Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшмәкәрлегенең төп аспекттары:
30 йыл эсендә халыҡ-ара кимәлдә алты съезд үткәрелде, РФ һәм сит илдәр буйынса 100-ҙән ашыу ойошма барлыҡҡа килде. Башҡарма комитет, Президиум, Йәштәр комитеты булдырылды. «Башҡорт халҡының 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһы» ҡабул ителде.
Башҡорт ырыуҙары хәрәкәте: 36 томлы «Башҡорт ырыуҙары тарихы», ырыу биләмәләре карталары баҫтырылды; ырыуҙар гербы һәм гимндары булдырылды; Башҡорт ырыуҙары советы ойошторолдо. Ырыу йыйыны һәм «Бәйге» ярыштары халыҡты бергә туплаусы мәртәбәле сараға әйләнде.
Милләтебеҙҙең танылған шәхестәрен халыҡ хәтерендә мәңгеләштереү маҡсатында һуңғы биш йылда ғына Башҡортостанда һәм Рәсәй төбәктәрендә 60-ҡа яҡын һәйкәл һәм бюст ҡуйылды, шул иҫәптән Өфөнөң үҙәк урамдарының береһендә төҙөлгән генерал Миңлеғәли Шайморатов мемориалы.
Ауылдарҙа халҡыбыҙҙың сәләмәт киләсәген хәстәрләгән эсеүгә ҡаршы киң масштаблы «Айыҡ ауыл» проекты уңышлы бойомға ашырыла. Яҙыусылар форумын, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезын ойоштороу башланғысында ла башҡорт ҡоролтайы торҙо.
Урман янғындарын һүндереүҙә һәм Ырымбур өлкәһендәге ташҡынды бөтөрөүҙә әүҙем ҡатнашты, зыян күреүселәргә ярҙам ойошторҙо.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға кәрәк-яраҡ туплау һәм гуманитар ылауҙарҙы ебәреү даими ойошторола, һалдаттарыбыҙҙың ғаиләләре ҡурсалана. 2025 йыл Ватанды һаҡлаусылар йылы тип иғлан ителде, Башҡортостанда «Йөрәк йылыһы» акцияһы булдырылды.
Традицион ғаилә институтын һаҡлауға һәм нығытыуға, шулай уҡ башҡорттоң милли үҙаңын, телен, мәҙәниәтен һәм йолаларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән был сара йыл да юғары кимәлдә үткәрелә.
Башҡорт диаспораһы булған Рәсәй төбәктәрендә генә түгел, ә сит илдәрҙә лә мәҙәни саралар ойоштороуҙа ҡатнаша, «Башҡорт мәҙәниәте һәм мәғарифы көндәре» проектын ғәмәлгә ашыра, Рәсәй төбәктәрендәге киске йәкшәмбе мәктәптәрендә башҡорт теле кластарын асыуға өлгәшә. «Китап байрамы» халыҡ-ара китап йәрминкәһен ойоштороу инешендә торҙо.
«Бәйге» башҡорт күпалыш федерацияһын, «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивален булдырыуға өлөш индерә.
Башҡортостан халыҡтарының милли аш-һыуы һәм мәҙәниәте менән таныштырыу маҡсатында барлыҡҡа килгән «Тәмле. Беҙ бергә» телепроекты, халыҡтың һөйөүен яулап, хатта Бөтә Рәсәй кимәлендә юғары премиялар менән бүләкләнде.
М. Ҡаһарманова.