- «Арҡан тартыш» уйынында ике бала ҡатнаша. Береһе кубикты ырғыта һәм, өҫкә сыҡҡан һанға ҡарап, таҫманы үҙенең яғына тарта. Артабан икенсе бала дауам итә. Уйын шул рәүешле бара. Кем дә кем таҫманы тулыһынса үҙенең яғына алып барып сығара, шул еңеүсе һанала.
- «Көршәк ватыу» уйыны. Көршәк рәүешендәге флеш-карточкаларға милли аҙыҡ-түлек һүрәттәре төшөрөлгән һәм уларҙың атамалары яҙылған. Ике йәки өс уйынсы махсус йәбештермәле уйынсыҡ сүкеш ярҙамында «көршәк вата», йәғни сүкештең бер яғына һүрәтле карточканы, икенсе яғына атамаһы яҙылғанын йәбештереп, дөрөҫ итеп йыйырға тейештәр. Кем күберәк йыя – шул еңеүсе.
- «Бәйге» уйыны ат сабышын имитациялай. Сабыш аттары фигураларына беркетелгән бауҙы кем беренсе таяҡҡа урап, ат фигураһын финишҡа тиклем килтереп еткерә, шул беренселеккә сыға.
Был уйындар иғтибарлылыҡты, сослоҡто, аралашыу оҫталығын үҫтерә.