Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының VI съезы делегаты, «Анталья башҡорттары ойошмаһы» ағзаһы Динара Фуат ҡыҙы Шәйхетдинова:
– Төркиәгә күскәнгә инде ун йыл булып киткән. Беҙ, сит ҡитғала йәшәгән башҡорттар, тыуған ерҙе өҙөлөп һағынабыҙ. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы шул һағышты баҫыусы, көс биреп тороусы изге утрауға әйләнде. Беҙ ҙә Антальяла төрлө саралар үткәрәбеҙ. Йыл һайын «Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант» яҙабыҙ. Тәүге сарабыҙға Айбикә менән Әминә исемле бәләкәй ҡыҙҙарыбыҙ ҙа ҡушылғайны. Ошо бәләкәстәребеҙ һис тә башҡорт һабантуйында булғаны юҡ тип, 2019 йылда Антальяла беренсе башҡорт һабантуйын ойошторҙоҡ. Бейенек, көрәштек, тоҡ менән йүгерҙек, арҡан тарттыҡ, башҡорт уйындарын уйнаныҡ, бүләктәр тараттыҡ. Кескәйҙәрҙең телмәрен үҫтереү, байытыу, башҡорт мәҙәниәтенә һөйөү уятыу, традицияларҙы һаҡлау йәһәтенән бындай саралар оло мәғәнәгә эйә. Былтыр байрамыбыҙға Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы, «Елмерҙәк» этно-рок төркөмөнән Вилмир Әүбәкиров килде. Быйыл Башҡортостандың халыҡ артисы Заһир Иҫәнсуриндың моңло йырҙарын тыңлап әҫәрләндек.
Социаль селтәрҙәрҙә «Анталья башҡорттары»ның төркөмөн булдырҙыҡ. Мостай Кәримдең 100 йыллығына арналған флешмобҡа ҡушылып, яратҡан яҙыусыбыҙҙың «Йөрәгемдән ҡоштар осорам» шиғырын сиратлап һөйләнек. Шулай әҙиптәребеҙҙе иҫкә алып, юбилейҙарын билдәләп барабыҙ. Осрашыуҙарыбыҙҙан башҡорт көйҙәренә бейеп, рәхәтләнеп башҡортса һөйләшеп, рухланып таралышабыҙ. Ойошмабыҙҙа барыбыҙ ҙа милли кейемдәр тектереп алдыҡ. Башҡорт биҙәүестәрен тағып йөрөйбөҙ.
---------------------------------------
Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттар ҡоролтайы рәйесе, БР Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Динә Фәнил ҡыҙы Бүләкова:
– Ханты-Манси автономиялы округында 36 мең самаһы башҡорт йәшәй. Алыҫ Себер тарафтарында халҡыбыҙҙың берҙәм һәм ойошҡанлы булыуында урындағы ҡоролтай ойошмаһының роле ҙур. Ҡоролтай эшмәкәрлеге тураһында һөйләгәндә, 2020 йылда асылған Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто филиалы – башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге эшен дә телгә алып китеү мөһим. Сөнки был ике ойошма Себер тарафтарында уҙған бар мәҙәни-ижтимағи сараларҙы ла берлектә атҡарып сыға, бөтә башҡорт йәмәғәт активтары менән әүҙем эшләй һәм шул рәүешле Башҡорт-остан менән бәйләнештә бер күпер булып тора.
Беҙҙең округ бик ҙур, ҡалалар араһы ла меңәр саҡрым, шулай булһа ла милләттәштәребеҙ йәшәгән бер ҡаланы ла иғтибарҙан ситтә ҡалдырмаҫҡа тырышабыҙ. Өфөләге Республика инженер лицейынан белгестәрҙе йәлеп итеп, уҡыусыларҙы дрондарҙы дөрөҫ ҡулланырға өйрәткән мастер-кластар ойошторҙоҡ. Төрлө йыр-моң кисәләре, әҙәби осрашыуҙар, милли ҡоралдарҙа уйнау, кейем тегеү, уҡ атыу, ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрәбеҙ. Ошо сараларҙан һуң урындағы халыҡ шул тиклем ҡәнәғәт ҡала, тиҙ арала үҙҙәре лә әүҙемләшеп, фольклор, бейеү, вокаль ансамблдәре ойошторорға тотона, ҡурай, ҡумыҙ уйнарға өйрәнә. Иң мөһиме – үҫеп килгән йәш быуын өсөн былар ҙур әһәмиәткә эйә, сөнки уларҙың күңелендә баҫырынып, ойоп ятҡан миллилек тойғоһо уяна.