҡайнап сыҡҡан һарыу тиҙ генә һыуынырға теләмәне. Шартлап ярылып, сәсрәп, ян-яҡҡа сәселеп киткеһе килде. Йәнәшәһенә ауыҙын йыя алмаҫтан көлә-йылмая инеп ултырып, ҡуҙғалғас та күңелле көй ҡуйып ебәргән иренә яндыраһынан ҡарап ебәрҙе. Тик тегенеһе был ҡарашты күрмәне лә, тойманы ла. Юлға ҡарап, һаман да ниндәйҙер күтәренке илаһи тойғоларынан арына алмай, күҙҙәрен иркә нурландырып килә. Был ҡатынды тамам сығырынан сығарҙы:

– Тауышын яп! Былай ҙа баш ауыртты.

Тик ире ишетмәй әллә. Үҙ уйҙарына сумған. Асия ынтылып, көйҙө һүндереп үк ҡуйҙы. Шул саҡ Тәлғәт тә уянып киткәндәй булып, ялп итеп ҡатынына һораулы ҡарашын күсереп алды. Уныһы:

– Баш ауырта, тием бит, анау бер бала тауышынан, – тип ҡуйҙы.

Ире ҡатынының хәлен әллә төшөнмәй, әллә төшөнөргә теләмәй, оторо һөйләне лә ҡуйҙы:

– Бармаҡ башындай баланың шаярыуына ла башың ауырыһа инде. Ана, Гөлназ шуларҙың өсәүһе менән көнө буйы, бер ере лә ауыртмай.

– Кеше ҡатынының ҡайһы ере ауырта-ауыртмай икәнде һин ҡайҙан беләң? – Быларҙы яуапһыҙ ҡалмау өсөн генә әйтте Асия. Ире өндәшмәне. Ғәҙәтенсә. Күп ваҡыттағыса, ҡатынының тызыуын яуапһыҙ ҡалдырҙы. Быға ҡатыны ла ҡәнәғәт. Эстән генә ошондай ваҡыттарҙа «телләшмәһә ярар ине» тип уйлай һәм ире уны ишетеп торған кеүек, ваҡланмай, ҡатын-ҡыҙ хаслығына төшмәй. Ишетмәмешкә һалыша йә үҙ эше менән булышып ала ла китә. «Әлдә шулай, рәхмәт инде уға», тип уйлай ҡатын. Юғиһә, мин дә ярһыһам, ул да ҡыҙһа, ғауға сығыуға ла күп ҡалмаҫ.

Юл ыңғайы ире магазинға һуғылмаҡсы булып туҡтаны. Тик ҡатынының һаман ҡара көйөп ултырғанына бер генә ризаһыҙ күҙ һирпкәс, магазинға үҙе инеп китте. Иртән, ял көнө, дуҫтары менән ҡуна ятып балыҡҡа барырға һөйләшкәйнеләр бит, аҙыҡ-түлек йыйнайһы бар. Шуны ҡайғырта инде ире. Асияның иһә балыҡ ҡайғыһы китте. Күңелендәге уңалмай торған яраһы ҡанһырап асылды, һулҡып-һулҡып һыҙланы, бар булмышын һурып һыҡратты, йәнен әсетте. Мәңге уңалмаҫ яраһы...

Балаһыҙ улар. Йәшәүҙәренә лә ун дүрт йылдан ашты инде. Тик «булмаһа булмай ҙа ҡуя икән баҙарҙа сөсикмәк» тигән шикелле, булмаһа булмай ҙа ҡуя икән бала ла. Әлбиттә, уҡыған, белемле, хәлле кешеләр булараҡ, ҡиммәтле клиникаларҙа ла тикшереү үттеләр, дауаларҙың кәрәге булғандайын да, булмағандайын да ҡабул иттеләр. Ҡатыны имселәрҙе лә, һылап-һыйпаусыларҙы ла ҡалдырманы. Әйтеүҙәренсә, икеһе лә һау-сәләмәт, ана-бына балалары булыр, өмөттө генә өҙөргә ярамай. Тик ул өмөттө һаман да йәшәтеү өсөн көсөн генә ҡайҙан алырға? Асия үҙе күнер ине лә, ирен нисек итеп һаман да буш өмөт менән алдатмаҡ кәрәк? Ана бит бая, таныштарында, бәләкәй бала күреүҙән уйынсыҡ тапҡан көсөк хәленә төштө. Тантый-тантый саҡ тәпәйләп йөрөгән сабый янында дүрт аяғынан торманы ла тигәндәй, йә ятып, йә имгәкләп йөрөп уйнатты. Хатта сәй артына ла ултырманы бит, һыуынып бөткән сынаяғын ҡабалан ғына һемереп китте. Ә өйҙә бит ул ғүмерҙә лә һалҡын сәй эсмәй, аш-һыуҙың ҡайнар булғанын ярата. Әле иһә уныһын аңғарманы ла. Сөнки ана шул тәнәйҙән ары бер нәмә лә күрмәҫ хәлгә етте. Ҡайҙан индерҙе шунда. Йомошон унһыҙ ҙа йомошлар ине инде. Машина булғанда, тигән булып, әйтерһең, үҙенең машинаһы юҡ. Бар бит. Машинаһы ла бар, хан һарайындай йорто ла, ҡала үҙәгендә фатиры ла, яҡшы эш хаҡы алып ҡайтып торған ире лә... Тик бына бала... балаһы ғына юҡ. Һәм шул бер генә, бәләкәй генә «юҡ» бөгөн анауындай «бар»ҙың баһаһын төшөрә, хатта ваҡыты-ваҡыты менән бөтөнләй юҡҡа сығара...

Тәлғәт ике оло пакет күтәреп сыҡты ла, багажникка ҡуйғас, тышта яйлап тороп тартып алды. Уның да күңеле тыныс түгел, тимәк, уға ла ҡыйын. Бушҡа тәмәкегә тотона һалып бармай ул.

* * *

Асия өнһөҙ-тынһыҙ йөрөп тамаҡ йүнәтте, иртәгәгә ризыҡ төйнәне. Бешергәндәрен өҫтәленә теҙҙе лә ҡумта, бырау кеүек ҡышҡы балыҡ тотоу кәрәк-яраҡтары менән булышҡан иренә өндәште:

– Әйҙә.

Иркен аш бүлмәһендәге оҙон өҫтәлдең ике яҡ башына ашарға ултырҙылар. Ире ихлас туйынырға кереште. «Ысынлап асыҡҡанмы, әллә йөҙөмә ҡалҡынып ҡарарға телмәгәндән шулай ҡыланамы? Уф! Нимә яһиллана? Һуң асыҡҡандыр, эштән ҡайтып торалар бит». Үҙе лә ашарға маташып ҡараны. Бармай. Тәғәм дә үтмәй әле тамағына. Сығырға юл эҙләгән ярһыуы алҡымынан ала. Әллә үкһеп, әллә үкереп ебәргеһе килә. Ә ҡаршыһында ире һаман шап та шоп!

– Һин асмы ни?!

Ир сәйнәүенән туҡтаны ла, башын күтәрмәй генә, ярайһы уҡ турайған ҡалын ҡара ҡаштары аҫтынан ҡараны:

– Юҡ.

– Улайғас, – Асия алтын ялатылған ҡалаҡ-сәнскеләрен шалтыратып, тәрилкәһенең бер был, бер теге яғына күсерҙе.

– Ашарға саҡырҙың бит.

– Саҡырҙым шул... Аша, – ҡатындың тауышы шымып, йомшарып уҡ китте. Унан усын эйәгенә терәп, бер килке ирен күҙәтеп ултырҙы ла, төптән һыҡрап сыҡҡан ғазаплы ла, бер үк ваҡытта йәлләгән дә тауыш менән:

– Тәлғәт... Һиңә балаһыҙ ҡыйынмы? – тип һораны, һораны һәм ире, быға тиклем тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә тапҡыр булған кеүек, килер ҙә сәсенән, арҡаһынан һөйөп тынысландырыр, күңел күген ҡаплап алған ҡара болот кеүек уй-хәсрәттәрен туҙғытып ебәрер тип көттө. Көттө. Иренең тойғоларын меңенсе ҡат үҙ-үҙенә дәлилләргә теләне.

– Ҡыйын.

Әкрен генә әйтте быны ире. Тик өҙөп, ышаныслы итеп. Ҡаршы өндәшә, һүҙ ҡуйырта алмаҫлыҡ итеп. Был яуаптан һуң күҙ йәштәре лә, үпкә лә, хатта йөрәгең ярылып тәгәрәп китеп йән биреү ҙә урынһыҙ кеүек булып ҡалды. Шунлыҡтан, иренең ашап бөтмәгән тәрилкәһен ситкә шылдырып, баш ҡағып ҡына рәхмәт белдереп, залға үтеп китеүен ҡараштары менән генә оҙатып ултырып ҡалды ҡатын...

Ә бит белә ине ул бер килеп ошондай яуап булырын. Әлеге лә баяғы, үлә алмай тартҡылашҡан өмөттөң һуңғы ҡылдарын тыңҡылдатып өҙә алғандай ниндәйҙер бер һүҙ барлығын... һәм ул әйтелде...

Ҡыйын... Тимәк, уға был йортта, был донъяла балаһыҙ ҡыйын. Тимәк, Асияның һөйөүе генә уның күңел бушлығын тултыра алмай... Тимәк, нисек кенә һыр бирергә теләмәй тырышып көн итеп ятҡанда ла, шатланғанда-ҡыуанғанда ла, иркә-наҙҙа, яҡшы тәрбиәлә булғанда ла уға барыбер ҡыйын... Ҡыйын...

...Яҡтырыр-яҡтырмаҫтан тороп кейенгән Тәлғәт, сәй ҡуйҙы ла, яландай киң карауаттың ситендә генә йомарланып ятҡан ҡатынының яурынына ҡағылды:

– Тораһыңмы?

Асия иренең мыштым ғына йөрөп ятыуын күптән һиҙеп-тойоп ятһа ла, яуап бирмәне – йәнәһе, йоҡлай. Тегеһе лә быны белә. Тағы ла ипләп кенә өндәшә:

– Ярар, һин бармаҫ булһаң, мин сығам. – Ишек төбөндә тауышын күтәрә төштө, – ярай, пока! Шылтыратырмын!

Ҡатын тауыш-тынһыҙ ятып ҡалды.

* * *

Быяла аръяғында ялп-йолп үҙгәргән панораманы күҙәтеп барһа ла, уйҙары бөтөнләй ситтә, әллә нисә йылдар арауығында оса Асияның. Иртәнсәк ире сығып киткәс, күпме генә тырышып ҡараһа ла, күҙен йома алманы. Ысынында, төндә лә йүнле йоҡо булманы инде, әүен баҙарына юлланыу өсөн белгән бар ысулдарын ҡулланып ҡараны: эстән һынап та, уйланмаҫҡа тырышып та, хатта наушниктар аша көй тыңлап та булашты – файҙаһыҙ, һуңғы ҡарағанында сәғәт дүртенсе яртыны күрһәтә ине. Аҙаҡ инде йонсоп, талсығып, нисек йоҡлап киткәндер – иҫләмәй.

Хәҙер инде ял көнөнөң пландары ҡырҡа үҙгәргәс, тороп, нимә менән булашырға икән, тип, фекер төйнәргә итте лә, инде нимәгә генә тотонһа ла, нимә генә башҡарһа ла мәғәнәһен тапманы. Шулай уҡ та тормошо сараһыҙлыҡҡа килеп терәлдеме ни?.. Ҡатын үҙе төйнәп ташлаған төйөндө сисергә маташып сәбәләнгән һайын уны нығыраҡ сырматты, буталды. Шулай күҙҙәрен түбә биҙәктәрендә йөрөтөп ята торғас, башына кинәт бер уй килде: туҡта, апайына барып ҡайтһын әле, тота килеп әллә нимә менән ярҙам итә алмаһа ла, яйлыраҡ кәңәш бирер, һис юғы, күңелен бушатыр. Эсендәге йәнен һурып алып барғандай зарын һүҙ менән һөйләһә, бәлки, бошоноуы кәмей төшөр. Апайы ла аҡыллы кеше, нимә типтер әйтер, әйтмәһә лә, тыңлар, үҙ ҡанының хәсрәтен бауырына баҫыр, һәр ваҡыттағыса инде.

* * *

Айһылыу апайынан өс йәшкә генә кесе булһа ла, уны, нишләптер, үҫкәндә ҙур итеп ҡабул итте. Уйлап ҡараһаң, әле лә шулай инде. Бәләкәй саҡта апайы уны баштан-аяҡ үҙе көттө, тәрбиәләне, тиһәң дә артыҡ булмаҫ ине. Әсәһе ике йыл һайын яңы бәпәй алып, шулар мәшәҡәтенән бушай алманы. Инде үҫмерлек ҡорона инеп барғанда Асия әсәһенең был ҡылығын моңһоҙ рәүештә хәйерселек үрсетеү итеп баһалай ине һәм йыш ҡына мәктәптән ҡайтып инеп, кисә генә йыйыштырғандарын баштүбән әйләндергән ҡусты-һеңлеләрен әрләгәндә, әсәһенә лә өлөш сығарҙы:

– Бер нәмәгә файҙаһыҙ нәмәләр! Өй болартыуҙан башҡаға эшкинмәйҙәр! Нимә тип алдың ошоларҙы! Берәүҙә лә бы һәтте бала юҡ! Нимәгә кәрәк улар?!

Әсәһе, йыуашлығынанмы, әллә ысынлап моңһоҙлоғона барыпмы, ҡыҙының ярһып сәрелдәүенә иғтибар итмәй. Баҙар шикелле булып таралып ятҡан донъяһында һаман да тәнәйҙәре менән мыжғыша.

Бәләкәйерәк сағында нисек йөрөгәндер, әммә мәктәптең әле башланғыс синыфтарында уҡ өҫ-башына етешмәгәнлекте, кейеменең башҡаларҙыҡына ҡарағанда ҡайтыш икәнлеген аңғарҙы Асия. Йыш ҡына яға-еңдәренең алмаштырылмағанына, алъяпҡысының бысраҡ булыуына шелтә яһанылар. Кемдәрҙер кейемдәр бирҙе, еңдәрен төрөп, ҡыҫҡартып, ҡырҡып-ямап әллә нимәләр әтмәләп кейҙерҙеләр. Был хәл ҙурая бара үтә лә кәмһетте ҡыҙҙы. Бигерәк тә һәр ерҙә «Күп балалы ғаилә, етешмәйҙәр, ауыр йәшәйҙәр», тип йәлләп ҡарауҙары ауыртҡан сөйәленә баҫып торған кеүек булды.

Ҙурая бара Асия Айһылыу апайынан кескәй туғандарына ҡатылығы менән айырылды. Дәфтәр-китаптарын туҙҙырған өсөн, күп һорап тормай, сыбыҡ менән сыжлатты, эшкә ҡушҡанда арҡырыланһалар ҙа тумпылдата һуҡҡылап алды. Әсәһенең йыйнаҡһыҙлығына үс иткән шикелле, үҙе үтә таҙалыҡ яратҡан, тәртип тотоуға ынтылған бала булып сыҡты ул. Туғандарын һыпырып тотондо, әрләп-туҡмап екте, буйһонмағандары өсөн ҡулында ниндәйҙер бер язалау ҡоралы уйнап ҡына торҙо. Унан хатта әсәһе лә шөрләне, буғай.

Балаларҙан екһенеп, тамам биҙа булып үҫте ҡыҙ. Шулар артынан таҙалап, йыуып-йышып, бишек бәүетеп үтте балалыҡ, үҫмерлек осоро. Бәләкәс туғандарын һәм әсәһен ошо етешмәгәнлектең, әрпешлектең сәбәпсеһе итеп күрҙе. Башҡалар кеүек иркәләнеп, вайымһыҙ ғына йәшәй алыу мөмкинлегенән мәхрүм иткәндәре өсөн күралмаҫ хәлгә етеп киткән саҡтары ла булды туғандарын. Уйнағанда ла, әхирәттәре һымаҡ, «бәпәй» төрмәне, ҙурая бара киләсәккә хыялдар ҡорғанда ла ныҡлы итеп «Минең балам булмаясаҡ, мин яңғыҙым йәшәйем» тиер булды. Сабый күрһә, һөймәй түҙә алмаған әхирәттәренә аптыраны: нисек итеп шул ыҙаларҙы яратмаҡ кәрәк?

Юғары синыфтарҙы баш ҡаланың интернат-мәктәбендә уҡып бөттө. Бында ла башлыса уның кеүек күп балалы ғаилә балалары, етемдәр тупланғайны. Юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә лә ана шул «күп балалы» ғаилә ағзаһы булыуы алдырҙы – конкурсһыҙ-ниһеҙ ҡабул ителде.

Баш ҡалала танышты Тәлғәт менән дә. «Пятачок»та йырлап-көлөп, йәштәрҙең уртаһында йөрөгән егет ни ғиллә менән уйындарҙа ҡатнашмаған, шаярмаған, хатта артыҡ һөйләшеп тә бармаған был ҡырыҫ ҡарашлы сибәркәйҙе һайлағандыр. Ана шул һалҡын матур йөҙҙә йылмайыу ишараты күреү, төйөлөп торған нәҙекәй ҡаштарҙы бер аҙ булһа ла яҙҙырып ебәреү, ынйы тештәрҙе көн нурында ялтыратыу өсөн аҙ тырышлығын һалманы Тәлғәт, һандуғас булып һайраны, ыласын булып кәйелде янында, ал тигәндә алын, гөл тигәндә гөлөн табып алып килде. Ҡарһылыуының йәнен иретеүгә бар йөрәк ҡайнарлығын һалды ғашиҡ йән.

Асияға ла был айыуҙай кәүҙәле, асыҡ күңелле егет оҡшай, бик оҡшай ине. Тик ул «егет менән дуҫлашһаң, уға кейәүгә сығырға кәрәк, сыҡһаң – балалар» тигән уйҙан ҡаса алмай һәм шунлыҡтан үҙенән бер генә йылы ҡараш, ым-ишара көтөп зарыҡҡан егетте нишләтергә лә белмәй. Йылдан ашыу ҡыҙҙың йөрәген аса алмаған егет бер көн килеп эште ҡабырғаһы менән ҡуймаһа, был хәл күпме дауам иткән булыр ине икән.

– Асия, мин һине аңлай алмайым, кәрәкме ул мин һиңә, әллә юҡмы? – тип һалды бер көн Тәлғәт, тын ғына етәкләшеп парк аллеяһынан атлағандарында.

– Нишләп... улай тиһең? – ҡыҙ һорауға һорау менән яуап бирҙе.

– Ҡыумайһың да, яҡын да ебәрмәйһең... Бер дурак кеүек йөрөйөм. Минән уже егеттәр көлә.

Ҡыҙ өндәшмәне. Ул бындай хәбәргә әҙер түгел ине. Ысынында ул бындай һөйләшеүгә бер ваҡытта ла әҙер булмаясаҡ.

– Йә, нимә тағы тындың? Кәрәкме мин һиңә, түгелме? «Юҡ» тиһәң, китәм... башҡаса борсомам, – Тәлғәт һүҙенән кире ҡайтмаҫын дәлилләргә теләгәндәй, туҡтап, ҡыҙҙың ҡаршыһына боролоп баҫты. – Әйт!

«Нимә әйтергә һуң?.. Юҡ! Ул Тәлғәтте юғалтырға теләмәй! Яратамы? Белмәй... Нисек һуң ул яратыу?.. Тәлғәт уға кәрәк, уға һыйынғыһы, арҡаланғыһы, иркәләнгеһе килә. Ул бит беренсе тапҡыр үҙен ҡәҙерле итеп тойҙо уның менән...»

– Эй...йе, – тауышы ишетелер-ишетелмәҫ сыҡты Асияның.

– Нимә «эйе»?

– Кәрәкһең... миңә. Дуҫлашҡандарынан алып тәүге иң йылы һәм иң иркә һүҙҙәрҙе ишетте егет. Гүйә, «кәрәкһең» тип кенә түгел, ә «Яратам! һөйәм! һинһеҙ йәшәй алмайым!» тип ҡысҡырҙы. Шатлығынан һөйгәнен ҡосағына ҡармап алды:

– Улай булғас, өйләнешәбеҙ! Киләһе аҙнала!

– Нисек өйләнешәбеҙ? – Асия терт итеп ҡалды. – Кем әйтә?

– Мин әйтәм. Нимәгә һуҙырға? Бергә йәшәйбеҙ, бергә...

– Минең бала көткөм килмәй! Минең... Мин... – ҡапыл ярһып башланы ла, дауам итергә һүҙ тапманы.

Тәлғәт көлдө генә:

– Ярай, үҙем көтөрмөн. Ялҡау кәләш булаһың инде атыу миңә...

* * *

Күстәнәс алмағаны иҫенә төштө. Кәйефһеҙләнеп сығып китте бит иртәнсәк. Күстәнәс ҡайғыһы булдымы? Апайының ҡалҡыу булып әллә ҡайҙан күҙгә ташланып торған ҡыҙыл кирбес йорто ҡаршыһындағы магазинға һуғылмаҡсы булды. Инде лә кәштәләрҙәге тәм-томға күҙ йүгертте: нимә алырға? Асия лимон, ҡиммәтле кәнфиттәр үлсәткән арала ишек төбөндә тартҡылашҡан йәш әсә менән өс-дүрт йәштәрҙәге балаға иғтибар итте. Бала әсәһен тыңламай, магазиндан сыҡмай ҡырталаша, нимәлер алып биреүҙе талап итә, буғай, «ал...» тигән ялбарыулы һүҙҙәре генә аңлашыла. Әсәнең тамам тәҡәте ҡороно, ул сабыйын ҡулынан һелкетә тотоп алды ла елтерәтеп алып сыҡмаҡсы булды. Был күренешкә артыҡ иғтибар ҙа бирмәгәйне Асия, тик нишләптер, ни сәбәптәндер, үҙе лә көтмәгәндә быларға төбәп өндәште:

– Нимә алып бирмәйҙәр, ә-ә?

Ҡыҙыҡай шул һорауҙы ғына көткәндәй, әсәһенән аша башын һоноп, нәҙек тауыш менән сәрелдәп тә ебәрҙе:

– Бана-ан!

– Банан булғас банан. Бирегеҙ әле беҙгә банан!

Йәш ҡатын «Юҡ, юҡ!» тип ҡаршы тороп маташҡайны ла, бәләкәсе банан суғын ҡосаҡлап, күкрәгенә үк ҡыҫҡанды күргәс, уңайһыҙланыуҙан ни эшләргә белмәне:

– Уй, апай, ҡалай уңайһыҙ булды. Бынауыныһы мыжып... Рәхмәт, апай, ҡана аҡсаһын...

– Ҡуй! Юҡ менән булма, – Асия уларға ҡул ғына һелтәп, тышҡа сыҡты. Ул арала сабый бәләкәс кенә нәҙек бармаҡтары менән банан тышын һыҙырып маташа ине инде.

Айһылыу апаһында һәр ваҡыттағыса күңелле, шау-шыулы, өйө йылы, һыйлы. Тыштан уҡ танауҙы яңы бешкән ит еҫе ҡытыҡлай. Ысынлап та, әсәһе кеүек тәбәнәк йоморо апаһы ашҡа һалма ҡырҡа, ҡыҙы ҡоймаҡ ҡоя. Игеҙәк кинйәләре тәрилкәгә төшкән генә ҡоймаҡтарҙы эләктереп тора, тик уларҙы тыйған кеше юҡ.

Асия өҫтәл артына ҡунаҡлап, быларҙың мәшәҡәттәрен күҙәтә. Уға эш бирмәнеләр, ултырып ҡына торорға ҡуштылар. Хәл-әхүәл һорашҡан арала ла малайҙарҙың ҡоймаҡ сәлдереүенә күҙ йомоп ҡала алмай, «Етәр һеҙгә!» тип бармаҡ янай, тегеләр уның әйткәненән бигерәк ҡаш төйөүе-нән шикләнеп, ситкә китә һала. Апаһы күрмәмешкә һалыша.

– Хәҙер, аш та өлгөрә инде, – Айһылыу стеналағы сәғәткә күтәрелеп ҡарап ала. – Балаҡайҙарымдың эҫтәре өҙөлөшөп килә микән...

– Сыҡҡандармы? – Иҫе китмәй генә һорай Асия, кемдәр хаҡында һүҙ барғанын белеп тора бит инде.

– Ултырҙыҡ, тип шылтыратҡайнылар. Оҙаҡлайҙар әле, юл насар мәл килеп.

– Көн булмағанда йөрөмәй торорҙар ине, кеше борсоп. Аҙна һайын, аҡса туҙҙырып, ҡатыраҡ әйтеп ебәрмәйһең инде, – Асия шулай апаһын шелтәләп алырға ла өлгөрә.

– Ҡалайтып, ҡайтмағыҙ, тип тораһың, асығышып ҡына йөрөгән балаларға. Ҡыҙҙар булһа, бер хәл, малайҙар үҙҙәрен үҙҙәре ҡарай аламы ни? – Айһылыуҙың студент улдарына һүҙ тейҙергеһе килмәй.

– Аҙыраҡ асыҡҡандан үлмәйҙәр инде, әпәүләп...

Айһылыуҙың һүҙ көрәштергеһе килмәй, хас әсәләре мәрхүмә инде, шунда уҡ икенсе хәбәргә күсә лә китә:

– Анау һинән алып ҡайтҡан гөл ней, хәтәр үҫте лә китте, бар күр әле.

Гөл үҫтерә алмай шул Асия. Ултыртҡаны һулый, һатып алған йә бүләк ителгәндәре ултыра-ултыра ла үлә. Теге юлы ла тыуған көнөнә коллегалары шау сәскә атып ултырған гөл биргәйнеләр, яҡтыла ғына тотто, һыу ҙа ҡойҙо, тик тегегә нимәлер килешмәне-бөршәйеп төштө. Сығарып ташларға тип ишек төбөнә ҡуйған ерҙән апаһы күреп, алып ҡайтып китте. Әле шул гөл, йүнһеҙ, күкрәп ултыра, тиген. Хикмәт инде.

Ҡарашы гөлдән тышҡа күсте Асияның. Ҡаршы яҡта бая магазинда күргән йәш ҡатын балаһын уйната.

– Яңы ғына ошо бала магазинда банан таптыра, әсәһе алмай ине...

Айһылыу килеп тәҙрәгә күҙ һалды ла:

– Ә-ә, ул ҡалайтып банан һатып алһын инде, саҡ көн күрә, – тип ҡуйҙы.

– Нишләп? Эскесегә оҡшамаған ине шикелле, – Асия тәҙрәгә тағы бер ҡарап алды ла пәрҙәне төшөрҙө.

– Үҙе эсмәһә ней, әсәһе эсә, әсәһенең абышҡаһы эсә, балаһы бәләкәй, эше юҡ, – Айһылыу шулай теҙә-теҙә аш бүлмәһенә ҡабаланды.

Ул арала шаулашып студенттар ҡайтып инде. Апаһының ир етеп барған улдарын бәләкәй балаларҙай аймап-аймап һөйгәнен, өҫтәл артында ҡыҫтап-ҡыҫтап ашатҡанын сәйерһенеп тә, хатта бер аҙ екһенә биреп тә күҙәтте Асия. «Шулай ярата микән апаһы балаларын? Ә уны? Уны ла шулай уҡ ярата микән?..»

Ултырып, иркенләп һөйләшергә форсат теймәһә лә, һеңлеһенең кәйефен һиҙгән Айһылыу, оҙата сыҡҡанда: «Кейәүҙе әбижәйт итмә», – тип уйынлы-ысынлы әйтеп ҡалды, «һиҙҙе микән?., һиҙеләлер шул...»

* * *

Бер көн эштә компьютерындағы таблицаларға һибелгән һандарҙы сүпләп күҙе-башы тоноп ултырғанда, секретарь Әҡлимә килеп инде лә, башҡа өҫтәлдәрҙәге ҡыҙҙарға ишеттермәҫкә тырышып, ҡолағына эйелеп бышылданы:

– Асия Аҡназаровна, һеҙгә бер нәмә алып килгәйнем, һуңынан миңә инеп сығығыҙ әле. Үҙе мәғәнәле генә итеп ҡаштарын һикерткеләп сығып та китте.

«Нәмә» тигәне гәзит икән. Ҡатын гәзит битен улай-былай өйләндерҙе:

– Нимә бар бында?

Әҡлимә осло тырнаҡтар йәбештерелгән бармағын бер рекламаға төрттө:

– Бына быны яҡшылап уҡы. Асия уҡып сыҡты. Тағы уҡыны. Тик бер ни ҙә аңламаны.

– Нимә һуң?

– Бәй-бәй, русса аңламай башланыңмы әллә? «Әсәлек һәм балалыҡ» йылына арналған яңы программа буйынса яһалма бәпес яһау быйылғы йылда бушлай була, тигән.

Асия бер килке һүҙһеҙ торҙо. Бер ҡыҙарҙы, бер буҙарҙы. Шулай ҙа ярһымаҫҡа тырышып, теш араһынан ҡыҫып сығарҙы:

– Причем тут... Кәрәк булһа, мин аҡсаға ла яһата алам.

– Уныһы шулай инде, но выход бит был идея, – Әҡлимә әхирәте үк булмаһа ла, яҡын уҡ аралашып йөрөгән коллегаһының күҙенә инеп барҙы. – Үҙеңә булмай икән, суррогат әсә табып яһатырға була. Ул бит барыбер һеҙҙең ген була, ирең менән һинеке инде, то есть.

– Уй, ҡуй әле, Әҡлимә, мин һине берәй етди нәмә әйтәлер тип киләм, булмаҫтай менән баш ҡатырып, отчет мәлендә...

– Буш түгел ул, Асиюш, уйла әле һин. Хәҙерге заманда бала табып биреүсе ҡатындар аҙ түгел тей ул, аҡсаға бөтә нәмә лә һатылған ваҡыт бит...

Әҡлимә ишектән сыҡҡансы эйәреп килеп, һөйләп ҡалды. Асияның һарыуы ҡайнап китһә лә, башында баяғы һүҙ тумыртҡа кеүек сүкеп барҙы: «Суррогат! Суррогат! Суррогат!»

* * *

Тәлғәт теге көнгө һөйләшеүҙән һуң ялын балыҡта үткәреп, күңеле күтәрелеп ҡайтҡас, көйлө генә йөрөй кеүек ине лә, киске тамаҡ ашағандан һуң, телевизор ҡарап ятты-ятты ла, ҡапылдан:

– Әйҙә, приюттан бер малай алайыҡ, – тимәһенме.

Битенә маска һылап ултырған ҡатыны уға көҙгө аша төбәлде. Ире уның аптыраған һораулы ҡарашын шулай уҡ көҙгө аша тотто.

– Ниңә аптырайһың? Ошолайтып тик ултырып үткәрәбеҙме ни ғүмерҙе?

Ҡатын иҫке китмәгәнгә һалышты:

– Тик ултырмайбыҙ бит, көнө-төнө әштәбеҙ. Ул баланы кем ҡарай?

Ирҙең тауышы ҡапыл ҡырҡыуланды:

– Һин! Кәрәк булһа – мин! Бер бала ҡарай алмаҫлыҡмы беҙ?..

Өндәшмәҫкә көс тапты үҙендә Асия. Ҡаршы һөйләшмәҫкә. Тәүге тапҡыр әсәһендә, апаһында күрә йөрөгән ҡылыҡты тотто. Шымып ҡалды. Сөнки белә – был мәсьәләлә ул көсһөҙ.

Юҡ, приюттан бала алырға теләмәй ул. Быға йәне-тәне менән ҡаршы. Сит баланы ғүмерҙә лә ярата ла, өйрәнә алмаясаҡ. Ошонда, уның өйөндә ниндәйҙер бала йыбырлап йөрөһөн әле!

Ашығып, эстән генә яуап эҙләне лә, үткәндә Әҡлимә әйткәнде иҫенә төшөрөп, шул «һалам»ға йәбеште:

– Бик теләгәсең, әйҙә, суррогат әсә эҙләйек. Улай булғанда, бала үҙебеҙҙең ҡандан була.

Тәлғәт ятҡан еренән килеп үк торҙо:

– Уныһы нисек була тағы?

– Ну-у, беҙҙән алынған орлоҡтар яһалма аталандырыла ла, суррогаттың ҡорһағына һалына – вот и все.

Хәҙер инде ире бер килке тынып ултырҙы. Башына һыйҙыра алманы, күрәһең, бындай яңылыҡты. Ахырҙа саҡ телгә килде:

– Улай законлымы һуң?

– Медицина рөхсәт итә бит һуң, ана, әртистәр ҙә таптыра, Киркоровтың шулай ике балаһы бар тип телевизорҙан бөтә илгә һөйләп торалар.

– Һе... – Тәлғәт бер ултырҙы, бер тороп бүлмә буйлап йөрөп китте. Унан ҡабаттан ҡатынының ҡашына килеп торҙо. – Ундай ҡатынды ҡайҙан алаһың һуң, Асия, кем улай кешегә бала табып бирә тиһең? Сит илдә генәлер ундай әкиәт?

Хәҙер инде Асияның әйткәненән кире сигенер хәле юҡ ине. Булмағанда ла, ирен тынысландырып торорға кәрәк. Шунлыҡтан, ул ҡәтғи һөйләште:

– Нишләп булмаһын... Эшһеҙ, аҡсаһыҙ ҡатындар менән донъя тулы. Түләүгә балаларын да һаталар ана.

Тәлғәт әйләнеп китеп тағы бер урап килде лә, ҡатынының алдына сүгәләп тороп, күҙҙәренә төбәлеп ялбарҙы:

– Улай булғас, тап һин шундайҙы, Асия, тап, йәме. Мин хаҡында тормам. Бармаҡ башындай бала өсөн ошо өйҙө лә бирергә риза...

Ҡатын иренең аҫтан өҫкә тилмереп баҡҡан ҡараштары тотҡононда, хәлдең ысынлап та үтә лә аяныс һәм ҡотолғоһоҙ икәнлеген аңлап, керпектәрен генә елпетеп, ризалығын белдерҙе. Ире уның аяҡтарын ҡосаҡлап, йоморо тубыҡтарына йөҙө менән ҡапланды. Ҡырҡка етеп барған ирҙең тау кеүек яурын-арҡалары ҡалтыранды. «Илаймы әллә? Улай тиһәң, йәштәре юҡ». Ирҙәрҙең күҙ йәшһеҙ генә илай алыуын белмәй ине Асия...

Ҡатындың башында хәҙер бер һорау, бар уйын, булмышын шул һорау ялмаған: ҡайҙан суррогат әсә табырға? Кемде ялларға?

Ике аҙна үҙ алдына һөҙөмтәһеҙ көйәләнгәндән һуң, башҡа сара тапмайынса, әлеге апаһына кәңәш итергә булды. Шуға ла ялды көтөп алып, нисек тә ирен эйәртмәйенсә, күрше ҡалаға юлланды. Барып еткәйне лә, апаһы телефондан эш менән сығыуын, бер ярты сәғәттән өйҙә буласағын хәбәр итте. Асҡыстың ҡайҙалығын белһә лә, Асияның буш өйгә инеп ултырырға теләге булманы һәм ул машинаһы эсендә ҡалыуҙы хуп күреп, йән-яҡты күҙәтергә кереште. Талғын көйҙәр тулҡынында тирбәлеп ойоп ултыра торғас, кинәт ҡаршы урынлашҡан барактан үткәндәге таныштары килеп сыҡҡанды аңғарып ҡалды. Йәш ҡатын өс-дүрт йәштәрҙәге балаһын, нишләптер, күтәреп алған. Саҡ көсө етә үҙенең. Туп кеүек кейенгән бала әсәһенән саҡ ҡына ҡайтыштыр. Нишләп ҙур баланы атлатмайҙыр?

Ҡатын барактың күрше подъезына тиклем барҙы ла, шундағы эскәмйәгә ҡунаҡлап, балаһын алдына рәтләңкерәп һалды. Балаһы йоҡлайҙыр, күрәһең. Нишләп йоҡлаған бала менән сыҡты икән, йүнләп көсө лә етмәгәс? Асия был күренеште ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Теге ҡатын да бер ергә лә ҡабаланманы, алдына ҡарап, уйға батып ултыра бирҙе.

Шул ваҡыт Асияның күңелендә шайтандар уйнаны. Ул нимә булырын белмәһә лә, нимәгәлер өмөт итеп, нимәгәлер ынтылып, машинаһынан төштө һәм был икәүгә ыңғайланы.

– һаумыһығыҙ. – Сәләменә баш ҡағып ҡына яуапланылар. Йәш ҡатын ҡараштарын күсереп тә ҡараманы, исмаһам.

– Һеңлекәш, һин мине иҫләмәйһең, ахыры, – Асия торошона уңайһыҙланған төҫ сығарып, ҡатын йәнәшәһенә сүгәләне. Шул ваҡыт ҡына тегенеһе, иҫенә килгәндәй, ҡарашын күсерҙе.

– Һеҙ?.. Гәфү итегеҙ... Ҡапылдан аңғармағанмын.

– Ғәйеп юҡ. Прогулкамы?

– Про...гулка...

Бер килке һүҙһеҙ ултырҙылар. Йәш ҡатын тынысһыҙланып шыңшыған бәләкәсен тубыҡтарында бәүелтте.

– Тшш-тшш, бәпесем... Тшш-тшшш...

– Ауырыймы әллә? – Бәләкәстең һау түгеллеген аңғарған Асия борсолоп ҡуйҙы. Әсә кеше өндәшмәҫтән балаһын бәүетеүен дауам итте. Тик бала тынысланырға теләмәне, киреһенсә, күҙҙәрен асып уҡ шыңшырға кереште:

– Әс-сә-әй... Эсем ауыта-а... Ҡатындың күҙҙәренән йәштәре атылып сыҡты, ул ярҙам эҙләгәндәй, ҡараштарын ян-яҡҡа йүгертте лә, таяныр таяныс тапмағас, өҙгөләнеп балаһына эйелде:

– Сулпан, бәләкәсем, илама йәме... Йоҡла ҡыҙым, йоҡла.

Йоҡлай буламы инде! Бала баяғынан да нығыраҡ мыжымаҡсы. Ултыра торғас, балаһына әсәһе лә ҡушылды. Икәүләшеп балауыҙ һыҡмаҡсылар. Бөтөн был күренеште сәйерһенеп күҙәтеп ултырған Асияға башҡа сара ҡалманы, ул ҡапыл ҡалҡынып тороп, ҡатындың ҡулындағы балаға үрелде:

– Ҡана әле, һеңлекәш, былайтып олошоп ултырып булмаҫ, бир баланы, киттек.

Өмөтһөҙлөктөң сигендә булғандыр, күрәһең, йәш әсә бер һүҙһеҙ ҡулындағы ғәзиз йөгөн дә бирҙе, үҙе лә эйәрҙе.

Айһылыу апаһы менән дә таныш булып сыҡты «ҡунаҡтар». Булмай һуң. Ҡара-ҡаршы күрше йорттарҙа йәшәгән кешеләр бит. Айһылыу ишек асып быларға һораулы ҡарашын төбәгәс тә, әсә кеше йәштәренә быуылып:

– Айһылыу апай, Сулпан ауырый шикелле, – тип һулҡылданы.

Хәлде бер күҙ һирпеүҙә үк аңлап алған Айһылыу, баланы диванға һалып, сисендереп ташланы ла, быуындарын уксус иретмәһе менән ыуҙы, йылы сәйгә ҡушып, дарыу эсерҙе лә, таҙа простыняға урап, әсәһенең алдына һалды:

– Ипләп кенә бәүет әле, хәҙер тирләп йоҡлап алһа, бер аҙ хәле еңеләйер, моғайын.

Ысынлап та, күп тә үтмәй, ҡыҙыҡай мышнап уҡ китте. Баланы юрған аҫтына һалғас, ҡатындар аш бүлмәһенә сыҡты. Айһылыу ҡунаҡтары алдына сәй ҡуйҙы.

– Әйҙә ынтыл, Ләйсән, балаң йоҡлағанда ашап ал, – Айһылыу йәш ҡатын алдына ит, кәбеҫтә салаты шылдырҙы, – ҡыйынһынма.

Ләйсән бер Айһылыуға, бер Асияға ҡарашын күсерҙе:

– Һеҙ туғандармы әллә, Айһылыу апай?

– Эйе. Оҡшағанбыҙмы ни? – Айһылыу көлөп, һеңлеһенә ҡараны.

– Ныҡ уҡ булмаһа ла, танырға була, – Ләйсән рәхмәтле күҙҙәрен Асияға төбәне. – Һеҙ, апай, теге ваҡытта ла ярҙам иткәйнегеҙ, бөгөн дә...

– Тегендә нимә? – Айһылыу барак яғына эйәк ҡаҡты.

– Нимә булһын инде – гужбан... Баланы йоҡлатып алыр хәл дә юҡ... – Ләйсән өҫтәлдә ятҡан ҡулдарын бөгөн тәүгә күргәндәй, ентекле төбәлеп китте. Тынлыҡ урынлашты.

Ашап алғас, Ләйсән китергә уҡталһа ла, Айһылыу яҡын да килмәне, шкафынан халат алып һуҙҙы ла, балаһы янына инеп ятырға ҡушты. Арыған, йонсоған йәш ҡатын артыҡ ҡаршылашманы, битен-ҡулын сайып, яҫтыҡҡа башын терәүе булды – күҙҙәре лә йомолдо.

Айһылыу менән Асия оҙаҡ ҡына һөйләшеп ятты. Ҡыҙҙың аяныслы яҙмышы хаҡында һөйләне апаһы. Шул саҡтамы, бәлки, һуңғараҡтыр, Асияның башында бер уй яралды. Ағас олонона инеп урынлашҡан ҡорт кеүек ине ул уй, яйлап ҡына ҡатындың мейеһен кимерҙе лә кимерҙе. Тора-бара Асия үҙе лә шул уй эсендә йөрөй, йәшәй башланы. Шул уйҙы донъяға ашырыу планын ҡорҙо.

* * *

Киләһе килгәнендә ҡатын Ләйсәндең ҡыҙы менән сыҡҡанын һағалап тороп, машинаһына ултыртып алып китте лә, ҡала уртаһындағы кафеға алып барҙы. Кире ҡағыуҙарҙы ҡабул итмәҫтән, тәмле ризыҡтар менән һыйланы, юҡ-бар һөйләп әүрәтте. Ҡайтҡандарында уйынсыҡ магазинына индереп алып сығырға ла онотманы. Шулай бергәләшеп ярты көндө күңелле итеп үткәрҙеләр. Йәш ҡатын яңы танышына һушы китеп, һоҡланып ҡараны. Уға был апайҙағы бар нәмә оҡшай ине: үҙен ышаныслы, иркен тотоуы ла, заманса, стилле кейенеүе лә, машина менән уйынсыҡ уйнаған кеүек идара итеүе, бер аҙ һауалыраҡ булыуы ла. Модалы прическаһы, сағыу сумкаһы, итектәре, ялтырап торған ҡыҫҡа шәшке туны, ҡо-лағындағы әллә ниндәй таштарҙан эшләнеп емелдәшкән алҡалары, нәфис муйынындағы ҡалын алтын сылбыры, ирен, күҙ ситтәренә беленер-беленәҫ кенә булып ята башлаған ваҡ йыйырсыҡтары – ҡатынды буй етмәҫлек юғары, был тормоштоң бар ауырлығы һәм уңышһыҙлығы еңелеп, уның аяҡ аҫтына ҡолайҙыр кеүек итеп һынландырҙы. Магазиндарҙағы әйберҙең хаҡына күҙ ҙә һалмауы, ә оҡшауына, күңеле ятыуына ҡарап һайлауы ла, һатыусыларҙы йүгертеп йөрөтөп хеҙмәтләндерергә мәжбүр итерлек һөйләшә белеүе лә, кафела салат йәшелсәләренән хуш еҫ сыҡмағаны өсөн генә лә алмаштырып биреүҙәрен талап итеүе һәм уны бер һүҙһеҙ үтәүҙәре, яҙмыш типкеһендә йөрөп миктәгән һәм бындай ирекле, дәрәжәле кеше янында бер башҡа үҫеп киткәндәй булған Ләйсәнде тамам әсир итте. Ул Асияның һәр ҡыланышын, хәрәкәтен, ымын йотоп, һөйләгәндәренә ҡыйыуһыҙ ғына йылмайып баш ҡағып ултырыуҙан башҡаға эшкинмәне. Хатта бәләкәс Сулпан да, әсәһенең тойғоларын бүлешкән кеүек, яңы «инәйен» тыңлап ҡына йөрөнө – мыжыманы. Мыжырға, инәй бит уның теләгәндәренә «Аҡса юҡ» тимәй, ә, киреһенсә, «Был оҡшамаймы? Теге кәрәкмәйме?» йәки «Бынау мәмәй һиңә генә ҡарап ята» тип ала ла бирә, ала ла бирә. Тәмле-татлы менән бүккәнсе һыйланып, матур уйынсыҡтар ҡосаҡлағас, иламайһың инде.

Айырылышҡанда ҡатындар яҡын әхирәттәр кеүек үпәсләшеп хушлашты. Ләйсәндең күптән булмағанса күңеле рухланып, ҡараштары асылып, баҙыҡланып ҡалғайны, кәйефен хатта әсәһенең сәсе-башы туҙып иҫереп ятыуы ла боҙа алманы. Мөйөштәге бәләкәй карауатҡа инде ойой башлаған балаһын һалып, өҫтөн япты ла, янына ултырып, бәпләп кенә «әүәй» итергә кереште. Үҙе һаман Асия апаһы хаҡында уйланы, сибәр ханым бер нисек тә уның күҙ алдынан китмәне. Бынауы ҡотһоҙ, алама, фәҡир булмыш араһында ҡапыл килеп сығып балҡыған яҡтылыҡ, нур, әкиәти мөғжизә һымаҡ булды был осрашыу. Кискә ятҡас та әле яңы танышының һөйләгәндәрен бер ҡат хәтеренән үткәрҙе. Асияның: «Баланан башҡа бөтә нәмәм дә бар, бына ошондай ғына бер бәләкәс тәнәй бирмәй бит Хоҙай бабай» тип ураған һайын ҡыҙын тупылдатып һөйөүен иҫләне.

Ләйсән ошо емерек баракта үҫте. Әсәһенең һөйләгәндәре дөрөҫкә сыҡһа, ошонда тыуған да шикелле. Әле ул бәләкәй саҡта уҡ ана емерелә, бына емерелә тигән ике ҡатлы ағас йорт ныҡ булып сыҡты, бөгөн дә унда башҡалар тарафынан онотолған, тормошҡа дәғүәһе, талабы булмаған кешеләр йән аҫырай. Коридор осонда йәшәгән Аня әбей менән үҙен иҫәпкә алмағанда, бындағыларҙың барыһы ла ҡулдарына аҡса йораты килеп инеү менән көндән йә төндөң теләһә ниндәй ваҡытында, ямғырҙа ла, буранда ла эргәләге һыра лавкаһына йүгерергә торғандар ине. Уларҙы барактарында коридор иҙәндәренең сереп һелкенеп ятыуы ла, подъезд ишегенең ҡайырылып төшөп тороуы, ҡыйыҡтың урыны-урыны менән ямғыр үткәреүе, һыуҙың, газдың күптән ябылыуы ла, электр утының ошо көндәрҙә өҙөлөргә тейешлеге лә һис кенә лә борсомай, күрәһең. Уның менән әлеге Аня әбейҙән башҡа берәү ҙә иртәгә ҡайҙа китерен уйлап көйәләнмәй. Әбей: «Мин, ярай, ҡарттар йортона ла бара алам, һин, балам, ҡалайтырһың инде?..» – тип әйтеп-әйтеп ала эскәмйәлә ултырғандарында.

Ләйсәндең әсәһе Сәриә балалар йортонда үҫкән, тегеү фабрикаһына эшкә урынлашҡас, уға ошо барактан бүлмә биргәндәр. Был йортта, ысынлап та, кемде алып ҡараһаң да балалар йортонан сыҡҡан бит. Күршеләге Сергей менән Наташа ла шулай уҡ детдом тәрбиәләнеүселәре. Ҡаршылағы ағас аяҡлы ир ҙә, анау Әҡлимә лә, әсәһе әйтеүенсә, улар кеүек үк туған-тумасаһыҙ, йортһоҙ-ерһеҙ әҙәмдәр. Йыйылышып тамаҡ сылатҡан һайын үҙҙәре «Ҡала түрәләре беҙгә фатир биреү урынға ошонда килтереп тыҡты. Бурҙар, алдаҡсылар, беҙҙең өлөштө йоттолар», тип әрләйҙәр.

Ләйсәндең атаһы юҡ, булмаған да. Бәләкәйерәк саҡта әсәһе янында күпмелер йәшәп киткән Ғариф тигән бер ағайға «атай» тип өндәшә лә торғайны шикелле. Уныһы сығып киткәс, онотолдо. Унан ары үҙҙәрендә йәшәп сыҡҡан «ағайҙарҙың» атай түгел икәнлектәрен аңлай ине инде ҡыҙыҡай. Йылдан-йыл нығыраҡ, бәйһеҙерәк эскән әсәһен бер көн килеп әсәлектән мәхрүм итеү менән ҡурҡытып, Ләйсәнде ваҡытлыса приютҡа алып та киттеләр. Бер генә түгел, ике тапҡыр әле хатта. Беренсеһендә ярты йыл, икенсеһендә йылдан ашыу йәшәне унда. Әсәһе күпмелер ваҡыт әсеүен ҡуйып, эшкә төшөп, ҡыҙын кире юллап алды ла, түҙемлеге оҙаҡҡа етмәне – кире эсте. Бикле ҡалып ас ултырған, аҙналар буйы әсәһен көтөп ала алмаған, иҫеректәрҙән ҡурҡып, Аня әбейҙә йоҡлаған саҡтарын иҫәпләп тә, иҫләп тә бөтөп булмайҙыр.

Мәктәпте яҡшы ғына билдәләр менән тамамланы былай. Бар теләге медицина колледжына инеү, тиҙерәк һөнәрле булып, үҙ аллы тыныс тормошта йәшәү ине. Тик уҡыуын тамамлай ғына алманы. Икенсе курста ПТУ студенты Раян менән танышты. Бер аҙна эсендә ҡыҙҙың башын орсоҡ шикелле өйләндерҙе егет. Күп тә үтмәй, Ләйсәндең барағына уҡ килеп йөрөй башланы. Теле телгә йоҡмай, шаян, шуҡ, теләһә ниндәй хәлдән дә сығыу юлын тапҡандай йылғыр ине ул. Ҡыҙҙы ла, айыҡ булғанда, әсәһен дә ауыҙына ҡаратып ҡуйҙы. Киләһе йыл, Ләйсән уҡыуын тамамлау менән, районға әсәһе янына алып ҡайтып китәсәген, унда эш тә, йәшәрҙәренә ҙур йорттары ла барлығын ҡабат-ҡабат тәмләп һөйләй торғас, ҡыҙ был буласаҡ хәлдәргә шул ҡәҙәр ышанды, хатта инде үҙе лә «ауылға барғас» тип хыяллана башланы. Шунлыҡтан, ауырға ҡалыуын белдергәс, кейәүенең һыуға төшкән кеүек юҡҡа сығыуына бер нисек тә ышана алманы. Егетенең ятағы алдында әллә нисә кисен көтөп үткәрҙе, тик иптәштәре тегене күрмәне лә белмәне. Ахырҙа бер көн берәүһе ҡыҙҙы йәлләп китте микән, шыпырт ҡына итеп: «Эҙләмә, тапмайһың һин уны, күптән бында уҡымай ҙа, йәшәмәй ҙә бит ул, урлашып ҡыуылғайны», – тип китте. Был һүҙҙәрҙән шаңҡып ҡалды Ләйсән. «Нисек инде – уҡымай? Ул бит «киләһе йыл уҡып бөткәс» тип һөйләне... Уларҙың бит... уларҙың... мөхәббәт... Нисек инде?..»

Ҡорһағы беленә башлағас, оялып, уҡыуын ташланы Ләйсән һәм әсәһенең айныҡта ла, иҫеректә лә эт ашамаҫ һүҙҙәр менән кәмһеткәнен, әрләгәнен, ҡарғағанын тыңлап йомарланып тик ятты. Ярай әле, әлеге Аня әбей йыш ҡына уны инеп алды, йыуатты, ашатты. Бәпәйләргә ауырып киткәс тә шул бәләкәс кенә йүгерәк ҡарсыҡ ярҙам итте. Төнө буйы тотҡан тулғаҡтарҙан хәле бөтөп, ҡан күләүеге эсендә инде һеркелдәп кенә тартҡылашҡан ҡыҙҙы иртәнсәк осраҡлы ғына табып алды ул һәм йәһәтләп сығып, күрше йорттан тиҙ ярҙам саҡыртты. Сабыйы аяҡтары менән килгән икән, саҡ тыуҙырып алырға өлгөрҙөләр...

* * *

Бөгөн ҡыҙын күтәреп ҡайҙа китергә лә белмәй Ләйсән. Аня әбей үҙе балниста ята, йә асҡысын алып ҡалып өлгөрмәгән. Әсәһе тағы ла теге Сашкаһын индергән. Һуңғы бер йылдай шуның менән һуғыша-талаша йәшәп, уныһы бынан өс-дүрт ай элек кенә үҙен ҡап-ҡара итеп туҡмап сығып ҡасҡайны, тағы ла ҡайҙандыр хасил булған. Ул булғанда тынғы юҡ. Эсергә лә әллә ҡайҙан аҡсаһын таба, иҫереп ала ла донъя онтап болара. Тыныслыҡ та, тынғылыҡ та юҡ Ләйсән менән балаһына был көндәрҙә. Ҡосаҡлашып, карауат мөйөшөндә күпме бөршәйешеп ултырырға була? Тән дә тала, ашағы ла килә. Ә тороп йөрөрмөн йәки берәй шәшке сәй эсермен тимә. Төрмәнән төрмәгә йөрөп, тәне наколкалар менән ҡапланған тарамыш ир уға ла берәй нәмә алып елгәрергә күп һорамай.

Сулпанын әүһәләйҙә бәүелтә-бәүелтә уйынан ғына таныштарын барланы. Кемгә барып ҡунырға мөмкин булыр икән? Бала саҡ әхирәте Гөлкәйгә барыр ине, уларға ҡунаҡ килгән, буғай. Анау йорттағы Сания тигән апайҙа ла йыш ҡына йоҡлап сыҡҡылай, тик уныһы кисәле-бөгөнлө күренмәй, тәҙрәһендә лә ут юҡ, берәй ергә киттеме икән... Тағы ла Айһылыу апайға инмәгәндә... Уңайһыҙ инде, малайҙары ҡайтҡан булһа...

Оҙаҡ ҡына йөрөнө урамда Ләйсән. Тик бала менән тағы ла күпме сыҙарға була. Өшөнө лә, асыҡты ла инде сабыйы, мыжый башланы. Ҡараңғы ла ҡуйырғас, бар ҡыйыулығын йыйып, ҡаршылағы ҡыҙыл кирбес йортҡа ыңғайланы. Ҡыҙын ғына туйындырһа... үҙе ашҡа ултырмаҫ, шунда иҙәнендә булһа ла йоҡлатып ҡына сығарһа, таң менән тора һалып китерҙәр. Шулай тип уйлаһа ла, Ләйсән Айһылыу апайҙың ҡыҫтап-ҡыҫтап ашатырын да, йомшаҡҡа һалып йоҡлатырын да, иртәнсәк таңдан торғоҙоп һис сығарып ебәрмәҫен дә белә шул. Шуға ла бигерәк ҡыйынһына. Тик бөгөн башҡа барыр урын да, урамда ҡалыр әмәл дә юҡ...

Барып инһә, Айһылыу апай Асия апай менән икәүләшеп кенә серләшеп, кухняла сәйләп ултыра икән. Асияны күреүгә, үҙ хәленән ер тишегенә инерҙәй булды Ләйсән. Хатта йомош һораған кеше булып сығып китергә иткәйне лә, ауыҙын асып өлгөрмәне, Айһылыу апай килә һалып, ҡыҙын күтәреп тә алды:

– Ҡунаҡ өҫтөнә ҡунаҡ килә миңә бөгөн, әйҙүк.

Үҙе Ләйсәндең һуңғы көндәрҙә йүнле йоҡо ла, ашау ҙа эләкмәгәндән ҡобараһы осоп ағарып киткән борсоулы йөҙөнә һаҡ ҡына ҡарап алғас, йәш ҡатындың кире сығырға уйы барлығын аңлап:

– Үт-үт, уңайһыҙланма, ингәсең кире сығармайым инде, үт давай, – тип бойороп тигәндәй ыңғайлатты.

– Һеҙҙә ҡунаҡ бар икән, белһәм, бимазалап йөрөмәҫ инем...

– Ләйсән кәмһенеүҙән илағыһы килеп торһа ла, сытырайып йылмайырға итте.

– Дөрөҫ эшләгәнһең, яңыраҡ ҡына килеп төштөм дә, һиңә иртәнсәк барырмын тигәйнем әле, – Асия махсус ағартылған ынйы тештәрен ялтыратып көлдө. – Бына бит, бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйған юлына.

Хужабикә килеүселәр алдына йылытылған туҡмасын да, һыуытылған тауыҡ итен дә, салатын да ҡуйҙы. Ҡасандан бирле урамда йөрөп асыҡҡан бәләкәсе лә. Ҡош балаһы кеүек ауыҙын асып ҡына тора, ҡаптырып ҡына өлгөр. Ләйсән үҙе лә ашыҡмаҫҡа, бәләкәй генә ҡабырға, аҡрын сәйнәргә тырышып, уңайһыҙланып ҡына тамаҡланды. Оло тәрилкә аштың да яртыһын ғына ашармын тигәйне, күптән һурпа эселмәгән – танһыҡ, ялтыратып ҡуйғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Итенә үрелмәҫкә көс тапҡайны ла, Айһылыу апай киҫәк-киҫәк итеп үҙе һонолоп алдына һалды, икмәген дә көсләп ҡулына тотторҙо. Сәйҙән баш тартып торманы инде, һөтлө, шәкәрле сәйҙе рәхәтләнеп, ләззәтләнеп уртланы.

Хәлен ләм-мим берәү ҙә һорашманы, Айһылыу апай төпсөшә торған кеше түгел шул алай ҙа. Бер уйлаһаң, нимәһен һорашһын инде, былай ҙа белеп-күреп торалыр. Хужабикә балаларының яңылыҡтарын, Асия иһә ҡайҙа нимә күргәнен, нимәләр һатып алғанын һөйләне. Шулай һәүетемсә генә гәпләшеп ултыра торғас, Асия ҡапыл ғына Ләйсәнгә ҡарап:

– Иртән Сулпан менән һине ҡунаҡҡа алып китәм әле үҙебеҙгә, – тимәһенме.

Ләйсән аптырап китһә лә, тәртип йөҙөнән һүҙһеҙ ҡала алманы һәм:

– Ҡу-уй, рәхмәт... Беҙҙең ҡунаҡҡа йөрөр хәл юҡ, – тигән булды.

Асия тыңларға ла телмәне:

– Уның өсөн ниндәй хәл кәрәк? Берәй аҙна ятып, беҙҙең ҡаланы ла күреп ҡайтырһығыҙ, үҙем алып килермен киләһе ялда, – тип хәл ителгәнде хәтерләткән кеүек кенә итеп теҙҙе.

 

Дауамы бар.

Автор: Миляуша Кагарманова
Читайте нас