

Үҙ-ара был ғаилә машинаһын улар ашатыусы һәм ышаныслы булғанлығы өсөн, яратып, «Бөйрәкәй» тип атайҙар,.
Рафиҡ Юнер улы - эшҡыуар һәм «Берҙәм Рәсәй» ҙең «Ватанды Һаҡлаусы» төбәк проектының ағзаһы, уның өсөн был – Тыуған илен яратҡан гражданиндың бурысы, тип билдәләне.
"Патриотизм – ул һүҙҙәр генә түгел, ә конкрет ғәмәлдәр, хәҙер Ватаныбыҙҙы яҡлаусыларға ярҙам. Ил һуғыша тимәк, беҙ ил менән. Был фронтҡа ебәрелгән беҙҙең икенсе машинабыҙ, ул алғы һыҙыҡҡа юллана. Беренсе автомобиль маҡсатлы рәүештә МХО-ға ебәреү өсөн әҙерләнгәйне. Ә "Бөйрәкәй» – беҙҙең ғаилә машинаһы, беҙ уны юлдан тыш шарттар өсөн әҙерләнек", - тип аңлатты Рафиҡ Латипов. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: Латиповтар ғаиләһе даими рәүештә гуманитар йөктәрҙе МХО зонаһына ебәреүҙә ярҙам күрһәтә. Уларҙың тырышлығы арҡаһында яугирҙәр кәрәкле транспорт саралары һәм төҙөлөш материалдары ғына түгел, ә туғандарынан һәм яҡындарынан шәхси посылкалар ҙа ала.
Тапшырылған автомобиль диагностика үткән. Бынан тыш, «Нива» өҫтәмә запас частар менән йыһазландырылған. Автомобилдең асҡыстары «Ватанды Һаҡлаусы» төбәк партия проекты координаторы, махсус операция ветераны Фәһит Латиповҡа тапшырылды. Ул Латиповтар ғаиләһенә уларҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһы өсөн рәхмәт әйтте.
«Бөгөнгө көндә «Ватанды Һаҡлаусы» төбәк партия проекты сиктәрендә 17-се гуманитар йөк формалаша. Уны, алдағы 16-һы кеүек үк, тәғәйенләнгән урынына алып барасаҡбыҙ. Төрлө ғәскәри частарға ярҙам итәбеҙ – был бишенсе автомобиль, генераторҙар, тепловизорҙар, антидрон мылтыҡтар, БПЛА детекторҙары, тепловизия плащтары, ваҡ ҡорамалдар тапшырабыҙ. Улар Өсөн Иң мөһиме – Ватандың ярҙамын тойоу, тылдың улар менән булыуын, республиканың улар тураһында нимә уйлауын һәм ҡайғыртыуын белеү, иңдәрендә ниндәй яуаплылыҡ ятҡанын аңлау. Улар өйҙәренә Еңеү менән генә ҡайтырға йыйыналар!"- тип билдәләне Фәһит Латипов.
Материал, фото "Молодежная газета"