

Һикһән биш йәшлек атайым Аскаров Хажиәхмәт Хәжмөхәмәт улы хәтерләүенсә колхозлашыу осоронда , комсомол ойошмаһы ойоштороу өсөн ауылға мәрйә ҡыҙы килә. Зәңгәр күҙле, ҡыҫҡа һары сәсле , сатнатып башҡортса һөйләшкән комсомолка ҡыҙҙы йәштәр үҙ итәләр. Тик берҙән - бер көндө был ҡыҙыҡай юғала. Уны балсыҡҡа барған кешеләр үле килеш табалар.Асыҡлауынса совет власына ҡаршы кешеләр уны ат ҡойроғына бәйләп йөрөтөп, ошо соҡорға ташлайҙар. Ауыл йәштәре ҡыҙҙы Ҡаныҡай тауы аҫтындағы баҫыуға, өс ҡарағас янына ерләп, ҡарағастан бағана ултырталар. Был бағана әле лә бар.
Баймаҡ районы Һәмән ауылы.
Әнүзә Мәжитова.
Фото Р. Хисаева.