-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
8 Декабрь 2025, 12:58

Өфөлә “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” һәм Хәйриә акцияһы үтте.

Өфөлә, «Китап» нәшриәте магазинында, бөтә Рәсәй льготалы яҙылыу декадаһына арналған «Матбуғатҡа яҙылыусылар көнө» үтте. Сара сиктәрендә теләгән һәр кем ташлама менән «Башкортостан Республикаһы» нәшриәт йортоноң гәзит-журналдарын яҙыла алды. Бер үк ваҡытта «Шәфҡәтле яҙылыу» хәйриә акцияһы үтә, ул электән ҡала халҡы араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Өфөлә “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” һәм Хәйриә акцияһы үтте.
Өфөлә “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” һәм Хәйриә акцияһы үтте.

Сара икенсе тапҡыр үткәрелә, ә уның китап магазинындағы урыны уҡыусылар аудиторияһын формалаштырыуға булышлыҡ итеү өсөн һайлана. « Башкортостан Республикаһы» нәшриәт йорто Акционерҙар йәмғиәтенең ваҡытлы матбуғат таратыу бүлеге начальнигы урынбаҫары Клара Әхиәрова һөйләүенсә “Шәфҡәтле яҙылыу " акцияһы ике йыл ярым инде бара. Ул махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре, китапханалар, тәрбиәгә алынған һәм күп балалы ғаиләләр, шулай уҡ сифатлы әҙәбиәткә мохтаж булған башҡа уҡыусылар өсөн хәйриә яҙылыуын рәсмиләштерергә мөмкинлек бирә.

 

Нәшриәт йорто республика райондарында даими рәүештә ошондай күсмә саралар үткәрә, уларҙы концерттар һәм ижади кисәләр менән берләштерә, был мөхәррирриәткә уҡыусылар менән туранан-тура аралашырға мөмкинлек бирә.

Акцияла ҡатнашыусылар араһында Башҡортостандың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев, Башҡортостандың Конституция советы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев, шахматсы Айнур Шәйбәков, политолог Тимур Вәлитов бар ине.

 

Өфөлә “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” һәм Хәйриә акцияһы үтте.
Өфөлә “Матбуғатҡа яҙылыусы көнө” һәм Хәйриә акцияһы үтте.
Автор: Роза Хуснуллина
Читайте нас