

- Ҡотло аяғың менән, килен! Төшкән нигеҙеңә таштай - ҡомдай батып, ошо нигеҙҙә тамырланып, бергә - бергә йәшәргә насип булһын, - тигән теләктәрен әйтә. Килен һәр теләкте ипләп кенә "Амин" тип ҡабул итә. Ошонан һуң ҡәйнә килененә бал һәм май ҡаптыра.Бал ҡаптырғанда ошо теләктәрен әйтә:
- Телең балдай татлы булһын, үҙең бал ҡортондай эшлекле, күсле бул, Алла бирһә.
Май ҡаптырғанда тағы изге теләктәрен әйтә ҡәйнә:
- Күңелең майҙай йомшаҡ булһын, йөҙөң айҙай яҡты булһын, килен! Ауыҙыңа һары май донъя көтөрһөң арымай. Әйҙә килен, хәйерле сәғәттә! Төклө аяғың менән!
Ошонан һуң иң яҡын бикәсе еңгәһенең билен сисә һәм килен ҡайны йортоноң тупһаһы аша* Бисмилла, тип уң аяғы менән баҫып инә. Ишек алдында торған туғандар һәр береһе үҙенең алғышын әйтә, матур теләктәр теләй.
* Тупһаға баҫырға ярамай бер ҡасан да - башҡортта шундай ҡәтғи тыйыу бар. Тупһа, йәнәһе, рәнйей була.
- мине былай ҙа һәр ваҡыт ашатлап йөрөйҙәр, етмәһә, бынау тәрбиәһеҙ тапап үтте...
Т. Вәлиева.
Фото Р. Камалова