Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы Тамара Михайловна Танһыҡҡужина:
– Милләттең киләсәген ҡайғыртыу – маҡсатлы уйлай һәм эшләй белгән быуын үҫтереү. Бөтә донъя шашка федерацияһы вәкиле һәм Башҡортостан Республикаһы шашка федерацияһы башҡарма комитеты рәйесе булараҡ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының эш проекттары сиктәрендә, йәштәрҙе шашка уйыны нигеҙендә үҫтереү һәм тәрбиәләү буйынса программалар булдырылды. Был хеҙмәтте балалар баҡсалары һәм мәктәптәрҙән башланыҡ. Уйын рәүешендәге спорт төрө ижади ҡарашлы, логикалы, тапҡыр булыуҙы, уйлау һәм шул уй менән артабан хәрәкәт итеүҙе талап итә. Аң һәм аҡыл менән алышырға, үҙ-үҙең менән идара итә белергә, рухи көс тупларға һәм уны дөрөҫ файҙаланырға өйрәтәбеҙ. Был белем беҙҙең йәштәргә бик тә кәрәк. Бөгөн милләтте уның үткән тарихы ғына түгел, ә өмөтлө киләсәге хаҡындағы мәғлүмәт тә билдәләй.
Шашка буйынса түңәрәктәр Урал аръяғында киң таралды, балалар республика һәм ил кимәлендәге ярыш-тарға ла сыҡты. Башланғыс шулай булһа, бөгөн ул ваҡыттағы уҡыусылар – үҙҙәре уҡытыусылар инде. Йылдар ағымында шашка спорты төньяҡ-көнсығыш райондарҙа ла популярлашты. Бөтөн был үҫеш, алға китеш – республикала балалар, үҫмерҙәр һәм йәштәр өлкәһе күҙ уңында, улар менән төрлө даирә һәм кимәлдәге ойошмалар, хеҙмәттәр яҡшы шөғөлләнә икәндең матур күрһәткесе ул.
Рәсәй Федерацияһының V һәм VI саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, медицина фәндәре докторы, профессор Сәлиә Шәрифйән ҡыҙы Мырҙабаева:
– Ҡоролтайҙың телгә алып һөйләрлек данлы эштәре күп, әлбиттә, мин иһә халыҡ массаларын үтә лә әүҙем ҡуҙғытҡан «Айыҡ ауыл» проекты координаторы булараҡ, ошо конкурс тураһында фекеремде әйтер инем. Әйҙәгеҙ, аҙ ғына уның башланғысын да иҫкә төшөрөп китәйек. Белеүебеҙсә, 2010 йылда республикала «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте рәсми теркәлә. Уның тәү сираттағы маҡсаттары халыҡ араһында айыҡ тормошто пропагандалау һәм алкоголь менән тәмәке һатыуҙы сикләүгә йүнәлтелгән проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу була. 2011 йылда конкурста 41 муниципаль райондан 99 ауыл ҡатнаша, шуларҙың 30-ы финалға сыға. Һуңынан был эшкә Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт, Һаулыҡ һаҡлау министрлыҡтары, республика, район киң мәғлүмәт һәм матбуғат саралары, ҡала-район хакимиәттәре ҡушыла. Артабан инде проектҡа дәүләт әһәмиәте бирелә – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уны үҙ ҡанаты аҫтына ала.
«Айыҡ ауыл»дың маҡсаты эскелеккә ҡаршы көрәштә генә түгел, ул күпкә киңерәк һәм юғарыраҡ төшөнсәләргә таяна. Мәҫәлән, баштан башлағанда, был сарала ҡатнашыуға ниәт итеүсе ауыл халҡы йыйылып ултырып һөйләшә – бәләкәй ҡор йыя. Йәғни, ауыл үҙ аллы ҡарар ҡабул итә. Ярыш барышында ауылда лидерҙар асыҡлана, кемдәрҙәлер был сифаттар асылып китә. Бәләкәй генә йәмғиәт «халыҡ тәрбиәһе» ҡанундарын булдыра, намыҫ, сәм, ғорурлыҡ, изгелек, ярҙамсыллыҡ кеүек матур төшөнсәләр алға сыға. Ауылдаштар ойоша, кәңәшләшеп, һөйләшеп, бер төптән булып ҡуҙғалырға өйрәнә. Асылда, бөтөн был матур ғәҙәттәр һәм йолалар беҙҙең халыҡҡа таныш ул, бары тик ҡан хәтерен яңыртып, уятып ҡына ебәреү зарур. Быларҙы беҙ саралар барышында төрлө матур миҫалдарҙа күрҙек тә инде.
Хәйбулла район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Раузат ҡыҙы Рәсембәтова:
– Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Айыҡ ауыл» проекты сиктәрендә етди һәм файҙалы эштәр башҡарылыуын билдәләп китмәксемен. 2022 йылда райондың Бәләкәй Арыҫланғол ауылы Гран-при яуланы. Конкурс конкурс менән, әлеге урында ошо бәйге барышында асылған һәм барыбыҙҙы ла хайран иткән ҡатын-ҡыҙҙарҙың мөмкинлектәре һәм тырышлыҡтары тураһында булыр һүҙем.
«Айыҡ ауыл» конкурсына тиклем үк районда «Айыҡ ҡатын» тигән бер йүнәлеш башланғайны. Әлбиттә, был тәңгәлдә һүҙ ҙә, бәхәстәр ҙә булды. «Ни өсөн башҡорт ҡатынын «айыҡ» тигән һүҙгә бәйләйһегеҙ? Ул башлыса иҫерекме ни?» – тигән һорау ҙа ҡуйҙылар. Тик былай ҙа айныҡ тормош алып барған һәм эскелек афәте менән йөҙгә-йөҙ бәрелмәгән кешеләр менән эш итеү ауыр түгел, ә шул проблема эсендә булғандар менән баҫып ҡара һин стартҡа. «Айыҡ ҡатын» төшөнсәһе булғас, тимәк, «иҫерек ҡатын» тигәне лә бар. Бәләне йәшергәнсе, уны үҙ исеме менән атап, уға ҡаршы ваҡытында көрәшергә кәрәк, тип иҫәпләнек.
Бәләкәй Арыҫланғол – шундай бөтөн, матур ауыл, унда аҫаба халыҡ йәшәй. Һәм ошо ауылдың конкурста ҡатнашыу сиктәрендә беҙ әлеге «Айыҡ ҡатын» проектын дауам иттек. Район буйынса эскелекте үҙ яҙмыштарында кисергән һәм был афәттән ҡотолорға теләгән 13 ҡатын йыйып алынды һәм шулар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ойошторолдо. Ҡатындар «йәшел йылан» ҡоллоғона ниндәй юлдар менән эләгеүен, ниндәй хаталар яһауын һәм бөгөн шуға ҡаршы көрәшеүҙәрен бәйән итте.
Араларынан берәүһенең: «Мине аңлап, ярҙам итеп, балаларымды ҡайтарышып йөрөүҙәренә ҙур рәхмәтлемен. Үҙемә бындай кешесә мөнәсәбәтте беренсе тапҡыр тоям», – тигәне һаман хәтеремдә.
«Айыҡ ауыл»ға артабан Әбүбәкер, Федоровка ауылдары ҡушылды. Уларҙа ла әлеге «Айыҡ ҡатын» әүҙем эшләне. Федоровкала, мәҫәлән, 15 ҡатын-ҡыҙ наркологияла иҫәптә торһа, бөгөн берәү ҙә юҡ. Район буйынса 16 баланы приюттан ғаиләләренә ҡайтарҙыҡ. Әлеге уңыштарға өлгәшеү өсөн райондың ҡоролтай, ғаилә хеҙмәте, опека, ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы кеүек йәмәғәт эшмәкәрҙәре ниндәй генә алым ҡулланманы.