+30 °С
Болотло
Аңлатабыҙ. Башҡортостан
9 Сентябрь 2025, 04:00

Шиғырҙар Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА-ФӘЙЗУЛЛИНА

Шиғырҙар Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА-ФӘЙЗУЛЛИНА

Шиғырҙар Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА-ФӘЙЗУЛЛИНАШиғырҙар Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА-ФӘЙЗУЛЛИНА
Шиғырҙар Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА-ФӘЙЗУЛЛИНА

Йылы кәрәк

Ҡыш бауырын баҫырға тип,

Устарыма йәйҙе йыям.

Ергә ятып тәгәрәүҙән

Үҙ-үҙемде көскә тыям.

 

Көскә тыям.

Ҡыш бауыры

Оҙон бит ул, йәһәтерәк!

Күнәгемде тултырырға

Әле күпме еләк кәрәк!

 

Тирәм генә...

Бармаҡтарым

Тилбер икән әле былай.

Биҙрәләрҙә йылмая йәй,

Устарыма ғына һыймай.

 

Бармаҡ остарымдың тәме

Һурып-һурып үпмәле бит.

Аһ, берәүһе?!

Көн етмәгән,

Наҙ етмәгән...

Туң бит, туң бит?!

 

Көн етмәгән, наҙ етмәгән

Өлгөрөрмө бынау еләк?

Еләккә лә өлгөрөргә,

Устарыма тирелергә

Йылы кәрәк...

Йылы кәрәк...

 

Йәйҙә ҡалайыҡ әле

Еләк еҫтәренән иҫерерлек,

Телдәремдә ҡала тәмдәре.

Еләк тәмдәренә йәшеренгән

Был ғүмеркәйҙәрҙең йәмдәре.

 

Аһ, йәйҙәрҙең йәме иҫ китерлек!

Донъяларҙың матур саҡтары!

Донъяларҙың матур, һай, саҡтары,

Йәй ғүмере уның хаҡтары.

 

Аһ, йәйҙәрҙең йәме иҫ китерлек

Йыям әле, йыям йәмдәрен.

Йәнебеҙгә һеңһен был йәйҙәрҙең

Йән иретер еләк тәмдәре.

 

Өмөт

Саҡ ҡына һибәләп уҙҙы

Бөгәсә ямғыр.

Өмөт ҡалдырҙы шулай ҙа –

Көткән көн тыуыр!

 

Яуыр шифалы ямғырҙар,

Көттөрмәй оҙаҡ.

Күк ҡабағына берәү ҙә

Элмәгән йоҙаҡ.

 

Түгелеп илауҙарҙан да

Төңөлдө күңел.

Күҙ йәштәрен кем көтһөн, ти,

Ул – ямғыр түгел...

 

Түгелеп илаһам, күңел

Йомшарыр ине.

Күгем ҡара болоттарҙан

Бушаныр ине...

 

Саҡ ҡына һибәләп уҙҙы

Бөгәсә ямғыр.

Өмөт ҡалдырҙы шулай ҙа –

Көткән көн тыуыр!

 

Ташбаҡалар

Ус аяһы тиклем ташбаҡалар

Үҙ көйҙәрен булды көйләтмәк.

Ғәжәп икән улар донъяһы ла –

Ҡарап тороу үҙе әкәмәт.

 

Икәү улар.

Береһе – зөмрәт йәшел,

Ҡарағусҡыл һоро береһе.

Береһе – йыуаш, күндәм,

       сабыр ғына,

Икенсеһе – уның киреһе.

 

Яраҡлашҡан донъялары икәү:

Һыу өҫтө һәм һыуҙың аҫты ла.

Бына рәхәт: ерҙән туялар ҙа,

Сума улар ерҙең аҫтына.

Күп түгелме?

Береһе лә еткән.

Ус аяһы тиклем йәндәргә.

Ер өҫтөндә ерһеҙ әҙәмдәр бар,

Өйһөҙҙәр бар.

Ожмах – кемдәргә?..

 

Миңә йәл түгел ул.

Былай ғына...

Булдыралғас, әйҙә, йөҙһөндәр.

Утрауына сығып ял итһендәр,

Әҙер генә тәғәм ейһендәр.

 

Берәүһенең холҡо аптырата,

Төҫтәренә ҡарап айырам.

Иптәшенең ҡапҡан тәғәмен ул

Ауыҙынан ала ҡайырып.

 

Йәм-йәшеле – йыуаш, һоро – уҫал,

Ни билдәләй икән холоҡто?

Ҡайҙан белә һуң ул

Тәмле өлөш –

Көслөнөкө, тигән ҡылыҡты?

 

Ус аяһы тиклем, ә үҙенә

Ике донъяла ла урын тар.

Ер өҫтәре генә тарҙыр, тиһәм,

Ерҙең аҫтында ла тарлыҡ бар.

 

Туйғансы йөҙ, аша, сыҡ та – ял ит,

Хужаң йомарт, емең етерлек.

Йән аҫрау ҡанундарын бынау

Тәтәй ташбаҡалар хәтерләйҙәр?!

Уйлай-уйлай иҫең китерлек...

 

Көҙҙәремә инеп

барғанымда...

Көҙҙәремә инеп барғанымда

Ғашиҡ булды йөрәк-хыялый!

Йыһан буйлап осоп йөрөйөмсө,

Донъяларға хатта һыялмай.

Йөрәк ҡартаймай ул, уныһын

                                                    беләм,

 

 

Ошо утмы йөрәк көткәне?..

Ғашиҡ булғаным бар,

Был тиклем дә

Йөрәгемде юҡ бит өткәне.

Яныуҙарҙан биҙгәйнем бит инде,

Янмаҫҡа, тип һүҙҙәр биргәйнем.

Аҡылдарҙан яҙҙырырҙай булып,

Яндыра шул Һөйөү тигәнең.

Ҡанат кәрәк, эйе, йөрәккә лә,

Ҡанатланып бына Йыһан гиҙәм.

Яныуынан ҡурҡмай ҡанаттарҙың

«Яратам!» – тип яҙып, йондоҙ

                                                    теҙәм...

 

Улдар үҫтергән әсәй

Ул үҫтергән әсәйҙәргә

Түҙемлектәр бир, Хоҙай?!

Улар йөрәгенә тоҫҡап,

Һәр дәүер ҙә, ҡан, дан көҫәп,

Утлы-ыулы уҡ ҡаҙай.

 

Улан бағыу – ил бағыу ул,

Әсә һүҙе – ил һүҙе.

Ир бала  – илдең терәге,

Ышанысы һәм өмөтө,

Ил күҙе һәм ил йөҙө.

 

Улдар үҫтергән әсәйҙең

Мең хәстәр – иңдәрендә.

Ер-һыуҙы яттарға бирмәү

Бурысы төшә борондан

Улдарҙың иңдәренә.

 

Ысын ир булһын уландар,

Булһындар ысын батыр!

Батыр улдар – ил күрке ул,

Яу килгәндә бахыр ғына

Өңөндә боҫоп ятыр.

 

Улдар үҫтергән әсәйҙең

Йоҡолары ла уяу.

Ил яҙмышы – ир ҡулында,

Ныҡ булһын уландарыбыҙ,

Илгә булһындар таяу.

 

Ил дә аяу булһын ине,

Һаҡлаһын үҙ терәген.

Уҡ сығып осто йәнә лә...

Илгә ҡалҡан булайым тип,

Ут эсендә баҫып торам,

Устарымда – йөрәгем...

 

Өфөм! Өфөм!

Өфө урамдары – моң ғына ул,

Йыр ғына ул Өфө урамы!

Өфөләрҙә ҡалған эҙҙәренә

Хыял нисә барып ураны.

Өфө урамдарын бер үтәйек,

Салауатҡа барып етәйек.

Ҡайҙа гармун, ҡайҙа бында ҡурай,

Тыпырҙатып бейеп китәйек.

Өфө урамдары – йыр ғына ул,

Моң ғына ул Өфө урамы.

Йәшлегемде йырға әйләндергән

Өфөмдө һуң онотоп буламы?!

Салауатлы йәшлегемде юллап,

Салауатҡа табан йүгерәм.

Өфөм! Өфөм!

Әллә йәшлегемде,

Әллә һине шулай үҙ күрәм.

Өфөм! Өфөм!

Беҙҙе осраштырҙы,

Табыштырҙы беҙҙе йыр-ҡала.

Беҙҙе осраштырған өфөләрҙе

Һағынып йәшәр өсөн йыр ҡала.

 

Офоғоң – хыялдарың

Ун ете тапҡыр икәүләп

Ҡайттыҡ, ҡыҙым, Ер урап.

Ҡанаттар нығытаһыңдыр,

Дүрт офоғоңа ҡарап.

Офоҡ дүртәү генә түгел,

Үҙ офоғо һәр кемдең.

Ҡыҙым, инде офоҡтарҙың

Төрлөһөн күреп белдең...

Офоғоңа буй етмәһен –

Көмбәҙгә күнегә күҙ.

Түбәң күккә тейгәндә лә,

Офоғоңдо юлла, түҙ.

Көмбәҙҙәрҙең, булғылай ул

Ергә эйелгән сағы.

Була уларҙың бик бейек,

Йәки бик тәпәш сағы.

Көмбәҙҙәрҙе иң күтәрә,

Күтәрә уны йөрәк.

Күгең ишелмәһен, тиһәң,

Киңерәк офоҡ кәрәк.

Офоҡ артында ни барын

Тик хыял ғына белә.

Хыял – арғымаҡ,

Ул һәр саҡ

Офоҡҡа ҡарап елә.

Офоҡ – көмбәҙгә терәү ул,

Ныҡ булһын хыялдарың.

Хыялыңды тышауларға

Бер ни ҙә ҡыялмаһын.

Күгең ишелмәһен, тиеп,

Торам ҡанаттар һорап.

Офоҡ артында – офоҡ ул,

Ул асыла йә... ябыла

Ҡанаттарыңа ҡарап.

Автор:Айзилә Мортаева
Читайте нас