Күңелеңдең ишектәрен ҡағам,
Кешем…
Күңелемдең ишектәрен
Асам, Кешем!
Шишмәләрҙәй саф хистәрем
Һинең өсөн!
Күңелемдең ишектәрен
Асам һеҙгә!
Унда һөйөү, хистәр, хәстәр,
Хәсрәт бергә.
Күңелеңдең ишектәрен
Ҡағам, Кешем,
Һәр заманда Кеше булып
Ҡалған өсөн!
2025
***
Зәңгәр бейеклектән ак болоттар
Әленән – әле Ерҙе күҙләй кеүек.
Башҡорт рухы менән һуғарылған
Мөхит йәшәһен, тип теләй кеүек.
Изге теләктәре, әйтерһең дә,
Уңдырышлы ямғыр булып яуа.
Ваҡыт еткәс, аҡ ҡанатын йәйеп
Шул мөхиткә аҡ ҡыш булып ауа.
Миңә ҡалһа, ошо аҡ болоттар
Бөйөк Көстөң һаҡсыл ҡарашылай.
Бөтә Йыһан Ерҙә кешелекте,
Ғәмәлдәрҙе барлай, буғай, шулай.
2024
Утлы мисәт
Мин бәләкәс.
Кескәй ялан тәпәйҙәрем
Туҙан ярып мине алып китеп бара
Смаҡайҙың* бер осонан бер осона…
Сәйәхәтте аң хәтергә киртеп бара.
Сабый аңы, шишмә кеүек,
түгел тәрән,
Ептәй ҡыҫҡа, әммә уҡтай етеҙ, үткер.
Туған тупраҡ, туҙан еҫе ҡайнарлығын
Табан аша хәтеремә кергәнен күр.
Мин ҙур инде.
Мөғжизәле Ҡыҙыл диңгеҙ
Ҡуйынында һыу тамсыһы булып йөҙәм.
Оләсәйем ҡуйынында, гүйә, мыш-мыш
Иркәләнеп кенә төштә донъя гиҙәм.
Сабый, үҫмер, баласаҡтар хәтирәһе…
Аң, күңелгә мисәт баҫып үтте кеүек.
Туҡта!
Уҡтай етеҙ сабый аңы һуҡҡан
Утлы мисәт барынан да үткер кеүек!
* – Башҡортостандың Ишембай ҡалаһы янында урынлашҡан боронғо башҡорт ауылы
Ике бөртөк ынйы
Күҙҙәреңдә ике бөртөк ынйы,
Тәгәрәп кенә төшөп китерҙәй.
Төшкән саҡта алһыу биттәреңә
Нурлы һуҡмаҡ һалып үтерҙәй.
Ике бөртөк ынйы. Кипһен шулай.
Өҙөлөп тә төшә күрмәһен.
Һөйөнөсөң шундай танһыҡ. Әйҙә,
Ялҡындары йәнгә үрләһен.
Керепегеңдә ике генә тамсы.
Таммаһын да ергә йомолоп.
Ҡайғыларҙан ниндәй өҫтөн булдың,
Шатлығыңдан төшмә ҡойолоп.
Һөйөү
Бер бөҙрә тал һыуға эйелгән дә
Уға һөйләй һөйөү һүҙҙәрен.
Йылға көлә. Шатлыҡ нурҙарынан
Сағыла хатта минең күҙҙәрем.
Һыу өҫтөнә тал ҡулдарын һалған,
Тулҡын ялы һөйә уларҙы.
Яуап итеп талдың япраҡтары
Суп-суп итеп үбә йылғаны.
Тулҡынланып ҡайсаҡ был тал бейей,
Ҡайсаҡ япраҡтарҙан йәш тама…
Шашып һөйһә, кеше лә бит шулай –
Сәбәп-ниһеҙ илай, шатлана.
ххх
Һин – сихырсы, ахыры. Көсөң етте
Хистәремдең ҡоло итергә,
Әкиәти көмөш сатырҙарға
Ысынлыҡтан алып китергә.
Буйһондом да буғай.
Ожмах, ана!
Ҡул етерҙәй ара, бар ғына.
Сеү…Ни күрәм?
Ҡылыс тотоп сыҡҡан
Айныған аң сатыр алдына.
Үтте китте…
Мин таныным һине.
Күреп түгел.
Йәнем, тәнем, барлыҡ
Күҙәнәк
Тойҙо фәҡәт һине.
Быға тиклем
Йөрөгәйнем бары
Күргеләп.
Ҡаршы киттем. Йөҙөм
Тыныс һымаҡ.
Бөтөрөлдө күңел –
Күбәләк.
Түҙмәй барып һине
Ҡосаҡланы…
Хыялдарым инде
Түңәрәк.
Хәлһеҙләнде барлыҡ
Быуындарым.
Донъя тынды, йөрәк
Саң ҡаға…
Шундай ғәмһеҙ, буш,
Битараф ҡараш
Үтте китте…
Донъя сайҡала.
Фирҙәүсе Бәширова.
Фото "Ватандаш" журналынан.