+30 °С
Болотло

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә яңы етәксе

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Радий Хәбиров мөһим кадр тәғәйенләүҙәре тураһында иғлан итте. Республикала яңы ректор һәм республика Башлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе тәғәйенләнде.

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә яңы етәксеБашҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә яңы етәксе
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә яңы етәксе

Башҡортостан Башлығы Бойороғо менән Азат Бадранов Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы ректоры вазифаһын башҡарыусы итеп тәғәйенләнде. Быға тиклем ул Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы булып эшләй ине.

Уҡыу йортоноң элекке ректоры Данияр Абдрахманов төбәк етәксеһенең ярҙамсыһы итеп тәғәйенләнде.

Денис Ғәниев Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе итеп тәғәйенләнде.

Денис Таһир улы сығышы менән Нефтекаманан, тәжрибәле медиаменеджер һәм журналист. Хеҙмәт юлын Нефтекама радиостанцияһында алып барыусы булып башлай, һуңынан шәхси медиахолдингка етәкселек итә, ҡала советы депутаты итеп һайлана. Өфөлә “Вся Уфа” телеканалы алып барыусыһы булып эшләй. Унда тура эфир оҙайлығы буйынса Гиннес рекордын ҡуя, ул тура эфирҙа 25 сәғәт өҙлөкһөҙ эшләй. Әлеге вазифаһына тиклем Өфө мэры урынбаҫары була, унда социаль коммуникациялар һәм киң мәғлүмәт саралары менән үҙ-ара эш итеү өсөн яуап бирә.

Башҡортостан Хөкүмәте Бойороғо менән Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары итеп элек Сибай мэры вазифаһын биләгән Азамат Юлдашбаев тәғәйенләнде. Был хаҡта шулай уҡ Радий Хәбиров иғлан итте.

– Хөкүмәткә рәхим итегеҙ. Һеҙҙе барыһы ла белә — Сибайға етәкселек иттегеҙ, махсус хәрби операцияла булдығыҙ, уңыштар теләйем, – тине Радий Фәрит улы.

Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите. Әлфиә Минғәлиева.

Фото: "Башинформ".

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә яңы етәксе
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә яңы етәксе
Автор:
Читайте нас