

Үҫеп килгән быуындың китапхана хеҙмәтләндереүе ололарҙыҡынан ярайһы айырыла. Тап шуның өсөн дә балалар һәм үҫмерҙәр махсус китапхана хеҙмәтләндереүе хоҡуғына эйә, был «Китапхана эше тураһында»ғы Федераль закон менән дә нығытылған. Киләсәк быуындың рухи һәм шәхси үҫеше махсус учреждениеларҙың, шул иҫәптән мәҙәниәттең дә иғтибарын талап итә. Балалар китапха-наларының төп бурысы – кескәйҙәргә шәхес булараҡ нығыныуҙа китап уҡыу-уҡытыу менән ярҙам итеү. Уларҙың интеллектуаль, рухи, әхлаҡи сифаттарын ыңғайға көйләү. Өсөнсө мең йыллыҡтың тулы ҡанлы граждан-дарын тәрбиәләү.
Тәжрибәле китапханасының һөйләүенсә, улар тап ошо йүнәлештә эшләй ҙә. Балаларҙы һәм уларҙың ата-әсәләрен уҡыуға йәлеп итеүсе акциялар үтә, йәш быуынды патриотик, рухи һәм эстетик тәрбиәләүҙә булышлыҡ итәләр, эскелек, наркомания, тәртип боҙоуҙарға, насар ғәҙәттәргә ҡаршы мәғлүмәти профилактика алып барыла. Бөгөн иһә крайҙы өйрәнеү өлкәһе лә алға киткән, был балала тыуған төйәген белеүгә һәм яратыуға булышлыҡ итә. Кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр менән дә эшләү үҙенсәлектәрен беләләр, ошо мөмкинлектәре аша йәш уҡыусыларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндерә алалар ҙа. Ҡыҫҡаһы, балалар китапханаһы – ғаиләгә лә, мәктәпкә лә оло ярҙамсы ул.
«Компьютер ҙа, электрон китаптар ҙа, башҡа заман технологиялары ла китапханала булған атмосфераны бирә алмай. Бөгөнгө был учреждениелар китап менән генә тәьмин итмәй бит, ул үҙ-ара аралашыу, социумда урыныңды таба белеү, үҙаңды барлыҡҡа килтереү һәм фекер йөрөтөргә өйрәтеүгә лә ҡайтып ҡала. Шунлыҡтан мин, әгәр әлеге быуын аңлы булып үҫеп етеп, киләсәк приоритеттарын дөрөҫ ҡуя белһә, китапханаларҙың ғүмере өҙөлмәҫ, белем шишмәһе китаптың урыны һәр өйҙә, һәр өҫтәлдә булыр әле, тигән өмөттәмен», – ти әңгәмәсем.
Амин, тиергә генә ҡала китапханасының был илһамлы һүҙҙәрен йөпләп, беҙ ҙә шулай булыуын теләйбеҙ.
Миләүшә Ҡаһарманова