"Метаморфозалар" тип аталған концертта артист классик һәм заманса әҫәрҙәрҙе тәҡдим итәсәк. Петр аккордеон, гитара, һуҡма, клавишалы инструменттарҙа уйнап күрһәтәсәк.
Тамаша музыкаль ваҡиға ғына түгел, ә сәнғәтте аңлаған һәм социаль башланғыстарҙы яҡларға теләгән һәр кемгә бүләк буласаҡ.
Концерт "Үҙенсәлекле балалар" фондына ярҙам күрһәтеү маҡсатынан уҙғарыла.