-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
4 Декабрь 2025, 12:32

Мутлашыусылар хаҡында мине Аллаһ Тәғәлә алдан иҫкәртте…

Сәйер хәбәрҙе көнө буйы көтөп йөрөнөм. Һәм, ниһәйәт, шул көндө үк кис бер яҡын дуҫымдан СМС килеп етте. “Һорарға ла уңайһыҙ. Миңә 2-3 сәғәткә бурысҡа 50 мең биреп тор әле. Картамдың лимиты бөткән. Бер кешегә аҡса ебәрә алмай аҙапланам…”

Мутлашыусылар хаҡында мине Аллаһ Тәғәлә алдан иҫкәртте…
Мутлашыусылар хаҡында мине Аллаһ Тәғәлә алдан иҫкәртте…

Бала сағымда оло кешеләрҙең шаян малайҙарҙы: “Ах, мәшшинник!” тип ҡыҙҙырғандарын ишеткеләй торғайным. Ысынлап та, ул һүҙ тик “шуҡ” тигәнде генә аңлаталыр ҙа, шундайҙар хаҡында әллә ни боҙоҡ әҙәмдәр түгелдер тигән тойғо ҡала ине. Минең үҙемә лә бәләкәй саҡта шулай тип бармаҡ янағандары хәтеремдә. Әммә һуңғы осорҙа кешеләрҙе алдап, һемәйтеп йөрөүсе мутлашыусылар тураһында ишетелә башлағас та, уларҙан шикләнеү кәрәклеген аңланым. Телефон аша мутлашыусы боҙоҡ әҙәмдәрҙең ябай кешеләрҙе “төп башына” ултыртыуҙары тураһында көн һайын уҡып торабыҙ. Башҡортостанда ғына аҙнаһына әллә нисә миллион һумға отолоуҙары хаҡында телевизорҙағы яңылыҡ тапшырыуҙарында, интернетта хәбәрҙәр тулы. Башлыса, оло йәштәгеләр эләгә бындай тоҙаҡҡа. Әммә, уҡыусы балаларҙың да ата-әсәһенең ҙур ғына сумма аҡсаһын оттороуы хаҡында ишеткеләйем…  Үҙем, телефонымда берәй таныш булмаған нәмәләр килеп сығыу менән, улдарыма, йә килендәремдең береһенә мөрәжәғәт итә башлайым. Йәштәр ундай-бындай нәмәлә тиҙерәк ориентирлаша бит.

       Шулай бер көн, иртәнге туғыҙҙар булғандыр, көтмәгәндә телефоныма биш йөҙ һум аҡса килде. Әле унда аҡсаһы ла байтаҡ ҡына ине, һалыр ваҡыты ла етмәгән. Мәле етеп килһә, ғәҙәттә,  үҙем йәиһә хәләл ефетем, йә булмаһа улдарымдың береһе кәрәк сумманы тулыландырып торабыҙ. Әлеге аҡса килгәс тә, шул яҡындарымдан һораштырып, уларҙың береһенең дә минең телефонға аҡса һалмағанын белдем… Шунда уҡ әлеге уй башыма килде, “кәбе берәй мәшшинник булмағайы…”

       Телефонымды тотоп, сбербанкка юлландым. Ошо хәлде аңлатып биргәс, банк хеҙмәткәре бер йәш ҡыҙ: “Ағай, һеҙҙең телефонға кем аҡса һалыуын хәҙер асыҡлау мөмкин түгел, был мутлашыусыларҙың сираттағы эшенә оҡшаған. Һеҙгә яҡын арала берәй сәйер шылтыратыу йәиһә СМС килеүе бик ихтимал. Көтөгөҙ. Тик бер кемгә лә яуап бирмәгеҙ. Улар менән аралаша башлау менән, бәлә ҡазаға тарыуығыҙ бар” - тип иҫкәртте. Мин, әлбиттә, үҙем дә шуға көйләнгән инем. Яҡындарыма СМСтар ебәргеләнем. “Мине юғалтмағыҙ, күпмелер ваҡыт бәйләнешкә инмәй торам”, - тип. Ҡолаҡҡа ҡаты булараҡ, телефон шылтырауҙарына былай ҙа бер ҡасан дә яуап бирмәйем. Ә бына СМСтарҙы яуапһыҙ ҡалдырмайым.

       Сәйер хәбәрҙе көнө буйы көтөп йөрөнөм. Һәм, ниһәйәт, шул көндө үк кис бер яҡын дуҫымдан СМС килеп етте. “Һорарға ла уңайһыҙ. Миңә 2-3 сәғәткә бурысҡа 50 мең биреп тор әле. Картамдың лимиты бөткән. Бер кешегә аҡса ебәрә алмай аҙапланам…” Тик ул урыҫ телендә яҙылған ине. Ә был дуҫым менән мин бер ҡасан дә урыҫса яҙышҡаным юҡ. Өҫтәүенә, дуҫым бик белемле кеше, ә был СМСта әллә нисә хата бар. Дуҫыма үҙемдең телефоным аша бер ни ҙә яҙып тормаҫтан, ҡатынымдың телефонынан уға шылтыраттым. Хәл-әхүәл һорашып алғас: “Һин бөгөн миңә берәй СМС яҙманыңмы?” – тигән һорау бирҙем. “Юҡ, кисәнән алып бер ни ҙә яҙғаным юҡ, - тине ул. - Ә ни булған?” Дуҫыма әлеге хәлде һөйләп бирҙем. “Мин бер ниндәй ҙә аҡса һораманым, ебәрә күрмә ул аҡсаны” тине дуҫым. Һуңғараҡ, уның ватсабын мутлашыуылар емереп ингәнлеге хаҡында беленде…       

       Мәшшинниктәрҙең хәйләһенең сиге юҡтыр: көн дә СМС хәбәрҙәр алышҡан иң яҡын дуҫыңды һайлаусан да икән улар (дуҫым менән ватсап аша сәләмләшмәгән көнөм юҡ). Банкка барып, ошо хәлде һөйләп биргәс, улар банк карталарын страховкалап, башҡа саралар күреп ҡуйырға кәңәш иттеләр. Шуларҙы эшләп бөткәс, иркен тын алып ҡуйҙым, әлхәмдүлиллаһ.

       Сираттығы мәҡәләмә бик шәп сюжет та булғас, шунда уҡ ултырып яҙа ла башланым. Ваҡиғаның шулай яҡшы бөтөүенә шатланып, тыныслынып, яҙмамды ла ошоноң менән тамамлап ҡуйырға ла ниәтләгәйнем…

Бирәм тигән ҡолона, сығарып ҡуйыр юлына…

       Иң ҡыҙығы – алда булған да баһа! Әлеге мутлашыусылар хаҡында, “шәп кешеләнеп”, туғандарыма, таныштарыма СМСтар яҙғылап, улар менән бик әүҙем рәүештә “тәжрибә утраҡлаша” башланым. “Миңә ошо арала мәшшинниктәр бәйләнеп маташты…” тип башлап алып китәм хәбәремде. Һәр береһенә әлеге хәлде ентекләп, эҙмә-эҙ яҙып, яҡындарыма СМСтар ебәрәм, “һаҡ булығыҙ” тип барыһын дә иҫкәртеп тә ҡуям.

       Шулай бер көн, сираттағы мәртәбә, ватсап аша, баш ҡалала йәшәгән апайымдың хәлен белешәм. Мутлашыусыларҙы нисек “еңеүем” хаҡында уға ла маҡтанырға онотмайым: “Беләһеңме, апай, мине ошо арала мутлашыусылар тотоп маташты. Иң башта (фәлән числола) телефоныма 500 һум аҡса һалдылар. Кемдән икәне билдәһеҙ, әлбиттә…”

      Ышанаһығыҙмы, апайым мине нимә тип аптыратты? “Хәлил, ана шул көндө иртәнсәк мин һинең телефоныңа 500 һум һалғайным бит. Саҙаҡа итеп…” “Был турала нишләп миңә хәбәр итмәнең?” – тинем ғәжәпләнеп. “Әллә, шулай хәйерлерәк булыр тип уйланым…”

       Ҡәҙерле журнал уҡыусылар, бына шул саҡ, мин үҙем өсөн ғәйәт ҙур асыш яһаным. Ысын! Күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ әле. Апайымдан ана шул 500 һум килмәгән хәлдә, мутлашыусы хаҡында уй минең башыма ла инеп сыҡмаҫы көн кеүек асыҡ бит. Әлеге дуҫымдың телефонынан килгән СМСҡа яуаптар яҙа башлап, теге мутлашыусының ҡармағына һис шикһеҙ эләгәсәк инем (Аллаһ һаҡлаһын!). Бәлки әллә ҡалай арбап, тағы күпмелер суммаға башты әйләндереүе ихтималлығы хаҡында уйлап, сәстәрем үрә торҙо. “Төп башына” ултыртҡандарын үҙем дә, дуҫым да белмәҫ инек… Әлбиттә, ғәжәпләнеүемдең сиге булманы. Был – һис кенәлә осраҡлы хәл түгел, Аллаһ Тәғәләнең мөғжизәһе – оло ярҙамы ул, ҡәҙерле уҡыусылар! Шул бәлә-ҡазанан иҫкәртеү өсөн Раббыбыҙ апайымды сәбәп итеп тә ҡуйған бит. Икенсенән, динебеҙҙе ентекләп өйрәнеп йөрөгән кеше булараҡ, тағы шуны аңланым: әлеге аҡсаны телефоныма һалғас та, яҡынымдың ошо хаҡта хәбәр итмәүендә лә оло хикмәт бар (Телефоныма аҡса һалыу менән, шул хаҡта апайым миңә әйткән хәлдә, әлеге мутлашыусы-фәлән иҫемә лә инеп сыҡмаған булыр ине шул). Үҙе лә дин юлында булған Сулпан апайым саҙаҡаны миңә - туғанына белендермәй генә һалырға ниәт итеүе шәриәғәт талаптарына тап килеп кенә тора. Пәйғәмбәребеҙҙән саллаһу ғәләйһи үә сәлләм “Уң ҡулың биргәнде һул ҡулың белмәһен” тигән хәҙис тә бар. Апайым динебеҙҙең тап ана шул ҡанунына ярашлы ғәмәл ҡылған. Сөнки берәй кешегә яҡшылыҡ эшләп тә, уға был хаҡта өндәшмәй ҡалыу – Аллаһ Тәғәлә алдында мәртәбәләргә сауаплыраҡ!

       Өсөнсөнән, әлеге яҡын дуҫым менән тик туған телебеҙҙә генә һөйләшеп-яҙышып йөрөүебеҙҙең дә файҙаһы ныҡ тейгән, тип уйлап ҡуйҙым. Сөнки уның телефонынан миңә урыҫса хәбәр килеүе лә шик тыуҙырып, мутлашыусыларҙан һаҡ булырға ишара булды бит…

       Һүҙ аҙағында. Кемдер быны “осраҡлы хәл”, икенселәр “мөғжизә” тип атауы ла ихтимал. Әммә, минең ныҡлы инаныуымса, ошо хәлгә тарыуым, нисек унан ҡотолоп китеүем, әлбиттә, Аллаһ Тәғәлә тарафынан миңә әллә ҡасан уҡ тәҡдир итеп яҙылған. Барыбыҙға ла Раббыбыҙ Үҙе ебәргән һынауҙарҙы ана шулай уңышлы ғына кисерергә насип итһен. Мутлашыусыларҙан һаҡ булайыҡ, ҡәҙерлеләрем!

Хәлил Һөйөндөков

 

Автор:
Читайте нас