+30 °С
Болотло

Благовещенда 30 балалы ғаилә йәшәй

Хәтерегеҙҙәлер, май һанында ошондай исем аҫтында мәҡәләбеҙ сыҡҡайны. Күптән түгел ғаилә тотҡаһы - Иринаның МХО биләмәһенә гуманитар ярҙам алып китеп барғанында юл һәләкәтенә осрауы билдәле булды. Әле Ирина Өфөлә дауаханала ята. Уға операция эшләгәндәр. Беҙ Иринаға тиҙерәк һауығып сығыуын теләйбеҙ. Уларҙың ғаиләһе хаҡында мәҡәләне ҡабатлап бирәбеҙ.

Благовещенда 30 балалы ғаилә йәшәйБлаговещенда 30 балалы ғаилә йәшәй
Благовещенда 30 балалы ғаилә йәшәй

Благовещенда 30 балалы ғаилә йәшәй

Ошо хәбәр аптыратты, һоҡландырҙы, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡтырҙы ла. Һәм беҙ уларҙы эҙләй башланыҡ. Благовещен ҡалаһы хакимиәтенә шылтыратып, Иринаның телефон номерын таптыҡ. Тауышынан, һөйләшеүенән үк буласаҡ героинябыҙҙың булдыҡлы кеше икәнлеге һиҙелә. Тормошо хаҡында һөйләп, ул беҙҙе тағы ла нығыраҡ албырғатты. Ғаилә башлығының тиҙҙән МХО-нан ҡайтасағы, уларға республика етәксеһе киләсәге хаҡында ла хәбәр итте. Йырлай-йырлай Благовещенға юл тоттоҡ. Ә башыбыҙҙа бер һорау: шул тиклем ҙур ғаиләне нисек бер мәҡәләгә һыйҙырырға?

Тыштан ҡарағанда ҙур булмаған йорт эргәһенә килеп туҡтайбыҙ.  Беҙҙе   Руслан улдары ҡаршы ала. Шул инеүҙән оҙон бер көнгә иҫ киткес ғәжәп, мажаралы, һоҡланғыс донъяға сумабыҙ!

Бына ул – оло күс – ҙур ғаиләнең әсәһе Ирина. Шунда уҡ хужабикәнең бай телмәренә әсирләнәбеҙ. Ә ниндәй көслө энергетика унда! Шул минуттан уҡ был ханымдың нисек итеп анау тиклем бала-сағаны бер тупҡа туплай һәм, иң мөһиме, уларҙы туғанлыҡ ептәре менән бәйләй алыуына төшөнгәндәй булабыҙ.

Барыһы ла мөхәббәттән башлана!

Вәхит менән танышҡанда, Ирина ике балалы яңғыҙ ҡатын була. Шунда ла шәхси  эшен башлап,    магазин тота. Бер көн һатыусыһы ауырып китеп, прилавка артына хужабикә үҙе баҫа. Тап шул мәлдә магазинға Вәхит килеп инә. Тәү күрешеүҙән улар башҡа айырылышмай тигәндәй. Ир кеше сәләмәт тормош алып барыуы, тотороҡло, ныҡлы булыуы менән ҡатынды үҙенә ҡарата. Бергә йәшәп китәләр, уртаҡ  ҡыҙҙары Регина тыуа.

2004 йылда  Ирина менән Вәхит малай артынан барырға йыйына. Хатта бер генә түгел, икене вәғәҙә итә уларға яҙмыш, игеҙәк көтәләр. Тик... төрлө сәбәптәр арҡаһында был бәхет яҙмай ғаиләгә. Бәпестәрен юғалтыу ғына түгел, әсәнең дә хәле ҡыл өҫтөндә ҡала. Ярай әле Вәхит көнө-төнө янында була, ҡатынының өшөгән ыҡсым ҡулдарын үҙенең ҙур йылы устарынан ысҡындырмай, күтәреп йөрөтә, ҡабаттан атларға өйрәтә. Шул хәлендә лә Ирина дауахананан балаһыҙ сығырға теләмәй. Табиптар баҙап ҡала: «Нисек инде, үҙен ҡарарлыҡ булмаған ҡатын бала алмаҡсы?» Иринаға йән өрөүсе һүҙҙе ире Вәхит әйтә: «Бәпес алып сығабыҙ», – ти ул береһенә лә бәхәскә урын ҡалдырмаҫтан. Ҡатын да ҡапыл хәлләнеп киткәндәй була, өмөт, әйтерһең, ҡанат ҡуя. Бөтөн документ юллау мәшәҡәттәрен ире үҙе башҡара һәм ҡатынын, вәғәҙә иткәненсә, дауахананан бәпәй менән алып сыға. Йөклө килеш инеп, бәпес күтәреп сыҡҡас, күптәр быны тәбиғи ҡабул итә, ысынбарлығын белеүселәр аҙ була. Асылда, баланы Ирина ысынлап үҙенеке тип ҡабул итә, уға ныҡ өйрәнә. Шул әсәлек көсө менән ул нығынып, аяҡҡа баҫып китә. Бөгөнгө көндә ошо улы, Артур исемле егет, ил алдындағы изге бурысын үтәй – әрмелә хеҙмәт итә.

 

Бала баланы тарта

Бишенсе бала булып ғаиләгә Люба килә. Ул Иринаның Злата тигән ҡыҙы менән бер класта уҡыған була. Злата көн һайын ҡайта ла Любаның ни тиклем яғымлы, яҡшы булыуы хаҡында һөйләй. Тик ҡыҙыҡай ғаиләһенән уңмаған икән. Әсә кеше яйлап Любаны үҙҙәренә саҡыра, аралаша, тормошо менән ҡыҙыҡһына. Бала килеп йөрөй, бында үҙенә оҡшағас,  ҡалырға тәҡдим итәләр. Күсә лә килә уларға Люба. Әлеге көндә Любовь ғаиләле, үҙе ике бала әсәһе һәм үҫкән ерен онотмай, ул бында йыш ҡунаҡ.

Злата менән Любаның класында тағы ла Настя тигән ҡыҙ уҡыған була. Настяның ата-әсәһе юҡ, уның да Злата менән Любаларҙың өйөндә йәшәгеһе килә. Был хаҡта ике ҡыҙ ипләп кенә әсәләренә еткерә. Ирина балаларҙы күҙәтеп йөрөй ҙә риза була – Настяны ғаиләгә алалар. Тик хәл-ваҡиғалар бының менән генә тамамланмай әле. Настяның игеҙәге Миша һәм тағы ла Коля исемле ағаһы булып сыға. Ирина менән Вәхит ултырып һөйләшә лә, туғандарҙы бер-береһенән айырмаҫҡа теләп, малайҙарҙы ла биреүҙәрен һорайҙар. Был хаҡта ишеткән тәрбиәселәр аптырай. «Мишаһы ярай инде, ә Коля бит ауырыу, аҡылға зәғиф», – тиҙәр. Әммә Ирина был малайҙы йәлләй. Ун алты йәшлек үҫмерҙең аҡыл кимәле алты йәшлектеке кеүек кенә, тормошҡа яраҡлашмаған. Тиҫтерҙәре унан көлә, шунлыҡтан Коля бәләкәйҙәр менән генә аралаша икән. Ирина һәм ғаиләләге башҡа балалар Коляны аңлап ҡабул итә, уға ҡәҙимге кешегә кеүек ҡарай, үҙен йәмғиәттә, өҫтәл артында тотоу тәртиптәрен өйрәтә. Әсә кеше уны эйәртеп магазинға эшкә алып йөрөй, кеше менән аралаштыра. Шул егет тиҙҙән колледжға уҡырға инә. Ике махсус урта белем ала  –  электрик һәм программист һөнәрҙәрен үҙләштерә. Әлеге ваҡытта ул үҙе уҡып сыҡҡан колледжда урам һепереүсе, хужалыҡ        буйынса ярҙамсы булып йөрөй. Уны яраталар, хөрмәт итәләр. Ирина иһә Коляһының кеше булып китә алыуына ҡыуана.

Шулай итеп, әсә һәр баланың ғаиләгә нисек килеп эләгеү сәбәптәрен бөтә нескәлегендә хәтерләй, тарихтарын сәғәттәр буйы тәфсирләп һөйләргә әҙер. Мәҫәлән, Элеонора ун йәшендә генә килә: уның әсәһе юл фажиғәһендә һәләк булған. Үгәй атаһы ҡыҙҙан баш тарта һәм, «шифаханаға барабыҙ» тип алдап, балалар йортонда ҡалдырып китә. Ҡыҙыҡай тәрән стресс кисерә. Балалар йорто директоры, Иринаға шылтыратып, Элеонораны үҙҙәрендә йәшәтеп тороуҙарын үтенә. Сөнки өй шарттарына өйрәнгән Элеонораға унда бик ҡыйын була. Ирина уны өйөнә алып ҡайта, ә ҡыҙ, асылып китеп, хужалыҡта ярҙам итергә тотона. Өйҙәге башҡа балалар, аҙыраҡ әсәйҙәрен көнләшепме, яңы ҡыҙыҡайға ҡаршы төшә, шулай ҙа Ирина уны ҡалдыра. Һөҙөмтәлә, Элеонора үҙенең әрһеҙлеге, эшсәнлеге менән ҙур ғаиләнең ышанысын да, һөйөүен дә яулай, бөгөн ул барыһына ла кәрәк кешегә әйләнгән. Уға инде ун һигеҙ йәш.

Русланды Иринаға 11 айлыҡ ҡына сағында бирәләр. Ир менән ҡатын унан баш тарта алмай. Сөнки малай бик оҡшай уларға, икенсенән, ҡолаҡтары Вәхиттекенә оҡшаған... Русланға эйәреп, уның ағаһы Илгиз килә. Уныһы насар ишетә, әммә иренгә ҡарап «уҡый» белә. Был сикләнгәнлек егеткә еңел атлетика буйынса Рәсәй чемпионы булырға ҡамасауламай. Әле лә ул төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, буш ваҡыттарында таксиҙа эшләй. Илгизгә дәүләт фатир ҙа биргән. Ғөмүмән, Ирина бөтә балаларына ла дәүләттән бушлай тәғәйен фатирҙарҙы юллап ала бара. Әгәр ҙә ҡайҙалыр ғәзиздәренә ҡарата ниндәйҙер ғәҙелһеҙлек күрһәтелһә, шундуҡ ярҙамға ташлана. Мәҫәлән, егерме йәшендә уларға килеп йәшәр мөйөш тапҡан Толяның тормошон юлға һала, документтарын юллай, фатир алып бирешә... Әле Толяға утыҙ дүрт йәш. Ул үҙ фатирында донъя көтә. «Алтын ҡуллы, бөтә төҙөлөш, балта эштәрен үҙе башҡара, хатта бәйләргә лә оҫта», – тип маҡтай уны Ирина.

30-сы бала –

үзбәк ҡыҙы

Пандемия ваҡытында балалар йортонда тәрбиәләнеүселәрҙе ғаиләләр буйлап тараталар. Ирина менән Вәхиткә бер туған дүрт малай килә. Әсә һөйләүенсә, малайҙар шул тиклем ҡулсыр, тиктормаҫ, шаян була. «Бер эштән ҡайтыуыбыҙға диван һүтелеп, бүлмә уртаһында ҡыуыш барлыҡҡа килгән. Икенсе тапҡыр обойҙар ҡуптарылып иҙәндә ята ине. Тыныслыҡ бөттө. Урайбыҙ ҙа ремонтҡа тотонабыҙ. Был, бер яҡтан, беҙҙе берләштерҙе. Ә икенсенән, дизайнды яңыртып торорға ярҙам итте», – тип көлөп иҫләй Ирина. Әле ул малайҙар үҫкән инде. Икәүһе – колледжда, икеһе мәктәптә белем ала.

Хужабикә ҡыҙҙарын бөтә өй эштәренә өйрәтә, шул уҡ ваҡытта уларға әхирәт тә, серҙәш тә. Яйлап балалар үҫә һәм, үҙ ишен табып, ғаилә ҡора тора. Әле һигеҙ ҡыҙы һәм биш улы башлы-күҙле, балалар үҫтереп, айырым йәшәй.

Вәхит иһә – улдарының арҡаһы ла, дуҫы ла, кәңәшсеһе лә. Ололары Артем хәҙер, аталары һуғышҡа киткәс, уның урынына ғаиләне етәкләй. Кесе туғандарын өйөрөп, ойоштороп алып йөрөй ул.

Ғаилә 13 туй үткәргән. Ҡоҙалар менән һөйләшеп, кафела ла, ресторанда ла, хатта үҙҙәре йәшәгән өйҙә лә яһағандар мәжлестәрҙе. Бөгөн бер бала ла ятаҡта тормай, һәр береһенең фатиры йә йорто бар. Әйтергә кәрәк, ғаилә ун йорт төҙөгән. Өйҙәрҙе Артем етәкселегендә бергәләшеп күтәрәләр. Толя – евроремонт оҫтаһы, Коля электрик бит инде. Һәр эште үҙҙәре тота ла башҡара. Ҡыҫҡаһы, тотош урам – ошо ғаиләнеке. Быларҙан тыш, йәштәр әсәләре хеҙмәт иткән балалар баҡсаһына һоҡланғыс беседкалар ҙа, әкиәт персонаждары ла, ял урындары ла яһап ҡуйған. Ә унда әле был ғаиләнән ете бала йөрөй, бер ҡыҙҙары тәрбиәсе булып эшләй. Ҡыҙыҡ өсөн әйтеп киткәндә, бөгөн Ирина менән Вәхиттең ун биш ейән-ейәнсәре бар.

Шуныһы мөһим: был ғаиләлә балаларға бирелгән пособиелар сарыф ителмәй, аҡсалары исемдәренә яҙылған иҫәптә йыйылып ята, ун һигеҙ йәштәре тулыуға һәр береһенең үҙ капиталы, фатиры йә өйө була. Бына шундай ышаныслы мөнәсәбәттәр, ихтирам һәм һөйөү эсендә йәшәй балалар.

Күптән түгел ғаиләгә 30-cы бала килгән. Рената – үзбәк ҡыҙы. Уны өс  йәшендә бер ғаилә тәрбиәгә алған була, тик  үҫмерлек осоро проблемалары башланғас, кире ҡайтарғандар. Балалар йорто етәкселеге тағы ла Иринаға мөрәжәғәт итә. Тик ҡатындың был ҡыҙға айырым иғтибар бүлергә ваҡыты юҡ, тейешле ярҙамды бирә алмай ҡуйырмын тип шөбһәләнә һәм инде айырым йәшәгән Настяһына бара. Ҡыҙы иһә әсәһенең теләген күтәреп ала. Һөҙөмтәлә, Рената менән шөғөлләнеү, уҡыуын яйға һалыу, дөрөҫ юлға баҫыуға булышлыҡ итеү бурыстары өлкән апай – Настяға һалына. Һөнәре буйынса медицина хеҙмәткәре, көслө, талапсан холоҡло ҡыҙының мөмкинлектәренә ышана Ирина. Шулай итеп, ҡара сәсле, ҡара күҙле Рената ҙур ғаиләгә килеп эләгә. Был хәл Вәхит МХО-ла саҡта була. Ул отпускыға ҡайтыуға ғаиләһе артып тора икән. «Мин юҡта 30 булып киткәндәр», – тип йылмая атай. Ул, ғөмүмән, күп һөйләмәй, тыныс, күҙәтеүсән. «Аҡыллы булып күренер өсөн һөйләшмәйем  шулай»,  –  тип       шаярта. Юморға маһир булыуы, ипле холҡо ир кешегә хөрмәт һәм ышаныс уята.

 

Махсус хәрби

операция

Ғаилә махсус хәрби операцияға ҙур өлөш индерә. Вәхит үҙе, ике улы һәм өс кейәүе – һуғышта. Күңел саҡырыуы, илһөйәрлек, Ватан алдындағы бурыс тойғолары уларҙы МХО-ға ҡушылырға өндәгән. Ғаилә һуғыштағы туғандарына ярҙам итә. Ирина волонтерҙар рәтенә баҫҡан. Улар МХО-лағылар өсөн күмәкләшеп һалма киҫеп киптерә, ит быҡтырып яба. Ит өсөн быҙауҙар алып үҫтерәләр, ҙур майҙанға кәбеҫтә сәсәләр.

Әлеге мәл балконда гөрләп үҫеп ултырған баҡса үҫентеләре лә мәле еткәс һатылып, килеме һуғыштағыларға ярҙамға ебәреләсәк.

Ирина ирен МХО зонаһына оҙатҡанда ла, ялға ҡайтҡанында ла «ГАЗель»дәрендә бергә ултырып йөрөй, шунда гуманитар ярҙам да тейәп алалар. Руль артында улдары, кейәүҙәре алмашлап бара. Мәғлүм булыуынса, был ғаиләгә республика Башлығы Радий Хәбиров килеп, Вәхит Вәлиевҡа Генерал Шайморатов ордены тапшырған.

Роза Хуснуллина.

Автор:Роза Хуснуллина
Читайте нас