Артың менән булһа ла, ирең менән ят
Артабанғы осорҙа ике кеше тулыһынса аңлашып, үҙҙәренең быға тиклем белмәгән кире яҡтарын да ҡабул итеп өйрәнә. Ир менән ҡатын туғандарҙай яҡыная: бергә ашай, йоҡлай, мунсаға йөрөй, сәйәхәт итә... Аралағы нескә серлелек бөтә, тормош көнкүреше баҫа. Бер-береһен ныҡлап белеп бөтмәй ҡауышыусыларҙың ғаиләһе шуға тиҙ тарҡалыусан. Бер-береңде өйрәнеүгә йүнәлтелгән бер айлыҡ аралашыу сама менән ун йылға һуҙылған файҙаһыҙ никахты булдырмаҫҡа ярҙам итә, ти белгестәр. Хистәрҙе яңыртыу өсөн айырым ял ойошторорға ла тәҡдим итә психологтар. Шулай ҙа иң дөрөҫө – күҙмә-күҙ һөйләшеү, аңлашыу. Дөрөҫ ҡоролған мөнәсәбәт нигеҙендә нығынған яратыу юҡ икән, утрауҙа йәки диңгеҙ буйында ял итеү ҙә, ҡиммәтле ресторанда күңел асыу ҙа ҡәнәғәтлек бирмәй.
Ир менән ҡатын араһындағы тойғолар тотош организмға ла тәьҫир итә. Мәҫәлән, ғүмер буйы бер түшәктә йоҡлаған парҙарҙың һаулығы күпкә яҡшыраҡ икән. Улар депрессияға, стресҡа бирелеп бармай. Уртаҡ түшәктә партнерҙарҙың хатта йөрәк тибеше лә һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә вибрациялар аша синхронлаша. Һөйгәнеңдең тын алышы, тауышы, еҫе тынысландыра. Ҡосаҡ-лашҡанда, бер-береңде һыйпағанда, наҙлағанда организмда мөхәббәт гормоны – окцитоцин арта. Тикшеренеүҙәр окситоциндың ашҡаҙан-эсәк, йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә лә ыңғай йоғонто яһауын билдәләй.
Психолог, терапевт Анастасия Кузнецова бына нимә тип яҙа ошо хаҡта:
– Гормондарҙың тәьҫир итеү механизмы булмаһа, ниндәйҙер хис-тойғо ла кисермәҫ инек. Физиологик күҙлектән ҡарағанда, мөхәббәт тойғоһона бер нисә гормон яуап бирә. Уларҙың ярҙамында үҙ ишебеҙҙе табабыҙ, өйләнеп ғаилә ҡорабыҙ. Мәҫәлән, дофамин, серотонин – ҡәнәғәтлек, ләззәт алыу гормондары. Мейе еңел юл менән генә рәхәтлек алыуын иҫендә ҡалдыра һәм ҡабат-ҡабат ошо хисте кисерергә теләй. Шуға ла кешегә ғашиҡлыҡ тойғоһо оҡшай. Әммә тапалған түңәрәк буйлап ҡабат-ҡабат йөрөү мөнәсәбәттәрҙең дөрөҫ түгеллеген аңлата. Бер-береңде ни тиклем нығыраҡ аңлайһың, үҙ-ара тап киләһең икән, организмдың реакцияһы ла шул тиклем көслөрәк була, ҡанға күберәк дофамин бүленеп сыға. Тойғолар юғала икән, баштағы дофамин циклын киренән ҡайтарыу юлын табырға кәрәк. Шуныһы ла мөһим: гормондар тик торғандан ғына тәьҫир итә башламай. Уларҙың үҙ нескәлеге бар, йәғни, күршеләр кеүек йәшәгән парың менән бергә ятып йоҡланың да тиҙ генә окцитоцин өҫтәлә, мөхәббәт тойғоһо артып, һаулығың нығынып китә түгел. Һине аңламаған, екһендергән, етмәһә, күңелгә ятмаған еҫе булған ишең эргәлә ятҡанда ниндәй гормон уйнаһын? Тәбиғәт тарафынан һалынған гормондарҙы уятыу өсөн ике кешенең бер бөтөн булыуы мөһим. Әгәр ҙә инде күңелдә әйтелмәгән ниндәйҙер үпкә, аңлашылмаусанлыҡ төйөр булып тора икән, уны таратмайынса ҡосаҡлашып ятыу ҙа бер ниндәй ҙә ыңғай һөҙөмтә бирмәй.
Эльза Мөхәмәҙиева.